-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 Февраль 2020, 11:45

Утлы йылдарҙа сыныҡҡан уҡытыусылар

Мәүлетбикә Сабир ҡыҙы Мәүлетҡолова, 1925 йылғы, Сәйетбаба ауылында тыуған. 1941-1942 уҡыу йылында Сәйетбаба урта мәктәбен тамамлай.

Һуғыш йылдарында уҡытыусылар етешмәү сәбәпле ҡулдарына аттестат алыусы уҡыусыларҙы төрлө мәктәптәргә уҡытыусылар итеп тәғәйенләйҙәр. Мәүлетбикә Сабир ҡыҙы ла хеҙмәт юлын урта мәктәп белеме менән уҡытыусы булып башлай. Артабан ситтән тороп Стәрлетамаҡ уҡытыусылар әҙерләү институтын тамамлай. Башланғыс кластар уҡытыусыһы дипломына эйә була. Сәйетбаба, Юрмаш, Мораҙ, Баҡраҡ ауылдарында уҡыта. “Яҙлы-көҙлө йылға аша һыу кисеп күп йөрөлдө инде” – тип хәтерләй ине Мәүлетбикә Сабир ҡыҙы.
Һуғыш йылдарының ауырлыҡтарын үҙ иңдәрендә татып, аслы-туҡлы булһалар ҙа тырышып эшләп, балаларға белем һәм тәрбиә бирҙе ул йылдарҙағы уҡытыусылар.
Мәүлетбикә Сабир ҡыҙы ла һәр эшкә яуаплы ҡарай, теүәл үтәй. Хеҙмәт юлының һуңғы йылдарында Сәйетбаба ауылында балалар баҡсаһы мөдире булып эшләй. Яғымлы ҡарашлы, көләс йөҙлө, ҡалын бөҙрә сәсле уҡытыусы-тәрбиәсе уҡыусылары күңелендә изге күңелле кәңәшсе, ихтирамлы апай булып һаҡлана. Мәүлетбикә Сабир ҡыҙы 1990 йылда баҡыйлыҡҡа күсә.
Тормош иптәше Мөхәррәм Ғәйнетдин улы Туҡтамышев Сәйетбаба урта мәктәбендә мәктәп директоры булып эшләй.
1939-1942 йылдарҙа мәктәп яңы белгестәр менән тулыландырыла. Мәктәп директоры булып 1912 йылда Ишембай ҡалаһы эргәһендәге Юрматы ауылында тыуған, 1932 йылда Стәрлетамаҡ педагогия училищеһын тамамлап, 1934 йылға тиклем Ишембай районының Буреҡаҙған мәктәбендә 2 йыл директор булған, 1934-1938 йылдарҙа Өфө педагогия институтын тамамлап, 1938-1939 уҡыу йылында Инйәр урта мәктәбенең завучы булып эшләп өлгөргән Мөхәррәм Ғәйнетдин улы Туҡтамышев эшләй. Тарих фәненән уҡыта. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас һуғышҡа китә һәм 1947 йылда һуғыштан майор дәрәжәһендә ҡайтҡан яугир Сәйетбаба урта мәктәбендә директор булып эшен дауам итә. Мөхәррәм Ғәйнетдин улы (1912-2003 йыл) мәктәптә директор вазифаһында 1949 йылға тиклем эшләй.
Замандаштары һәм уҡыусылары М.Ғ.Туҡтамышевты бары ыңғай яҡтан, аҡыллы һәм эшлекле шәхес итеп иҫкә ала. Ул үҙенең юғары рухы, һәр кем фәһем алырлыҡ һоҡланғыс ҡылыҡтары, һәр кемдең күңелен яҡтыртып ебәрерлек һәйбәт эштәре менән иҫтә ҡала, тип яҙалар Мөхәррәм Ғәйнетдин улы хаҡында замандаштары.
Фәниә ФӘЙЗУЛЛИНА.
Читайте нас: