+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
8 Февраль 2020, 11:00

Маҡсаты – сәләмәт быуын тәрбиәләү

Мәктәп йылдарында күп уҡыусыларҙың яратҡан дәресе булып физкультура тора. Физик культура уҡытыусыһының маҡсаты - балаларҙы канатҡа үрмәләргә, нормативтарҙы үтәргә, төрлө спорт уйын-дарын уйнарға өйрәтеү, ҡағиҙәләрен аңлатыу ғына түгел, уның төп бурысы – балаларҙа спортҡа һөйөү уятыу. Шуға күрә уҡытыусыға эше өсөн яныу, бар көсөн, һөйөүен һалыу ғына етмәй, ул балалар менән бер тулҡында булырға тейеш.

Шундай уҡытыусыларҙың береһе - барлыҡ уҡыусылары өсөн дә өлгөлө уҡытыусы, ышаныслы дуҫ, тоғро кәңәшсе булып торған Красноусол башҡорт гимназия-интернатының физик культура уҡытыусыһы Әлфрит Мотаһар улы Мәүлетҡолов. Юҡҡа ғына: “уҡытыусының ике ғаиләһе була, береһе – үҙ өйөндә, икенсеһе – эш урынында”, тип әйтмәйҙәрҙер. Әлфрит Мотаһар улының ике ғаиләлә лә биләгән роле шаҡтай ҙур. Ул ғаиләһендә егәрле һәм яратҡан атай, ғаилә башлығы, ә эш урынында тәжрибәле педагог, уҡыусыларына көслө терәк булып тора.
Әлфрит Мотаһар улын районда ғына түгел, республикабыҙҙа ла яҡшы беләләр, сөнки ул тәрбиәләгән спортсылар барлыҡ ярыштарҙа ла тик призлы урындар яулай, бик күп уҡыусылары спорт юлын һайлап, уны йәшәү рәүешенә әйләндергән. “Балаларҙың спортҡа ҡарашын үҙгәрттем, һөйөүен арттырҙым, сәмләндерҙем, маҡсатына ирешергә ярҙам иттем икән – ошо минең өсөн иң юғары баһа. Балалар беҙҙең киләсәгебеҙ. Беҙ ошо киләсәкте формалаштырабыҙ. Уларҙың ниндәй кимәлдә бәхетле, уңышлы, йәмғиәт өсөн файҙалы булыуы рухи һәм физик сәләмәтлегенән тора, тимәк, тәү осраҡта мин дә быға булышлыҡ итергә бурыслымын,” – ти Әлфрит Мәүлетҡолов.
Уҡытыусылар көслө һәм бай рухлы, тапҡыр һәм йор һүҙле, ныҡышмал һәм маҡсатҡа ынтылыусан кеше булырға өйрәтә. Әлфрит Мотаһар улы ла ошондай уҡытыусылар рәтенә инә. Ул һәр ваҡыт күтәренке кәйефтә булыуы, позитив фекерләүе, кесеһенә лә, олоһона ла берҙәй иғтибарлы һәм ихтирамлы, туғанлыҡтың һәм татыулыҡтың өлгөһө булыуы менән барыһын да үҙенә йәлеп итә.
Ошо көндәрҙә Әлфрит Мотаһар улы Мәүлетҡолов ҙур байрамын, 55 йәшлек юбилейын ҡаршылай. Уға ғаиләһе, барлыҡ туғандары, дуҫтары, коллегалары, уҡыусылары исеменән яңы ҡаҙаныштар, ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы һәм ғаилә бәхете теләйбеҙ.
Ғаиләһе, туғандары, дуҫтары,
коллегалары, уҡыусылары
исеменән
Аҡйондоҙ Ҡаранаева.
Читайте нас: