+20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
31 Ғинуар 2020, 11:45

Һуғышты еңгән илаһи мөхәббәт Уҙған шәмбелә Стәрлетамаҡ ҡалаһында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған “Еңеү салюты” Бөтә Рәсәй халыҡ ижады фестиваленең зона этабы үтте

Ватаныбыҙҙың шанлы тарихын сәнғәт аша пропагандалауға, үҙешмәкәр ижад коллективтарын Еңеүҙең 75 йыллығы сараларына йәлеп итеүгә йүнәлтелгән был проектта Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалалары, Ауырғазы, Ишембай, Көйөргәҙе, Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш һәм Ғафури районы һәүәҫкәрҙәре ҡатнашты.

Сара маршал Г.К.Жуков исемендәге скверҙа тантаналы митинг менән башланды. “Еңеү” штандарты Яңауыл районына, һәр районға “Мәңгелек ут” символы итеп шәмдәлдәр тапшырылды, һәйкәлгә сәскәләр һалынды.
Фестиваль үткән Стәрлетамаҡ ҡала мәҙәниәт һарайы фойеһында Бөйөк Ватан һуғышына арналған бай йөкмәткеле күргәҙмәләр ойошторолдо. Район тыуған яҡты өйрәнеү музейы, район китапханаһы, Балалар ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән күргәҙмә янынан кеше өҙөлмәне: кемдер землянка күренеше, “Үлемһеҙ полк” баннеры, “Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә Еңеү өсөн!” ылауы янында фотоға төштө, кемдер “һалдат” бутҡаһынан ауыҙ итте.
Концертта район мәҙәниәт һарайының “Айгүзәл” (А.Буранова), “Быҙыбыт” бейеү (И.Хәбибуллин), “Уҡлыҡая” йыр (Р.Ғимрани), “Мағаш” ҡурайсылар (Р.Ҡотдосов) ансамблдәре, тынлы оркестр (С.Князев), Сәйетбаба ауылының “Асанай” халыҡ фольклор ансамбле (Г.Байбулдина), солис-тар Ҡ.Ишбулдин, А.Селянина, алып барыусылар Г.Мирхәйҙәрова, Ф.Ғәлин “Һуғышты еңгән мөхәббәт” композицияһы (режиссеры – Илшат Хәбибуллин) менән сығыш яһап, тамашасыларҙың, жюри ағзаларының юғары баһаһына лайыҡ булды.
...Һуғышҡа тиклемге ауыл тормошо, сәхнәлә – бесәндән ҡайтыусы ҡыҙҙар-егеттәр кис-ке уйынға йыйылған. Һыҙылып ҡына таң атҡанда йәштәр вальс-та әйләнә. Көтмәгәндә илаһи хозурлыҡты боҙоп, шомло тауыштар ишетелә, һуғыш башланыуы тураһында хәбәр ителә. Зөһрә һөйгән йәре Азаматты “Славянка хушлашыуы” көйө аҫтында яуға оҙата...
Ошондай тетрәндергес күренештәр тамашасыны берсә һуғышҡа тиклемге тыныс тормошҡа, берсә фронтҡа, берсә тылда яугирҙарҙы көткәндәр янына, берсә күҙ йәштәренә мансылған Еңеү көнөнә алып керҙе. Һәр кем үҙен сәхнәләге кеүек хис итеп, артистар менән бергә көлдө лә, иланы ла. Артистарыбыҙҙың айырыуса оҫталыҡ менән башҡарған һирәк ишетелгән һуғыш тураһындағы йырҙары, яу күренештәрен кәүҙәләндергән бейеүҙәр, тыуған ергә, йәштәрҙең бер-береһенә һөйөүе менән һуғарылған шиғырҙар – барыһы ла Бөйөк Еңеүҙең ниндәй хаҡ түләп яуланыуы хаҡында һөйләне. Бер тынала үткән сығыш тытамашасылар ғына түгел,абруйлы жюри ағзалары ла аяғүрә баҫып алҡышланы.
Райондан фестивалгә 95 кешенән торған делегация барҙы. Баһалама ағзалары бар сығыштар араһынан район ижад коллективтарының һөнәри оҫталығын айырым билдәләп, Еңеү көнө алдынан Өфө ҡалаһында уҙасаҡ Гала концертҡа ра-
йон һәүәҫкәрҙәренең иң сағыу номерҙары һайлап алынасаҡ, тип белдерҙе.
Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА.
Читайте нас: