+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
14 Февраль 2020, 18:00

Туған телгә һөйөү менән

...Яҙмышыбыҙ – тел яҙмышы,Беләм уның хаҡында.Әгәр телем йәшәй икән,Йәшәйәсәк халҡым да.Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ.Еҙем-Ҡаран ауыл мәҙәниәт йортонда урынлашҡан музей мөйөшөндә үткәрелгән “Алтын тирмә” уйын-конкурсы балаларҙы, йәштәрҙе нәфис әҙәбиәткә, туған телгә ылыҡтырыуға, республика яҙыусылары ижадын популярлаштырыуға арналды.

Еҙем-Ҡаран моделле китапханаһы мөдире Гөлшат Рахманғолова әҙерләп алып барған уйында Ибраһим ауылынан “Һылыуҙар” һәм Еҙем-Ҡарандан “Ағинәйҙәр” командалары ҡатнашып, туған телебеҙгә арналған ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап бирҙеләр.
Эйе, юғары даирәләрҙә телдәр яҙмышына ҡарата хафаға һалырлыҡ, уйландырырлыҡ фекерҙәр тыуған ваҡытта тағы бер тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә алыу һис артыҡ булмаҫ, моғайын.
Туған телде, милли йолаларҙы һаҡлау, үҫтереүгә арналған, тап ошондай - ҙур аудиториялар талап ителмәгән, үҙ ерле һөйләшеңдә ихлас, яҡындан аралашыу рәүешендә үткән саралар тамашасы күңелендә нығыраҡ урынлашып ҡала. Шуға ла районыбыҙ мәктәптәрендә, мәҙәниәт йорттарында, балалар баҡсаларында күптән инде боҙ ҡуҙғалды. Ҡабатланып килгән йыр һәм бейеүҙәрҙән генә торған бер төрлө сығыштар кәмене. Мәҙәниәт йорттарында уҙғарылған сараларыбыҙ ниндәйҙер бер йолаға, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә нигеҙләнеп үтә башланы. Аҙмы-күпме сарҙаҡтарҙа, өләсәйҙәребеҙҙең һандыҡтарында һаҡланып ҡалған боронғо көнкүреш әйберҙәре музей ҡомартҡылары булып клубтарыбыҙҙа, китапханаларыбыҙҙа урын алды. Халыҡ оҫталары эшләгән ҡул эштәренә иғтибар артты.
Башҡорт әҙәбиәтенә, сәнғәтенә бәйле сараларҙа торған һайын зауыҡлы, матур башҡорт кейемендәге балалар, ололар йышыраҡ күренә башланы. Шуныһы ла һөйөнөслө: һәр кем был милли кейемдәрҙе үҙ йөрәге ҡушыуы буйынса тегә йәки тектерә. Туған телендә матур итеп һөйләшкән, үҙ халҡының милли кейемдәрен кейгән балалар, йәштәр, ағинәйҙәр районыбыҙ һәм республикабыҙ сәхнәләрен яулай.
Әлбиттә, туған телде һәм милли йолаларҙы һаҡлауҙа, үҫтереүҙә ғаиләнең роле бик ҙур. Балаларға кесе йәштән тел ҡәҙерен аңлатыу кәрәк. Туған телдә бишек йырын ишетеп, үҙ халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын күреп-белеп үҫкән бала ғына ысын бәхетле.
Рәүилә КИЛМӨХӘМӘТОВА,
Еҙем-Ҡаран ауыл мәҙәниәт йортоноң баш художество етәксеһе.
Читайте нас: