+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
11 Февраль 2020, 14:50

Һәр мәсьәлә иғтибар үҙәгендә

Ауыл биләмәһе Советы депутаттарының киңәйтелгән асыҡ ултырышының сираттағыһы 30 ғинуарҙа Яңғыҙҡайын ауылында үтте. Ултырышта район хакимиәте башлығының иҡтисади үҫеш, етештереү һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Рәмил Рафаил улы Әхмәтов, Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Алик Рәмил улы Йәнешев, ауыл Советы депутаттары, был биләмәгә ҡараған Яңғыҙҡайын, Ноябревка, Урал ауылдары халҡы ҡатнашты.

Ултырышта уҙған йылдағы эштәргә йомғаҡ яһап, урындағы халыҡтың көнитмеше, ауыл биләмәһенең социаль-иҡтисади хәле һәм киләсәккә пландар менән Яңғыҙҡайын ауыл биләмәһе башлығы Ғаян Заһретдин улы Фәйезов таныштырҙы.
- Һәр йылдағыса 2019 йылда ла беҙҙең алда халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреү, биләмәнең тотороҡло үҫеш юлын да-
уам итеү бурысы торҙо. Йыл һуҙымында ауыл хакимиәтендә 139 кеше ҡабул ителде. Улар башлыса ер, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәт итте. Дөйөм майҙаны 720 кв.м. булған 9 йорт төҙөлгән, 7-һе төҙөлә. Ауыл биләмәһендә 10 депутат округы эшләй. Былтыр16 йыйылыш булып, 60 һорау ҡаралды, 111 ҡарар ҡабул ителде. Уҙған йылда урындағы Совет ҡараған иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе – “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау - 2019” программаһында ҡатнашыу булды. Уның буйынса конкурста еңеп, рес-
публика бюджетынан 700 мең һум грант алыуға өлгәштек һәм Яңғыҙҡайын ауыл мәҙәниәт йортона йыһаздар һәм хужалыҡ кәрәк-яраҡтары алдыҡ. “Аныҡ эштәр" программаһы буйынса һәм район хакимиәте ярҙамы менән мәҙәниәт йортоноң түбәһен һәм балконын йүнәтеүгә өлгәштек. Бөтә тәҙрәләрен, ишектәрен алыштырҙыҡ. Хәҙер ололар ҙа, балалар ҙа бында әүҙем йөрөй башланы. Быйыл да “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында ҡатнашып, “МТЗ-82” тракторы алырға иҫәп тотабыҙ.
Яңғыҙҡайын ауыл биләмәһенә өс ауыл – Яңғыҙҡайын, Ноябревка, Урал ҡарай. Территорияһы 5830 гектар тәшкил итә. 2019 йылдың 1 ғинуарына ҡарата был ауылдарҙа 1036 кеше йәшәй, Яңғыҙҡайында – 994, Ноябревкала – 4, Урал ауылында 38 кеше иҫәпләнә. Мәктәпкәсә йәштәге 71 бала, 7 йәштән 18-гә тиклемге - 149, ә 18-ҙән 60 йәшкә тиклем һәм өлкәнерәк 828 кеше бар. Бюджет өлкәһендә - 37, ауыл хужалығы предприятиеларында – 42, шәхси эшҡыуарҙарҙа – 38, вахта ысулы менән ситкә йөрөп 61 кеше эшләй, эшһеҙҙәр 6 кеше, ҡалғандар мал тотоп, ҡош-ҡорт аҫрап үҙ хужалыҡтарында шөғөлләнә. 2019 йылда беҙҙең биләмәлә 13 бала тыуҙы, был һәйбәт күрһәткес, 2025 йылда улар 1 класҡа барасаҡ тигән һүҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 19 кеше вафат булды. Мәрхүм булыусыларҙың 16-һы оло йәштәгеләр булһа, 3-һе хеҙмәт йәшендәге йәштәр.
Шәхси хужалыҡтарҙа бөтәһе 646 баш эре мөгөҙлө мал, шуларҙың 211-е һыйырҙар, 532 баш һарыҡ-кәзә, 7724 ҡош-ҡорт, 26 сусҡа, 28 ат, 287 баш бал ҡорто иҫәпләнә. Яңғыҙҡайын ауылында йәшәүсе Ишморатовтар, Ғафаровтар, Рамазановтар, Фәйзуллиндар 15-20 баш һыйыр малы, Филүс Сабитовтың ғаиләһе 81 баш һарыҡ аҫрай.
Башҡарма властың иң мөһим бурыстарының береһе – бюджет аҡсаларын үҙ ваҡытында һәм дөрөҫ итеп тотоноу. Былтыр физик шәхестәрҙән һалым 35834, ауыл хужалығы һалымы 72530, халыҡтан милек һалымы 35820, ер һалымы 707983, милекте ҡуртымға алыуҙан килгән һалым 359889 һум, дәүләт пошлинаһы 14900 һум, һөҙөмтәлә, үҙ килемебеҙ 908650 һум, бюджет дотацияһы 2388100 һум тәшкил итте. Аппаратты тотоу өсөн, урамдарҙы яҡтыртыуға, төҙөкләндереүгә, янғын депоһын, юлдарҙы тотоуға, коммуналь хужалыҡ эштәренә сығымдар ҙа күп кенә булды.
Биләмәлә 19 күп балалы, 3 имен булмаған, 8 тулы булмаған ғаилә иҫәпләнә. Улар менән ауыл хакимиәте ҡарамағындағы бәлиғ булмағандар эше буйынса комиссия ағзалары әүҙем эшләй. Иҫерткес эсемлектәр һатыусылар менән дә көрәш алып барабыҙ.
Яңғыҙҡайын ауыл биләмәһе ҡарамағында 29,688 км. юл бар. Урамдарҙағы юлдар тигеҙләнеп, барыһына ла ҡырсынташ түшәлгән. Быйылғы йылда ауылдағы бөтә юл киҫелештәренә тейешле юл билдәләре ҡуйыу, яҡтыртыу планлаштырыла. Юлдарҙы таҙартыуҙы “Ҡайын” МУП-ы башҡара. Шулай уҡ һәр саҡ үҙҙәренең тракторҙары менән ярҙамға килгән Раил Ишморатов, Тәлғәт Рамазанов, Илшат Ибраһимов, Илшат Ниғмәтуллин, Әсҡәт Уразаевҡа, ветеран тракторисыбыҙ Әмир Кәлимуллинға, үҙ шоферҙарыбыҙ Тәлғәт һәм Рәшит Мусиндар, Алек Мостафин, Ленин исемендәге колхозға, шәхси эшҡыуар Р.В.Мөьминовҡа рәхмәт әйтеп китке килә.
Һуңғы өс йылда биләмә ауылдарына 334 яҡтыртҡыс ҡуйылды. Был эштә Рим Ғәлекәев менән Вячеслав Садаевтың тырышлығы ҙур булды. Һыу селтәрҙәрен “Ҡайын” МУП-ы (Р.Ш.Ғәлекәев) хеҙмәтләндерә. Уҙған йылда 10 йортҡа һыу индерелде, бөтәһе 293 йортҡа һыу үткән. Шәхси йорттарға газ үткәреү 80,5 процент тәшкил итә. Былтыр 4 ғаилә үҙ йортона газ үткәргән. Биләмә халҡы йылдан-йыл шәхси хужалыҡтарын төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бирә, дөйөм өмәләрҙә лә әүҙем ҡатнашалар. Тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған янғын һағы командаһында 5 кеше эшләй. Мәктәптә йыл һайын янғын һағы хәүефһеҙлеге буйынса класс сәғәттәре үткәрелә.
Социаль-иҡтисади үҫешкә биләмәләге күп һанлы эшҡыуарҙар, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары һәм Ленин исемендәге колхоз эшмәкәрлеге ҙур йоғонто яһай. КФХ-ны һәм Ленин исемендәге колхозды Риф Мөьминов етәкләй. Икеһендә лә малсылыҡ һәм үҫемлекселек менән шөғөлләнәләр. “Ҡайын” МУП-ы һыу селтәрҙәре, урамдарҙағы яҡтылыҡ, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу менән шөғөлләнә. "ШЭ Р.Ғ.Ғафаров" КФХ-һы малсылыҡ, ҡортсолоҡ һәм ағас быстырыу эштәрен башҡара. Шәхси эшҡыуар М.З.Фәйезов икмәк һәм башҡа ҡамыр ризыҡтары бешерә, кафеһы эшләй. З.Р.Садиҡова кондитер ризыҡтары етештерһә, Р.Р.Ғөбәйҙуллин элекке сусҡа фермаһында ауыл туризмы өсөн база төҙөй. Киләсәктә унда балыҡ, ҡош-ҡорт, һыйыр малдары һәм урындағы тоҡомло бал ҡорттары үрсетергә иҫәп тота. Шәхси эшҡыуарҙар А.С.Лоғоманова, З.Ш.Тимерова, Н.В.Полякова һатыу менән шөғөлләнә.
Биләмәлә 10 койка-урынға иҫәпләнгән амбулатория (табип И.И.Бохармәтов) эшләй. Унда 2 табип, 2 фельдшер, 6 шәфҡәт туташы, 1 лаборантка, 1 санитар, 1 шәфҡәт туташы физик кабинетта халыҡты хеҙмәтләндерә. Биләмәләге урта мәктәптә (директоры Р.З.Насиров) 16 уҡытыусы 143 уҡыусыға белем һәм тәрбиә бирә. Балалар баҡсаһына 35 бала йөрөй. Биләмәләге ауыл мәҙәниәт йорто (етәксеһе Р.Р.Мөьминова) халыҡтың мәҙәни ялын ойоштора.
Йәшәйеш өсөн кәрәк булған эштәр быйыл да иғтибар үҙәгендә булыр, төҙөкләндереү һәм сүп-сар реформаһы буйынса булған мәсьәләләрҙе бергәләп атҡарып сығырбыҙ тип уйлайым, - тип тамамланы үҙ сығышын Ғ.З.Фәйезов.
Биләмәнең ветерандар советы рәйесе Флүр Ҡаһарманов, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Рәүилә Мусина башҡарылған эштәр, пландар тураһында һөйләне.
Район хакимиәте башлығының иҡтисади үҫеш, етештереү һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Р.Әхмәтов ултырышты дауам итеп, ҡыҫҡаса райондың хәл-торошо менән таныштырҙы, һуңғы арала башҡарылған эштәрҙе барланы, пландар менән дә уртаҡлашты. Үҙәк район дауаханаһының баш табибы А.Йәнешев сығыш яһап, был төбәктә йәшәүселәрҙең һаулыҡ һаҡлау йүнәлешендә һорауҙары күп булғанлыҡтан, уларға туҡталып, аңлатып үтте.
Халыҡтың урындағы етәкселеккә лә, был сарала ҡатнашыусыларға ла һорауҙары күп булды. Иң күп һорау ауыл-да ҡояш электр станцияһы төҙөлөүгә ҡағылышлы булды.
Яңғыҙҡайын ауыл Советы депутаттарының киңәйтелгән ултырышы ҡарар ҡабул итте һәм ошоноң менән үҙ эшен йомғаҡланы.
Йыйылыштан һуң етәкселек шәхси һорауҙар буйынса ҡабул итеү уҙғарҙы.
Әлфиә ВӘЛИЕВА.
Читайте нас: