+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
4 Февраль 2020, 12:12

Спорт менән дуҫ ғаилә

18 ғинуарҙа "Яңы йыл ғаилә уйындары - 2020" фестиваленең республика финалы үтте. Был сара "Сәләмәт төбәк - көслө быуын" проекты сиктәрендә ойошторолдо. Өфө ҡалаһының "Динамо" стадионында 69 ғаилә осрашты. Улар - 3-6 ғинуарҙа үткән муниципаль этап еңеүселәре.

Быйыл тәүге тапҡыр ойошторолоуына ҡарамаҫтан, халыҡ уға ҙур теләк менән ҡушылды. Ул Яңы йыл байрамдарында спорт менән шөғөлләнеү, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалауҙы маҡсат итеп ҡуя. "Динамо" стадионы көйәрмәндәрҙең яҡындарын ҡеүәтләгән дәртле, шат тауыштарынан гөрләп торҙо. Ярыш барышын судьялар күҙәтте. Һәр ғаиләнең ярыш һөҙөмтәләрен яҙып барҙылар.
Был фестивалдә беҙҙең райондан Рәхимовтар ғаиләһе ҡатнашты. Ғаилә башлығы Рим Әнүәр улы һәм тормош иптәше Айгөл Марс ҡыҙы Красноусол башҡорт гимназия-интернатында тәрбиәсе булып эшләйҙәр. Улар 3 ул тәрбиәләй: оло улдары Дим гимназияның 2-се класында уҡып йөрөй, бәләкәйҙәре Кәрим һәм Ихсан балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре. Рәхимовтар был ярыштан диплом һәм бүләктәр менән ҡайтты.
Читайте нас: