2019 йылдың аҙағында Ҡауарҙы ауылы мәҙәниәт йортонда ауыл Советы депутаттары, биләмә халҡы ҡатнашлығында йыйылыш уҙҙы. Унда “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”нда артабан да ҡатнашырға һәм 2020 йылда хәл итергә кәрәкле иң көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе – биләмәгә ҡараған дүрт ауылды хеҙмәтләндерәсәк яңы “МТЗ-82” тракторы һатып алырға ҡарар ителде.
Тракторҙың яҡынса хаҡы 1 млн 500 мең һум тора, шуның 1 миллион һумы республика бюджетынан бүленгән субсидия күләме, ҡалған сумманы: халыҡтан 100 мең һум йыйыу күҙаллана, бағыусылар ярҙамы - 100 мең һум тәшкил итһә, ауыл хакимиәте бюджетынан 300 мең һум бүленәсәк.
Быйыл да проект конкурсында еңеп сығып, алдыбыҙға ҡуйған маҡсатыбыҙға ирешергә яҙһын.
Фидалиә КӘРИМОВА,
Ҡауарҙы ауыл хакимиәтенең эштәргә идара итеүсеһе.