+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
7 Февраль 2020, 13:55

Эш һөҙөмтәләре ҡәнәғәтләнерлек

Ғинуар аҙағында Еҙем-Ҡаран ауыл Советы депутаттарының киңәйтелгән асыҡ ултырышы булып уҙҙы. Уның эшендә район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтова ҡатнашты. Еҙем-Ҡаран ауыл мәҙәниәт йортонда үткән йыйылышҡа биләмәгә ҡараған ауылдарҙан халыҡ йыйылды. Тәүге һүҙ Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе башлығы Миңнира Сәғит ҡыҙы Шәйәхмәтоваға бирелеп, ул уҙған йылғы эшмәкәрлеккә байҡау яһаны.

Еҙем-Ҡаран ауыл хакимиәте биләмәһендә 11 ауыл иҫәпләнеп, уларҙа 758 йорт-хужалыҡ бар. Шуларҙың 85-е әлеге көндә буш тора. Ауылдарҙа йәшәгән халыҡтың 622-һе эшкә яраҡлы, 643 – хаҡлы ялдағылар. Ауыл биләмәһендә 1 урта (Еҙем-Ҡаран), 1 дөйөм белем биреү (Үзбәк) һәм 1 башланғыс мәктәп (Урта Үтәш). Ошо мәктәптәрҙә 186 бала белем ала. Күпселек халыҡ, ауылдарҙа эш булмау сәбәпле, вахта менән Себер һәм башҡа төбәктәргә йөрөп эшләй. Ауыл халҡы мал аҫрап көн күрә. Мәҫәлән, ауыл биләмәһе буйынса 1343 һыйыр малы, 2235 баш һарыҡ, 216 ат, 3 мең умарта иҫәпләнә. Биләмәлә крәҫтиән-фермер хужалыҡтары уңышлы ғына эшләй. Рөстәм Йомағоловтың, мәҫәлән, 90 баш эре мөгөҙлө малы булып, шуларҙың 20-һе һауын һыйыры, 30 баш һарығы бар. Рөстәм Садиҡов 17 ат, 30 умарта тота. Күскилдиндар 10 һауын һыйыр, 60 ат, 40 умарта ҡарай. Винер Башаровты ла (61 га һөрөнтө ере бар) билдәләп китергә була. Биләмәлә 10 магазин, 1 дарыухана эшләй. Сығыш яһаусы 2019 йылдағы килем һәм сығымдар бу-йынса ла тулы отчет бирҙе.
Хакимиәттең эше, әлбиттә, тәү сиратта халыҡтың йәшәйешен хәстәрләү. Кешеләр хакимиәткә йәшәү шарттарын яҡшыртыу, төҙөлөш буйынса ярҙам һорап, матди һәм башҡа көндәлек мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәт итә. Уҙған йылда төрлө һорауҙар буйынса 145 граждан ҡабул ителеп, тейешле саралар күрелгән.
- Ауыл биләмәһендә ата-әсәһе даими эскән күп балалы ғаиләләр ҙә бар, - тине сығыш яһаусы. - Ул ғаиләләргә йыш барып торабыҙ. Айырым шөғөлләнәбеҙ. Тәүлек әйләнәһенә спиртлы эсемлектәр һатылмаһа, эскеселәр кәмер ине лә бит. Был мәсьәлә айырыуса Үзбәк ауылында киҫкен тора. Отчетта яҙҙан алып көҙгә тиклем уҙған өмәләр, ауылды төҙөкләндереү, санитар хәле, шулай уҡ сүп-сар реформаһы тураһында ла һүҙ булды.
2019 йылда 4 ауылда – Ибраһим, Үзбәк, Урта Үтәш, Еҙем-Ҡаранда ауыл байрамдары уҙҙы. Быйыл ошондай сараның Оло Үтәштә үтеүе планлаштырыла. Билдәле булыуынса, быйыл Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы. Ошо йәһәттән дә күп эштәр башҡарыласаҡ. Башҡа ауылдарҙа яугирҙар иҫтәлегенә обелисктар төҙөлдө. Әле Яңы Еректә быға әҙерлек бара. Уҙған йыл, ысынлап та, уңышлы булды тип әйтергә мөмкин. Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе буйынса күп кенә эштәр башҡарылған. Ра-йон хакимиәте ярҙамы менән Үзбәк мәктәбенә ремонт яһалды.
Еҙем-Ҡаран ауылы “Айыҡ ауыл” проектында ҡатнашты. “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы сиктәрендә трактор алынды. Был проект-
та һәр кем ихлас ҡатнашып, үҙ өлөшөн индерҙе. Айырыу-са Рөстәм Йомағолов, Күскилдиндар, Рөстәм Садиҡов, Наил Әбелғужинды, Клара һәм Таһир Сәйфуллиндар ғаиләһен билдәләргә мөмкин. Бөгөн был трактор ауыл урамдарын ҡарҙан таҙарта. Тракторсы Рәфил Сәғитов тырышып эшләй.
Отчет докладынан һуң Яҡтыкүл ауылынан Салауат Ҡоломбәтов, Еҙем-Ҡарандан Ғаяз Сәйфуллин һорау менән мөрәжәғәт итеп, уларға яуап алды. Ҡыҙыл-Яр һәм Бәләкәй Үтәш ауылы депутаттары Рәфил Сәғитов менән Марс Рафиҡов та ауылдаштарының үтенесен еткерҙе.
Оло Үтәш ауылы халҡы ауылға газ, интернет үткәреп булмаҫмы тип һораны. Ауылға шулай уҡ һыу башняһы ултыртыу талап ителә. Юлдарға ремонт кәрәк. Почта машинаһы инеп сыҡһын ине, Оло Үтәштә клуб та, магазин да юҡ. Ибраһимдар юлдарҙы ремонтлау тураһында һүҙ ҡуҙғатты. Ветеринар табип Салауат Кәримовтың сығышы ла иғтибар менән тыңланды. Еҙем-Ҡаран ауылы ветерандар советы рәйесе Мәрйәм Кейекбаева һәм ауыл ағинәйҙәре ойошмаһы етәксеһе Сәриә Мәхмүтова уҙған йылғы эшмәкәрлектәренә байҡау яһаны, киләсәккә пландары менән уртаҡлашты.
Йыйылыш һуңында йомғаҡлау һүҙе менән район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтова сығыш яһаны.
- Әлбиттә, булған проблемаларҙы бер йылда ғына хәл итеп бөтөп булмай, әммә уларҙың барыһын да хәл итергә тырышабыҙ. Уҙған 2019 йылда Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе буйынса байтаҡ ҡына ыңғай эштәр башҡарылды. Юлдарға ҡом түшәлде. Еҙем-Ҡаран, Ибраһим, Урта Үтәш, Яҡтыкүл, Үзбәк ауылдары урамдары яҡтыртылды. Ауыл байрамдары гөрләп уҙҙы. Киләсәккә лә пландар ҙур. Ауылдарға балалар майҙансыҡтары кәрәк. Апрелдә “Айыҡ ауыл” конкурсына йомғаҡ яһаласаҡ. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына һәм октябрҙә үтәсәк халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек бара...
Гүзәл Зөфәр ҡыҙы ил етәксеһе Владимир Путиндың мөрәжәғәтнамәһе менән ҡыҫҡаса таныштырҙы, һуңынан һорауҙарға яуап бирҙе. Асыҡ ултырыш ауыл биләмәһе хакимиәтенең 2019 йылғы эшмәкәрлеген ҡәнәғәтләнерлек тип билдәләне.
Ҡарар ҡабул иткәндән һуң, ауыл Советы депутаттарының асыҡ ултырышы эшен тамамланы.
Фәрғәт ҒӘЛИН.
Читайте нас: