+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
7 Февраль 2020, 16:40

Районда Хәтер һәм Дан йылына старт бирелде

Илебеҙ һәр кем өсөн иң мөһим ваҡиға – Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршы алырға әҙерләнә. Хәтер һәм Дан йылын асыу сараһы һәм “Еңеү салюты” Бөтә Рәсәй халыҡ ижады фестиваленең район этабы уҙған йомала Сәйетбаба ауылында үтте.

Сәйетбабанан ғына түгел тирә-яҡ ауылдарҙан да килгән халыҡ мәҙәниәт йорто фойеһында район үҙәк китапханаһы, Балалар ижады үҙәге, район тыуған яҡты өйрәнеү музейының Бөйөк Ватан һуғышына арналған тематик күргәҙмәләр экспонаттары менән танышты.
Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова сығыш яһап, 1418 көн һәм төн дауам иткән һуғышта Еңеүгә район яугирҙарының, тыл хеҙмәтсәндәренең үҙ өлөшөн индереүе тураһында һөйләне, һуғышҡа киткән 13683 ғафурилының 6587-һе яу яланында батырҙарса һәләк була һәм хәбәрһеҙ юғала, ә 4257-һе тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта, Советтар Союзы Геройҙары Закир Лотфрахман улы Әсфәндийәров, Зәйнетдин Низаметдин улы Әхмәтйәнов, Анатолий Сергеевич Горин, Иван Викторович Пятяри, Антон Филиппович Ковальский һәм башҡа меңәрләгән яҡташтарыбыҙҙың ҡаһарманлығы беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр, тине. Шулай уҡ фестивалде әҙерләп үткәреүгә ҙур өлөш индергән Балалар ижады үҙәген (директоры - Р.Н.Кинйәбаев), үҙәк район китапханаһын (Ф.С.Зәйнуллина), район тыуған яҡты өйрәнеү музейын (А.В.Аверьянов) район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
Артабан район “Йәш армия” хәрәкәте (етәксеһе- Айрат Миңлебаев) тәрбиәләнеүселәре “Мәңгелек ут" символы – шәмдәлдәрҙе сәхнәгә алып менде. Уларҙы Гүзәл Зөфәр ҡыҙы райондың һәр ауыл биләмәһенә тапшырҙы.
Сарала шулай уҡ "Берҙәм Рәсәй" партияһының район бүлексәһе етәксеһе Салауат Йосопов, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Зәйнетдинов сығыш яһаны.Сара "Еңеү салюты" Бөтә Рәсәй халыҡ ижады фестивале сиктәрендә район һәүәҫкәрҙәре әҙерләгән театрлаштырылған “Һуғышты еңгән илаһи Мөхәббәт” тамашаһы менән тамамланды.
Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА.
Читайте нас: