+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
4 Февраль 2020, 14:55

Эшләгән эштәргә байҡау яһап, алдағыларын планлаштырып

Ауыл биләмәһе Советы депутаттарының киңәйтелгән асыҡ ултырышының сираттағыһы 29 ғинуарҙа Аҡкүл ауылы мәҙәниәт йортонда үтте. Йыйылышта район хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары Ирина Анатольевна Небогатова, ауыл Советы депутаттары, урындағы халыҡ ҡатнашты.

Төп доклад менән Аҡкүл ауыл биләмәһе башлығы Рифҡәт Әнүәр улы Мөхәррәмов сығыш яһаны. 2019 йыл йомғаҡтарын барлап, киләһе йылға пландар менән таныштырҙы. Уҙған йылда ауыл хакимиәте халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыу, йәшәү сифатын күтәреү бурыстарын уңышлы ғына хәл итеүгә өлгәшкән.
- Йыл һуҙымында ауыл хакимиәтендә 11 ултырыш уҙғарылып, ауыл Советы депутаттары 41 ҡарар, урындағы ауыл хакимиәте 142 бойороҡ ҡабул итте. Урындағы проблемаларҙы хәл итеүҙә ауыл хакимиәте депутаттар, йәмәғәтселек, биләмәлә эшләп килгән предприятиелар, ойошма етәкселәре менән тығыҙ хеҙмәттәшлек алып бара. Ауыл хакимиәтенең үҙ сайтында 413 даими уҡыусыбыҙ теркәлеп, бында бөтә эш һөҙөмтәләрен, яңылыҡтарҙы ҡуйып барабыҙ. Шулай уҡ "Инстаграм"да, “Бәйләнештә” үҙ төркөмөбөҙ бар. Ауыл биләмәһенә 12 ауыл ҡарай. Ауыл хакимиәте биләмәһендә 6 күп фатирлы йорт (МКД) урынлашҡан. 135 кеше йәшәгән был йорттарҙа 67 фатир, 10 подъезд иҫәпләнә. Капиталь ремонт программаһы буйынса подъездарҙы ремонтларға дәүләт ярҙамы ла күрһәтеләсәк. Ҡайһы бер ғаиләләр шәхси хужалыҡтарында етештергән продукцияны районда, ҡалаларҙа үткән йәрминкәләрҙә һатып, күпмелер табыш алыуға өлгәшә. Әлегә һөҙөмтәһеҙ булһа ла, кооперативтар төҙөү буйынса халыҡ менән осрашыуҙар үткәрәбеҙ. Был тәңгәлдә Войновка ауылынан Татьяна Карева, Петр Ерофеев, Антоновканан Николай Николаев, Аҡкүлдән Гөлнур һәм Гөлшат Гәрәевалар, Юлия Сергеева, Валентина Ерофеева һәм башҡа бик күп әүҙемдәр бар. Биләмәлә 11 крәҫтиән-фермер хужалығы теркәлеп, “Агрохим”, “Урман”, “Аҡкүл” ойошмалары, шәхси эшҡыуарҙар Р.Х.Сәфәрғәлиев, И.З.Сәғиҙуллин, Н.Х.Яҡшығолов ялансылыҡ, У.А.Ҡорманғолов, В.А.Никифоров, А.Ю.Ерофеев, Н.А.Николаев – малсылыҡ, Р.И.Харисов еләк-емеш культуралары үҫтереү менән шөғөлләнә. “Восход-СТ” агропредприятиеһы пай ерҙәрен эшкәртеп, шәкәр сөгөлдөрө һәм башҡа культуралар сәсеү менән мәшғүл. Был предприятие шәкәр сөгөлдөрө тапшырыу буйынса районда ғына түгел, рес-публикала ла лидерҙар исемлегенә инде. Аҡкүл элеваторы бөгөнгө көндә тотороҡло эшләп килә. Унда 37 кеше даими эшләй. Тимер юлында 30 кеше төрлө эштә хеҙмәт итә.
2020 йыл – Эстетика йылы булғанлыҡтан, быйыл да ауыл байрамдары үткәреүҙе, ауыл биләмәһен төҙөкләндереү, таҙартыу эштәрен да-уам итәсәкбеҙ. 4 сүплек бөтөрөлөп, сүп-сарҙы сығарыуға “Эко-Сити” яуаплы. Йыл башынан көмөшкә, килтерелгән спирт һатыусылар һаны 16 тип иҫәпләнһә, ошо арауыҡта улар менән ныҡлы эш алып барылып, әлегә асыҡтан-асыҡ һатыусылар тойолмай. Киләсәктә һәр кемдән “Айыҡ ауыл” программаһында ҡатнашыуҙы талап итәсәкбеҙ. Биләмәләге ауыл мәҙәниәт йорттары ойошҡан эшләй, тик Рус Саскүле, Татар Саскүле ауылдарындағы мәҙәниәт йорттары авария хәлендә булыуы ауыр мәсьәлә булып тора. Ветерандар советы ла Ирина Владимировна Иванова етәкселегендә әүҙем эш алып бара. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына әҙерлек эштәрен дә башларға кәрәк.
Биләмәлә янғын хәүефһеҙлегенә ҙур иғтибар бүленә. Үткән йылда биләмәлә 7 янғын осрағы булып, икәүһе 2 кешенең үлеме менән тамамланды. Бындай хәлдәргә айырым комиссия төҙөлгән. Улар ҡурҡыныс хәлдәргә юл ҡуймаҫ өсөн халыҡҡа янғын иҫкәртеү приборҙарын ҡуйыуҙы, ташландыҡ өйҙәрҙе тәртиптә тотоуҙы ла талап итә.
Аҡкүл ауыл хакимиәте биләмәһендә Дарьинола табип-амбулаторлыҡ, Антоновка, Татар Саскүле, Рус Саскүлендә фельдшер-акушерлыҡ пункттары булып, уларҙа туғыҙ белгес эшләй. Һаулыҡ һаҡлау буйынса Үҙәк район дауаханаһы етәкселеге менән берлектә булған мәсьәләләрҙе хәл итергә тырышабыҙ. Былтыр 8 егет хәрби хеҙмәткә алынған, 740 кеше хәрби иҫәптә тора. Газ үткәреү буйынса ла ҙур эштәр башҡарылды. Войновка, Ивановка ауылдарына газ үтте. Эсәр һыу менән тәьмин итеүҙә ҡыйынлыҡтар бар, әлбиттә. Бында биләмәлә йәшәүселәр ремонт ваҡыттарында ярҙам итеп, һыуға ваҡытында түләһендәр тигән үтенес тә бар.
Ауылдарҙы яҡтыртыу буйынса ла эш алып барабыҙ. Быйыл бөтә ауылдарҙа ла яҡтыртҡыстар ҡуйырбыҙ тип уйлайбыҙ. Былтыр Аҡкүл, Белоозеровка ауылдарында зыяраттар кәртәләнһә, быйыл Дарьинолағы зыяратты кәртәләргә планлаштырабыҙ. Сиратлап һәр ауылда был эште башҡарырға иҫәп. Урамдарҙы ҡарҙан ауыл хакимиәтенең “МТЗ-82” һәм килешеү буйынса Вадим Максимов үҙенең “Т-150” тракторҙары ваҡытында таҙартырға тырыша. Ай аҙағында икенсе “МТЗ-82” тракторы ремонттан сыҡһа, еңелерәк булыр, моғайын. Юл хәүефһеҙлеген күҙ уңында тотоп, мәктәп эргәһендә юл билдәләре ҡуйылды. Үткән йылда Аҡкүл ауыл биләмәһендә ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелеп, бик күп эштәр башҡарылды. Бар яҡлап та ярҙам иткән депутаттарға, старосталарға, ойошма һәм предприятие етәкселәренә, шәхси эшҡыуарҙарға, барса биләмә халҡына рәхмәт белдерәм, - тип тамамланы үҙ сығышын Р.Ә.Мөхәррәмов.
Йыйылышта район хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары И.А.Небогатоваға һүҙ бирелеп, ул ҡыҫҡаса райондың хәл-торошо менән таныштырып, төрлө программаларҙа, гранттарҙа ҡатнашыу мөмкинлектәрен аңлатып үтте. Шулай уҡ биләмәнең йәштәр эштәре буйынса белгесе З. Тимофеева, ветерандар советы рәйесе И.Иванова башҡарылған эштәре, пландары тураһында һөйләне. Йыйылышта етәкселеккә үҙҙәрен борсоған шәхси һорауҙар ҙа бирелеп, яуаптар алынды.
Аҡкүл ауыл Советы депутаттарының киңәйтелгән ултырышы ҡарар ҡабул итте һәм ошоноң менән үҙ эшен йомғаҡланы.
Әлфиә ВӘЛИЕВА.
Читайте нас: