+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
5 Февраль 2020, 11:00

Ғафури саңғысылары – призер

30 ғинуарҙа XXII Уҡыусылар спартакиадаһының саңғы уҙышы буйынса зона этабы тамамланды.

Өфө районының Авдон ауылында үткән турнирҙа Нуриман, Өфө, Ауырғазы, Архангел, Ҡырмыҫҡалы һәм беҙҙең район спортсылары ҡатнашты. Ярыш һөҙөмтәләренә килгәндә Нуриман районы командаһы – чемпион исемен, Өфөләр – икенсе, район командаһы өсөнсө урынды яуланы.
Район данын яҡлаған Егор Ергунов, Сергей Афанасьев, Сыңғыҙ Иҙрисов, Ирина Тимофеева, Наҙгөл Рәхимова, Карина Торопкина, Лиана Сәйфетдинова,
Дарья Фазылова һәм уларҙың тренерҙары: Фәнүр Алтынбаев, Лиана Хәкимова, Илнур Шәйәхмәтовҡа артабан да яңынан-яңы еңеүҙәр теләйбеҙ.
Читайте нас: