+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
29 Ғинуар 2020, 11:25

Барлар уңыштарыбыҙ бар

Республиканың мәктәпкәсә белем биреү системаһына 2019 йылда 100 йыл тулды. Был иҫтәлекле датаға райондың мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары үҙ өлөшөн индерҙеме? Район мәғариф бүлегенең мәктәпкәсә белем биреү буйынса методисы Лира Мөхәмәҙи ҡыҙы БӘХТЕЙӘРОВА (31 йыл ғүмерен ошо эшкә бағышлаған, 23 йыл методист) был системалағы уңыштарҙы барланы:

-Районыбыҙҙың мәктәпкәсә белем биреү системаһы был тарихи датаға йөҙ төрлө уңыштарын бағышланы, тиһәң дә хата булмаҫ. 4 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында һәм 38 мәктәптәге мәктәпкәсә белем биреү төркөмдәрендә 157 кеше педагогик эшмәкәрлектә мәшғүл. Улар – баҡса мөдирҙәре, өлкән тәрбиәселәр, тәрбиәселәр, музыкаль етәкселәр, физкультура инструкторҙары, логопедтар. Районда кескәйҙәрҙең психологияһын, үҙенсәлектәрен аңлап, ижади эшләгән тәрбиәселәрҙең бик күп булыуы һөйөнөслө.Тап ошо педагогтар һөнәри оҫталыҡ конкурстарында ҡатнашып, үҙҙәренең ҙур уңыштары, көслө сығыштары менән районыбыҙҙы республика, Рәсәй, хатта халыҡ-ара кимәлдә танытыуға өлгәште. Улар араһында районда уҙған һөнәри конкурстарҙа еңеүсе булып, рес-публика бәйгеһе лауреаттары Красноусолдағы “Тирәккәй” һәм “Тирмәкәй” балалар баҡсаларынан Светлана Викторовна Ковальская (”Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы финанс грамоталылыҡ нигеҙҙәренә төшөндөрөү” номинацияһында еңеүсе) менән Алена Владимировна Әбдрәшитова бар. “Тирәккәй” балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Гөлнара Айҙар ҡыҙы Мостафина СНГ илдәре мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары белгестәренең “Оҫталыҡтың сиге юҡ” халыҡ-ара һөнәри оҫталыҡ конкурсында “Иң яҡшы өлкән тәрбиәсе” номинацияһы еңеүсеһе булды. 2019 йылда шулай уҡ “Рәсәйҙең иң яҡшы балалар баҡсалары” Бөтә Рәсәй конкурсында 32 меңдән ашыу мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары араһында район үҙәгендәге “Миләшкәй” һәм “Тирәккәй” баҡсалары еңеүсе булып танылды. Быларҙың барыһы ла башҡа мәктәпкәсә учреждениелар һәм унда эшләүсе педагогтар өсөн стимул булып тора.
Былтыр ноябрь аҙағында Стәрлетамаҡ ҡалаһында рес-публика район-ҡалалары мәктәпкәсә белем биреү буйынса методистары, балалар баҡсалары мөдирҙәре, педагогтары, һөнәри оҫталыҡ конкурстары еңеүселәре, ветерандар һәм педагогтар динас-тиялары ҡатнашлығында форум үтте. Унда беҙҙең райондан һигеҙ кеше ҡатнаштыҡ. Республика буйынса һайлап алынған иң яҡшы ете педагогтар династияһының береһе - беҙҙең райондан “Миләшкәй” балалар баҡсаһынан өлкән тәрбиәсе Елена Викторовна Алексеенко һәм уның хаҡлы ялдағы әсәһе Нина Степановна Кленованың да ҡатнашыуы бик һөйөнөслө булды. Уларҙың династияһының тап ошо баҡсалағы дөйөм педагогик хеҙмәт стажы 134 йыл булып, сарала ҡатнашыусыларҙы үҙҙәренең эштәре менән таныштырҙылар. Бында 2018 йылғы һөнәри оҫталыҡ конкурсы лауреаты А.В.Әбдрәшитованы БР мәғариф министры А.В.Хажин Рәхмәт хаты менән бүләкләне.
Декабрь баштарында Өфөлә 100 йыллыҡҡа бағышланған “Мәктәпкәсә белем биреү системаһының барлыҡҡа килеү тарихы” фәнни-ғәмәли конференция үтте. Унда мәктәпкәсә белем биреү системаһы хеҙмәткәрҙәренән тыш, ректорҙар, профессорҙар ҙа ҡатнашты. Конференцияла Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Г.Р.Шафиҡова республиканың, шул иҫәптән районыбыҙҙың тәжрибәле методистарына Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Әлбиттә, балалар баҡсаларындағы системалы эш һәм быуындар күсәгилешлелеге үҙ һөҙөмтәһен бирә. Уңыштарыбыҙ артында бар ғүмерен мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү эшенә бағышлаған хаҡлы ялдағы хөрмәтле ветерандарыбыҙҙы: “Миләшкәй” балалар баҡсаһының элекке мөдире Роза Вәли ҡыҙы Чушкина, Любовь Васильевна Воронова (“Әкиәт” баҡсаһы), Нина Петровна Рогожина (“Тирәккәй”), Фәнүзә Исмәғзәм ҡыҙы Сәлихова (башта “Шыршыҡай”, һуңынан “Миләшкәй” баҡсаһы мөдире), Рәсимә Ишдәүләт ҡыҙы Батыршина (Родина), Тутыя Мансур ҡыҙы Вәлиева (Табын), Зәйтүнә Ғәзим ҡыҙы Сәғитова (Туғай), Әнисә Әнүәр ҡыҙы Арыҫланова (Үтәк), Альфира Әхәт ҡыҙы Ҡоҙаҡаева (Еҙем-Ҡаран), Миңнура Әнүәр ҡыҙы Лоҡманова (Ибраһим), Тамара Владимировна Федорова (Аҡкүл), әлеге мөдирҙәр Алира Әмирйән ҡыҙы Дәүләтбаева (“Миләшкәй”), Татьяна Михайловна Ефремова (“Әкиәт”), Галина Юрьевна Сөләймәнова (“Тирәккәй”), өлкән тәрбиәселәр Гөлнара Рамазан ҡыҙы Вәлиева ("Әкиәт"), Фирҙәүсә Миңлебай ҡыҙы Әһлиуллина (Юлыҡ), Анжелика Шәфҡәт ҡыҙы Исхаҡова (Ҡауарҙы), Венера Сәхиулла ҡыҙы Ҡунафина (Сәйетбаба), Ләлә Рафаил ҡыҙы Шәмсетдинова (Йөҙимән), Римза Әсҡәт ҡыҙы Кәлимуллина (Игенйылға), Любовь Исаевна Иванова (Мораҡ). Әйткәндәй, мин үҙем дә хеҙмәт юлымды “Әкиәт” балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып башлап, артабан тәрбиәсе булып эшләнем. 1996 йылдан район мәғариф бүлегендә методист.
“Мәғариф тураһында” Законға ярашлы, хөкүмәт мәктәпкәсә белем биреү системаһына ныҡлы йөҙ менән боролдо. Яңы Федераль дәүләт мәғариф стандарттарына (ФГОС) ярашлы эшләйбеҙ. Кескәй балалар илебеҙгә кәрәкле, изгелекле, һөнәрле шәхес булып үҫһен өсөн тәүге нигеҙ тап балалар баҡсаһында һалыныуы һәр кемгә мәғлүм. Шуға ла баҡсаларҙың тәрбиәселәре, барлыҡ хеҙмәткәрҙәре ошо яуаплы бурысты үтәү өсөн бар тырышлығын, белемен, көсөн һала, һәр төрлө саралар уҙғарып торола. Былтыр Театр
йылына, быйыл Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап балалар менән рус һәм башҡорт төркөмдәре араһында 30 минутҡа иҫәпләнгән ҡыҫҡа спектаклдәр конкурсы ойошторолдо. Һүрәттәр, йырҙар, биләмәне биҙәү конкурстары үткәрелә. Педагогтар дәүләт стандарттары менән эшләп өйрәнһен өсөн “Мин ФГОС бу-йынса эшләйем” конкурсы даими үткәрелә.
Мәктәпкәсә йәштәге белем биреү учреждениелары эшмәкәрлегендә балаларҙың ғүмерен һаҡлауға һәм сәләмәтлеген нығытыуға етди иғтибар бирелә, физкультура-һауыҡтырыу эше өсөн те-йешле шарттар тыуҙырыла. Хәҙер районыбыҙҙың балалар баҡсаларында сират мәсьәләһе хәл ителде. 1,5 йәшлектәрҙе лә баҡсаға ҡабул итеү мөмкинлеге булдырылып, был йәштәгеләрҙән төркөмдәр ҙә бар. Район үҙәге баҡсаларында башҡорт төркөмдәре эшләп килә, атап әйткәндә, “Миләшкәй”ҙә – 2, “Әкиәт”тә – 4, “Тирәккәй”ҙә - 2-әү, һуңғыһында йәнә бер төркөм асырға уйлашыла. Былар ҙа 100 йыллыҡҡа уңыштарыбыҙҙың береһе, тип әйтергә кәрәк. Районыбыҙҙың мәктәпкәсә белем биреү системаһы республикала алдынғылар иҫәбендәлер, тигән уй-теләктә ҡалам.
Индира ИШКИНА
яҙып алды.
Читайте нас: