Ауыл биләмәһе башлығы үҙ сығышында биләмәлә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән 26 субъект теркәлеүен билдәләп, улар араһында Ҡормантау ауылында шәхси эшҡыуарҙар Н.М.Әфләтуллин, Ә.Ғ.Ғиззәтуллин, Р.Ф.Муллағәлиевтарҙың крәҫтиән-фермер хужалыҡтарын, Бурлынан йөк ташыу, юлдарҙы ремонтлау буйынса яңы эш башлаған эшҡыуар Р.М.Хисаметдиновты, шулай уҡ 10 кешенең сауҙа өлкәһендә эшҡыуарлыҡ менән мәшғүл булыуын билдәләне. Уңышлы эшләүсе ауыл хужалығы предприятиеһы -“Урожай” ЯСЙ-е КХ-һы, “Ғафури һөтө” СПК-һы эшләп килеүе, быйыл йәнә бер ит эшкәртеү СПК-һы (мал һуйыу цехы) эш башлаясағы һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
Былтыр “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының “Аныҡ эштәр” проекты буйынса бүленгән 200 мең һум аҡсаға Бурлы ауылы мәҙәниәт йортона музыкаль аппаратура һатып алынған, Байымбәт ауылы клубы биләмәһе кәртәләнгән (материалдар һатып алыуға 100 мең һум аҡса тотонолған).
Билдәле булыуынса, былтыр йыл башынан илебеҙ ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына күсте. Бурлы ауыл биләмәһендә сүп-сар реформаһын тормошҡа ашырып, биләмәләге биш ауылда ла сүплектәр бөтөрөлгән. Бурлы, Ҡормантау, Яугилде ауылдарында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын даими йыйыу майҙансыҡтары булдырылған, контейнерҙар һатып алынған. Тағы ла Ерек, Байымбәт, Бурлыға урынлаштырыу күҙаллана. Шулай уҡ Роспотребнадзор талабы буйынса барлыҡ биш ауылдың зыяраттарында ла контейнер майҙансыҡтары эшләнгән. Йыл аҙағына йәнә өс майҙансыҡ булдырыу күҙаллана. Биләмәләге биш ауылға дөйөм 27 – 1 м³, биш - 8 м³ контейнер урынлаштырыу ҡаралған.
Ауылдарҙа юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса ярайһы ғына эштәр башҡарылған. Бурлы ауылында Имәнлек, Йәштәр урамдарына ҡырсынташ түшәлгән, тыҡрыҡтар, мәктәп янындағы тротуар, Яугилделә Шишмә урамы, Еректә Үҙәк урам, Ҡормантауҙа Йәштәр, Үҙәк, Мәктәп, Ағиҙел урамдары, Бурлы-Ҡормантау ауылдары араһындағы юлдар (6 км арауыҡта) ремонтланған (өлөшләтә ауыл биләмәһе һәм “Башкиравтодор” көсө менән). Бер нисә урам юлдарын “ШЭ Р.М.Хисаметдинов” ремонтлаған.
Урамдарға яҡтыртҡыстар урынлаштырыу буйынса республика бюджетынан бүленгән аҡса маҡсатҡа ярашлы файҙаланылған. Урам бағаналарына барлығы 135 дана яҡтыртҡыс ҡуйылһа, үҙәк урамдарҙа йәнә 76 дана өҫтәлгән. Сығыш яһаусы быйыл Ҡормантау ауылында Мәктәп урамына 15 дана яңы яҡтыртҡыстар урынлаштырыласағын әйтеп үтте.
-Тағы ла 283 данаға документтар әҙерләнде, әгәр ҙә финанслау булһа, биш ауылдың бөтә урамдарына ла яңы яҡтыртҡыстар ҡуйыласаҡ, - тине Азат Кәшәфетдин улы.
Байымбәттә модулле яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылған, Бурлы мәктәбе ҡоймалары яңыртылған, мәктәп базаһында асылған Байымбәт, Ерек, Ҡормантау ауыл клубтары ремонтланған, Ҡормантау балалар баҡсаһы, ә Ерек баҡсаһы (өлөшләтә) балалар майҙансыҡтары менән тәьмин ителгән. Быйыл Байымбәттә урынлаштырыу планлаштырылған.
А.Хәйретдинов 2020 йылда хәл итәһе башҡа мәсьәләләргә лә туҡталды. Былтыр “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” буйынса бөтә халыҡ тырышлығы менән янғын депоһы ремонтланһа, быйыл иһә конкурстан үтә алһалар, яңы “МТЗ-82” тракторы (хаҡы – 1500 000 һум) һатып алырға ҡарар иткәндәр.
-Быйыл эшләйһе эштәр бик күп. Шуларҙың ҡайһы берҙәрен атап китергә кәрәк, - тине биләмә башлығы. – Тәү сиратта беҙҙең алда Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ентекле әҙерләнеп, лайыҡлы үткәреү бурысы тора. Ерек ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы уҙғарыу, “Аныҡ эштәр” программаһы буйынса Ереккә 1 миллион һум аҡса бүленеп, бындағы Үҙәк урамдың ҡоймалары ремонтланасаҡ, быуаға яңы торба ҡуйып төҙөкләндереү, Яугилделә магазиндан мәктәп тротуарына тиклемге арауыҡта йәйәүлеләр өсөн аҫылмалы күпер эшләү, һыу башняһына автомат урынлаштырыу, Бурлыла хоккей кортында эште дауам итеү, шунда уҡ волейбол майҙансығы булдырыу, Бурлы ауылында - Фрунзе, Яугилделә - Йәштәр, Еректә – Партизан, Байымбәттә – Үҙәк, Туҡай, Партизан, Ҡормантауҙа Партизан, Ҡышлау һәм башҡа урам юлдарын төҙөкләндереү планлаштырыла. Байымбәт ауылында обелиск эшләтеп ҡуйыу, насар тороштағы Байымбәт– Бурлы ауылы юлын ремонтлау - өлгөрөп еткән мәсьәлә, - тине сығышын йомғаҡлап биләмә башлығы.
Артабан Бурлы ауылы ветерандар советы рәйесе Ғабдулла Абдрахманов биләмәләге ауылдарҙа юлға асфальт һалыу мәсьәләһен күтәрҙе, ауылдың мәҙәнилеге зыяраттарҙың торошонда күренеүен билдәләп, уларҙы тәртиптә тотоу теләген еткерҙе.
Ултырышта Самат Ғәлиуллин сығыш яһап, ауыл биләмәһендәге уңыштарҙы барланы, урындағы халыҡтың тормош-көнкүреш шарттарын яҡшыртыу йәһәтенән газ үткәрергә, үҙ эшен асырға теләүселәргә программалар менән таныштырҙы, теләге булғандарға ошо мөмкинлектәрҙе файҙаланып, дәүләттән бүленгән ярҙамды юллап алырға кәрәклеген билдәләне. Быйылғы Эстетика йылы, иң ҙур сараларҙың береһе - Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына әҙерлек сиктәрендә булған обелискыларҙы ремонтлау, таҡтаташтарындағы исемлектәрҙе ҡайтанан ҡарап сығып, уларҙы яңыртыу, Мәжит Ғафуриҙың 140 йыллығы, Ғафури районы ойошторолоуҙың – 90, районыбыҙға Ғафури исеме бирелеүҙең 80 йыллыҡтары, район Советы депутаттарын һайлауҙар, Рәсәй кимәлендә Бөтә донъя
фольклориадаһы, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу уҙасағын әйтеп үтте.
Ҡормантау ауылында тыуып үҫкән, район буйынса иң тәүге Ленин ордены кавалеры Шәйәкбәр Шәйбәк улы Вәлиевтың – 125, уның улы - Ҡормантау мәктәбенең элекке директоры, Рәсәй Федерацияһы мәғариф отличнигы Әнүәр Шәйәкбәр улының 100 йыллыҡтары уңайынан балалары июндә мәктәптә кисә үткәрергә уйлашыуҙарын еткерҙеләр. Быйыл Ҡормантау мәктәбенең дә 105 йыллығы булыуы билдәләнде, ауылға ингән урында йәмһеҙләп ултырған хужаһыҙ иҫке өйҙәр мәсьәләһе күтәрелде, Ҡормантауҙан йылға аша тураға Өфөгә 90 саҡрым, шуға ла Ағиҙел йылғаһына тиклемге юлды (3 км) ремонтлап, паром мәсьәләһен хәл итеү – бөгөнгө көнүҙәк проблемаларҙың береһе.
Йыйылышты йомғаҡлап, Бурлы ауыл Советы депутаттарының асыҡ ултырышы ҡарар ҡабул итте һәм ошоноң менән үҙ эшен тамамланы.
Индира ИШКИНА.