Район хакимиәтенең физик культура һәм спорт бүлеге был мауыҡтырғыс уйындың ойоштороусылары булып торҙо. Кешенең интеллектуаль һәләтен үҫтереүгә ярҙам итеүсе был уйында 24 йәш шахматсы ҡатнашты. Ҡыҙҙар араһында 1-се урын Рада Дьяконоваға (Красноусолдағы 2-се мәктәп), 2-се урын Софья Балабонова (1-се мәктәп), 3-сө урын Анастасия Вагановаға (2-се мәктәп) тапшырылһа, малайҙарҙан 1-се урын Тимур Юламановҡа (1-се мәктәп), 2-се урын Даниэль Солтанғоловҡа (1-се мәктәп), 3-сө урын Кирилл Курбатовҡа (3-сө мәктәп) бирелде.Еңеүселәр һәм призерҙар кубоктар, грамоталар һәм миҙалдар менән бүләкләнде.