+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
8 Февраль 2020, 11:50

Икенсе әсәйебеҙ булды

Донъяла һәр кеше үҙенсә. Әммә ниндәйҙер бер мәлдә шул төрлө кешеләр бергә тап булыша, коллективҡа туплана. Беҙ ҙә, төрлө төҫ-ҡиәфәтле, үҙенсә холоҡ-фиғелле балалар, 1996 йылда Красноусолда асылған башҡорт гимназия-интернатына килеп юлыҡтыҡ һәм балалыҡ, үҫмерлек осорон эсенә алған мәктәп йылдары – туғыҙ йыл ғүмеребеҙ тәрбиәсебеҙ Венера Рәхим ҡыҙы Хөснөтдинова ҡанаты аҫтында үтте.

Эйе, ҡанаты аҫтында. Себештәрен ҡурсалап үҫтергән ҡош һымаҡ, һәр аҙымыбыҙҙы күреп торҙо, кәрәк мәлдә, инә бөркөт һымаҡ, оянан “төртөп төшөрөп, осорға өйрәтте” тәрбиәсе апайыбыҙ. Быны беҙ, әлбиттә, әле килеп аңлайбыҙ. Ә ул саҡта үҙаллы осҡо, тыйыуҙарҙы боҙғо килә, ҡурсыуҙарҙы “диктат” тип ҡарай инек...
Беҙҙе ҡабул итеп алғанда Венера Рәхим ҡыҙы ярайһы тормош һәм хеҙмәт тәжрибәһе туплаған педагог ине инде. Яугилде ауылында Сания Сабир ҡыҙы менән Рәхим Ғөбәйҙулла улы Ғәлиәхмәтовтарҙың татыу ғаиләһендә тыуып-үҫеп, тыуған ауылында һигеҙ йыллыҡ, күрше Бурлыла урта мәктәп тамамлаған, артабан Башҡорт дәүләт педагогия институтында башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетын тамамлап Ҡормантау ауылында уҡытыусы булып хеҙмәт юлын башлаған. Ошо ауыл егете Әмирйән Ғиләжетдин улы менән ғаилә ҡороп Красноусолға күсеп килгәс, ярҙамсы интернат-мәктәптә тәрбиәсе булып эшләгән. Игеҙәк балалары Алик менән Юлиәне үҫтерәләр.
Ярҙамсы интернат-мәктәп ябылып, уның урынында заман талабы булып башҡорт мәктәп-интернаты асылғас, элекке коллективтан күптәр, шул иҫәптән В.Р.Хөснөтдинова ла, ошонда хеҙмәт юлын дауам итә. Тора-бара башҡорт мәктәбенең гимназия статусын алыуында ла, үҙ йөҙө булған абруйлы уҡыу йортона әйләнеүендә лә үҙ хеҙмәт урынында бар күңелен һалып эшләгән һәр кемдең: директор, урынбаҫарҙар, уҡытыусылар, тәрбиәселәр, техник хеҙмәткәрҙәр – һәммәһенең фиҙаҡәр хеҙмәте бар. Ғөмүмән, беҙгә үҙ эшен, хеҙмәтен сикһеҙ яратҡан ысын педагогтар ҡулында белем алыу, тәрбиәләнеү бәхете эләкте. Гимназияға эшкә тип кенә түгел, ә күңел талабы ҡушыуы буйынса килеп, һәр баланы үҙенеке итеп ҡарап, ҙур бер ғаилә булып йәшәне улар.
Тәрбиәсебеҙгә килгәндә, ул беҙҙең өсөн икенсе әсәй кеүек булды. Класс етәксебеҙ башлыса беҙҙең белем алыуыбыҙ өсөн яуап бирһә, кластан тыш ваҡыттың нисек үтеүе, өйгә бирелгән эштәрҙе үтәүебеҙ, синыфтан тыш сараларҙа, эштәрҙә ҡатнашыу, ата-әсәләр менән бәйләнеш тотоу Венера Рәхим ҡыҙы яуаплылығында булды. Кластың яртыһынан күбеһе төрлө ауылдарҙан килеп, интернатта ятып уҡығанлыҡтан, күңел кисерештәре, нимәләр борсоуы, ҡыҙыҡһыныуҙарыбыҙ ҙа тәрбиәсебеҙ менән уртаҡ ине. Гимназияла уҡыусылар ағымы гел хәрәкәттә: берәүҙәр китә, урынына икенселәр килә. Яңы килгән баланың коллективҡа ыңғай ғына ылығыуы, үҙ кеше булып китеүе тәрбиәсенең оҫталығынан да тора, әлбиттә.
Гимназияны тамамлап сығыуыбыҙға быйыл 15 йыл тула. Һәр ҡайһыбыҙ һөнәр алып, эшләп йөрөй, хәҙер күптәребеҙ ғаиләле, атай-әсәйбеҙ. Элекке класташтарыбыҙ менән аралашып торабыҙ, ғаиләләребеҙ менән дуҫлашып та йөрөйбөҙ. Бала тәрбиәләүҙең ниндәй яуаплы, ауыр оло хеҙмәт икәнен аңлар йәштәбеҙ. Йыш ҡына тәрбиәсебеҙҙең беҙгә өйрәтеп әйткәндәре иҫкә төшә, ә бит насарға өйрәтмәгән, беҙ тормошта үҙ урынын тапһын, кеше булһын тигән. Әле лә һәммәбеҙҙең тормошо менән ҡыҙыҡһынып тора.
Ошо көндәрҙә хөрмәтле Венера Рәхим ҡыҙының олпат юбилейы. Гимназияла бер нисә сығарылыш балаларҙың тәрбиәсеһе булып эшләп, хәҙер хаҡлы ялда. Беҙ уға ысын күңелдән ихлас рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ауырымай-һыҙланмай, ғаилә бәхетендә оҙон ғүмер кисереүен теләйбеҙ.
Красноусол башҡорт гимназия-интернатын 2005 йылда тамамлаған “А” класы уҡыусылары.
Читайте нас: