+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
7 Февраль 2020, 15:05

Интернет бәйге башлана

Балаларҙың сәсәнлек һәм сәхнәләге башҡарыу һәләттәрен асыу, ижади һәләтте үҫтереү, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын дауам иттереү, илһөйәрлек һәм телгә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында Еңеүҙең 75 йыллығы, Башҡорт теле һәм Фольклориада йылына арнап Ғафури районы Сәсәндәр мәктәбе район мәғариф бүлеге менән берлектә мәктәп уҡыусылары араһында Интернет-бәйге иғлан итә.

Бәйге “Бәйләнештә” сайтындағы “Сәсән тауышы» төркөмөндә 10 февралдән 20 мартҡа тиклем барасаҡ. Бәйгегә ебәрелгән эштәр 3 минуттан да артмаған видео вариантында биш номинацияла ҡабул ителә.
1.Таҡмаҡтар башҡарыу
2.Эпостарҙан өҙөктәр һөйләү
3.Бөйөк Еңеүгә арналған шиғырҙар һөйләү
4.Ғафури сәсәндәре ижадынан шиғырҙар, ҡобайырҙар һөйләү, әйтештәр әйтеү
5.Һуғыш ветераны, 20 китап авторы Вилдан Шәрипов ижадынан шиғырҙар һөйләү.
Бәйгенең шартына ярашлы ҡатнашыусының милли кейемдә булыуы кәрәк. Халыҡсан һәм матур итеп һөйләүгә, башҡарыуға иғтибар биреләсәк. Милли музыка ҡоралдарында уйнау ҙа ҡушылып китһә, бигерәк тә яҡшы булыр.
Еңеүселәрҙе номинациялар буйынса Дипломдар һәм бүләктәр көтә!
Балаларҙың ижадын “Бәйләнештә” сайтына “Сәсән тауышы” төркөмөнә килтереп еткереү өсөн (үҙҙәре генә булдыра алмаһа) әсәйҙәренең һәм башҡорт теле уҡытыусыларының ярҙамы һорала. Видеола башҡарыусының исем-фамилияһы, йәше, ауылы, мәктәбе, ҡайһы номинацияла, кем ижады икәнлеге асыҡ күрһәтелергә тейеш.
Интернет адрес: https://vk.com/topic-113894935_40859533 “Сәсән тауышы” төркөмө “Ҡышҡы йәйғор-2020” темаһы.
Фәүзиә Ҡотлогилдина – АЛТЫНБИКӘ,
Ғафури районы Сәсәндәр мәктәбе етәксеһе.
Читайте нас: