+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
7 Февраль 2020, 20:50

Сәләмәт тормош яҡлыбыҙ

Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа төрлө аныҡ программалар тормошҡа ашырыла. Шуларҙың иң әһәмиәтлеһе – бер нисә йыл дауамында барған “Айыҡ ауыл” республика конкурсы. Еҙем-Ҡаран ауылы был конкурсҡа ҡушылып, бик күп саралар үткәрҙе. Тырышлыҡ бушҡа китмәне, ауылыбыҙ конкурстың икенсе этабына уҙҙы.

Сәләмәт йәшәү рәүешен хуп күргән Еҙем-Ҡаран ауылы халҡы скандинав йөрөшө менән дә теләп шөғөлләнә. Һәр көн һайын кис етеү менән ауыл урамдарында төрлө йәштәге бер төркөм халыҡтың таяҡҡа таянып атлауы тәү ҡарашҡа ҡыҙыҡ күренһә лә, һаулыҡ өсөн бик әһәмиәтле. Күптән түгел ауылыбыҙҙа сәләмәт йәшәү рәүешенә әйҙәүсе матур сарала ҡатнаштыҡ. Скандинав йөрөшөн үҙ итеүселәр иртәнге йылы, саф һауаны еҫкәп, ауыл-
ды яңғыратҡан дәртле көй аҫтында Еҙем-Ҡаран ауыл мәҙәниәт йорто алдына йыйылды. Уларҙы ауыл биләмәһе башлығы Миңнира Сәғит ҡыҙы Шәйәхмәтова, Еҙем-Ҡаран, Ибраһим мәҙәниәт йорто китапханалары хеҙмәткәрҙәре, ауыл халҡы ҡаршы алды.
Сараны асып Рәүилә Рөстәмбәк ҡыҙы һүҙҙе Миңнира Сәғит ҡыҙына бирҙе. Ул йыйылған халыҡты байрам менән ҡотлап, сәләмәт, әүҙем тормош алып барып, һаулыҡтарын нығытыуҙарын хупланы, артабан да шулай да-уам итеүҙәрен теләне.
Яҡын-тирә ауылдарҙан йыйылған ағинәйҙәр сафҡа теҙелеп, сәләмәтлек флеш-мобына баҫтылар. Уны ауылдың хөрмәтле уҡытыусы-ветераны Раҡыя Исхаҡ ҡыҙы Ҡәҙерғолова төрлө спорт күнекмәләре эшләтеп, бик мауыҡтырғыс итеп үткәрҙе.
Артабан ағинәйҙәр скандинав йөрөшө менән урам буйлап ауылды әйләнеп сыҡты, бер кем дә артта ҡалмаҫҡа тырышты.
Саф һауала йөҙҙәре сафланып, шатлыҡлы йылмайған “дүрт аяҡлыларҙы” боҫо борҡоп ултырған самауыр, эҫе бутҡа һәм өҫтәл тулы тәмле-татлы ризыҡ ҡаршы алды. Уларҙан ауыҙ итеп, фотоға төшөп, дәртле көйгә бе-йеп тә алдылар, йыйылған халыҡ та уларға ҡушылды.
Сара һуңында биләмә башлығы Миңнира Сәғит ҡыҙы йомғаҡлау һүҙе менән сығыш яһаны һәм иң әүҙемдәрҙе бүләкләп үтте. “Иң оло ағинәй” – Абдулла ауылынан 81 йәшлек Мәүлиҙә Әбделмәнова инәйҙең командаһы һәм үҙе, “Иң ныҡышмал” – 77 йәшлек Ғәлибә Мәжитова апай, “Иң яҡшы спортсы” – 77 йәшлек Раҡыя Ҡәҙерғолова, “Иң отҡор” – Әлфиә Исҡужина, “Буласаҡ олимпия резервы” номинацияһында Флүрә Хәлилова, Ибраһим ауылынан килгән Әсмә Исҡужина һәм уның командаһы Маҡтау грамоталарына лайыҡ булдылар.
Йыйылыусыларға сәләмәт тормош алып барғандары һәм ауылдың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашҡандары өсөн Рәүилә Рөстәмбәк ҡыҙы рәхмәт әйтте. Ветерандар советы рәйесе Мәрйәм Кейекбаева сарала ҡатнашыусыларға һәм уны ойоштороп үткәргән ауыл хакимиәтенә, мәҙәниәт йорто, китапхана хеҙмәткәрҙәренә, ҡатын-ҡыҙҙар советына маҡтау һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Һәр кемдең күңелендә ҡәнәғәтлек тойғоһо ҡалдырған байрамдан сәләмәт тормоштоң өҫтөнлөгөн күрһәтеүсе саралар киләсәктә лә үтеп торһон тигән теләктә таралыштыҡ.
Әлфиә ИСҠУЖИНА.
Читайте нас: