-4 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
5 Февраль 2020, 16:25

Алдаҡтың ниндәйе генә юҡ

Район эске эштәр бүлеге социаль яҡтан яҡлаусыһыҙ граждандарға ҡарата ҡылынған хәйләгә ҡоролған енәйәттәр һәм нисек енәйәт ҡорбаны булмаҫҡа икәне хаҡында аңлата.

Уҙған йыл аҙағында эске эштәр бүлегенә республика ҡалаларының береһендә йәшәүсе 1928 йылғы гражданка мөрәжәғәт итте. Уның әйтеүенсә, фатирына электр хисаплағыстар тикшерәбеҙ тип, таныш булмаған ҡатын кергән. Приборҙы тикшергән булып, хужабикәне төрлө һүҙҙәр менән албырғатҡан, тегене, быны алып биреүен һораған. Ялған “белгес” сығып киткәс, ҡатын һаҡлыҡҡа йыйған 500 мең һум аҡсаһының юғалыуын белгән.
Йәнә бер райондашыбыҙ, 1950 йылғы ҡатын да полицияға мөрәжәғәт итте. Уның өйөнә үҙҙәрен һыу менән тәьмин итеү хеҙмәткәрҙәре тип танытҡан өс кеше килә. Улар киткәндән һуң ҡатын бер нисә алтын балдағы һәм 10 юбилей аҡсаһы юғалғанын асыҡлай.
Был факттар буйынса РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһы буйынса енәйәт эштәре асылды.
Ошондай күңелһеҙ хәлдәргә тарымаҫ өсөн таныш булмаған кешене өйгә индермәгеҙ, тип кәңәш итә полиция. Әгәр килеүсе шикле булып күренә икән, улар үҙҙәрен шунан тип күрһәткән ойошмаға телефондан шылтыратып, белгес ебәрҙеләрме икәнен асыҡларға кәңәш ителә. Ҡарт ҡәрҙәштәрегеҙгә шундай алдаҡсылар хаҡында һөйләп иҫкәртегеҙ. Уларға ра-йон эске эштәр бүлегенең, һыу һәм газ хеҙмәтенең, социаль хеҙмәттәрҙең телефондары исемлеген әҙерләп биреп ҡуйығыҙ, кәрәк саҡта тиҙ генә шылтыратырлыҡ булһын. Оло йәштәге туғандарығыҙға, балаларына йәки башҡа яҡын кешеһенә әйтмәй, кәңәшләшмәйенсә белмәгән кешегә аҡса бирмәҫкә ҡушығыҙ.
Быйыл районыбыҙҙа йәшәүсе бер ҡатын үҙ мәғлүмәттәрен банк хеҙмәткәренә әйтәм икән тип, 100 мең һумдан ашыу аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Полицейскийҙар асыҡлауынса, был ҡатынға, счеттарығыҙға хәүеф янай, ә аҡсағыҙҙы һаҡлап ҡалыу өсөн беҙ нимә әйтәбеҙ шуны эшләгеҙ, тигәндәр.
54 йәшлек ҡатындың телефонына, билдәле банктың хәүефһеҙлек хеҙмәте хеҙмәткәремен тип танытып, ир кеше шылтырата. Уның әйтеүенсә, системала хата китеү сәбәпле, гражданканың картаһы яуыз уйлы кешеләр өсөн еңел табышҡа әйләнергә мөмкин, имеш. Быға юл ҡуймаҫ өсөн яҡындағы банкоматҡа барып, бер нисә операцияны үтәргә кәрәк, ти ул. Ҡатын ышанып, “банк хеҙмәткәре”нең бөтә әйткәнен үтәй. Шунда уҡ уның карталағы бар аҡсаһы – 125 мең һумы урлана. Зыян күреүсе полицияға мөрәжәғәт итте. Асыҡланыуынса, ул үҙ ҡулы менән сит кеше телефонына мобиль банк тоташтырған. Алдаҡсыларға карталағы бөтә аҡсаны үҙләштереү бер ни ҙә тормай. Тәүге мәғлүмәттәр буйынса аҡсалар Рәсәйҙең икенсе төбәгенә киткән.
Полиция йәнә иҫкәртә: банк картаһындағы мәғлүмәттәрҙе һәм телефонға смс-хәбәр менән килгән паролде бер кемгә лә әйтергә ярамай. Үҙегеҙ белмәгән кешенең ошондай тәҡдимдәренә яуап бирмәгеҙ. Һөйләшеүҙе туҡтатығыҙ. Ышаныслыраҡ булһын өсөн үҙ банкығыҙҙың “ҡайнар бәйләнеш” телефонына шылтыратығыҙ, белгестәр һеҙгә квалификациялы консультация бирер. Шулай уҡ аҡсаларығыҙ именме икәнен белер өсөн яҡындағы банк бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә була. Банктарҙың хәүефһеҙлек хеҙмәткәрҙәренә ниндәйҙер операциялар булғанын раҫлау өсөн бер ниндәй ҙә смс-хәбәрҙәге код кәрәкмәй. Әлеге алдашып урлау факты буйынса ла РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһы буйынса эш асылды.
Быйыл шулай уҡ районда йәшәүсе бер ир “Авито” сайтында тауар һатып алыу һылтауы менән алдап, 100 мең һумдан ашыу аҡсаһын үҙләштергән кешене яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы һорап мөрәжәғәт итте. Асыҡланыуынса, гражданин банк картаһы иҫәбенә алдан аҡса күсергән булған. Аҡса килеү менән теге әҙәм счеты менән абонент номерҙарын блокировать иттергән.
Полицейскийҙар барлыҡ граждандарға: таныш булмаған кешеләр көтмәгәндә һеҙҙең менән әңгәмәләшә башлағанда һаҡлыҡты онотмағыҙ, тип мөрәжәғәт итә. Уларҙың һөйләгән бөтә һүҙенә ышанып бармағыҙ. Танымаған кешеләр менән үтә яҡын аралашмағыҙ һәм оло йәштәге ҡәрҙәштәрегеҙ-яҡындарығыҙҙы ла ундай бәйләнештән ҡурсалағыҙ.
Ә инде шикле әҙәмдәрҙең урамда, подъезда берәй ҡарт кеше менән һөйләшергә маташыуын күрһәгеҙ, гражданлыҡ позицияһында тороғоҙ, кешене бәләлә ҡалдырмағыҙ, яҡындағы полиция бүлегенә шылтыратығыҙ.
Рәсәй ЭЭМ-ының Ғафури районы бу-йынса бүлегенең дежур часы телефоны: (34740)2-12-02, БР буйынса Эске эштәр министрлығының дежур часы: (347)279-39-02.
Р. МӨХӘМӘТШИН,
начальник вазифаһын башҡарыусы,
полиция майоры.
Читайте нас: