+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
4 Февраль 2020, 11:50

Әсә тигән исемде ғорур йөрөтәләр

Гүзәл затҡа тәбиғәттән шундай илаһи бурыс йөкмәтелгән – ер йөҙөндә йәшәүҙе дауам итеү. Шуға ла ҡатын-ҡыҙҙың бөтөн матурлығы һәм бөйөклөгө Әсә булыуҙа, тиҙәр. Был яҡты донъяға күмәк балаларҙы бүләк итеүсе әсәләрҙе икеләтә бөйөктәр рәтенә ҡуйырға мөмкин.

Республикабыҙҙа 1998 йылдан биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләп хөрмәтләү матур йолаға әйләнгән. Яңы йыл алдынан районыбыҙҙан күп балалы алты әсәйгә “Әсәлек даны” миҙалы тапшырылғайны. “Ғаилә” район-ара үҙәгенең Ғафури районындағы бүлексәһе уларҙың ошо шатлығын уртаҡлашыу һәм ҡотлап китеү маҡсатында күп бала тәрбиәләүсе гүзәл заттарҙы үҙҙәренә йыйҙы.
Иң тәүҙә “Ғаилә” үҙәге етәксеһе Альбина Ғәзизова барыһын да тәбрикләп, Әсә тигән исемде ғорур йөрөтөүсе, һоҡланғыс ҡатын-ҡыҙҙар менән таныштырып үтте. Бына улар: Үтәк ауылында йәшәүсе биш бала әсәһе Зөлфиә Венер ҡыҙы Вәлиева, Красноусолдан шулай уҡ биш балалы әсәйҙәр Наталья Николаевна Матвеева, Ирина Владимировна Зап-латина, Ольга Владимировна Суслонова, алты бала тәрбиәләүсе Альмира Риф ҡыҙы Нуриәхмәтова, Лилит Аршалуйсовна Зороглян.
- Күп бала табырға йөрьәт иткән был әсәйҙәрҙең үҙҙәренә ҡарап та һоҡланырлыҡ. Береһенән-береһе матурыраҡ, ҡояштай янып торалар. Киләсәктә лә һеҙҙе ғәзиз балаларығыҙ һөйөндөрөп, шатландырып ҡына торһондар, - тип изге теләктәрен дә еткерҙе Альбина Мәҡсүт ҡыҙы.
Әсәйҙәрҙең бер нисәһе өләсәй булыу бәхетенә лә ирешкән. Уларҙың һәр береһе үҙ сығышында әйткән “Балалар һау-сәләмәт, донъялар имен булһын”, - тигән һүҙҙәре “ҡыҙыл еп” булып үтте был сарала.
“Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнеүсе әсәйҙәрҙе Красноусол ауыл биләмәһе башлығы Дамир Венер улы Ҡунафин да ҡотлап, илдә демографик хәл тотороҡло ваҡытта тап ошондай әсәйҙәр башҡаларға өлгө, үрнәк булып тороуын һәм күп балалы ғаиләләргә ауыл биләмәһе хакимиәте тарафынан ярҙам кәрәк булһа ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырышасаҡтарын әйтеп үтте.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе етәксеһе Салауат Мөхәмәт улы Йосопов, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Фәүзиә Сәғиҙулла ҡыҙы Зәйнуллина гүзәл ҡатын-ҡыҙҙарҙы юғары награда алыуҙары менән ҡотлап, иҫтәлекле сувенирҙар һәм сәскә гөлләмәләре бүләк иттеләр. Район опека хеҙмәте етәксеһе Альбина Әлтәф ҡыҙы Баймырҙина ла әсәйҙәргә ҡайнар теләктәрен юлланы.
- Атайһыҙ ғаилә булмай, шуға ла уларға ла һаулыҡ, һәр ваҡыт шулай терәк, таяныс булып ҡалыуҙарын теләйбеҙ, - тип, ихлас ҡотлауҙарға ҡушылды өс бала атаһы, фотохәбәрсебеҙ Наил Латипов та.
Һуңынан әсәйҙәр үҙәк хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән “Ғаилә бәхете” тигән видео- фильм ҡаранылар. Был осрашыу һәр кемдә йылы тойғолар уятып, әсәйҙәр “Ғаилә” үҙәгенә рәхмәттәр әйтеп таралышты.
Әлфиә ВӘЛИЕВА.
Читайте нас: