-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
15 Февраль 2020, 11:00

Ихласлыҡ бөркөлә йөҙөнән

Эй, был йылдар тигәнең, аҡҡан һыу һымаҡ һиҙҙермәйсә үтеп тора. Әле ҡасан ғына дауаханаға балаларыбыҙ менән килә инек, бөгөн инде ейән-ейәнсәрҙәребеҙ менән йөрөйбөҙ. Үткән йылдар төҫ-ҡиәфәтебеҙгә, холоҡ-фиғелебеҙгә үҙгәрештәр индереп, сәстәргә сал йүгерткән. Ә бына Үҙәк район дауаханаһының балалар бүлегендә күптән эшләүсе шәфҡәт туташтарын был йылдар урап үткәндәй тойола. Бына, мәҫәлән, өс тиҫтә йыл ғүмерен ошо бүлектә балалар дауалауға арнаған Ләлә Хәйрулла ҡыҙы Ғүмәрова ла һаман йәп-йәш, ихлас, һаман да ул балаларҙы, балалар уны ярата.

Юлыҡ ауылы ҡыҙы ул. Сара Зәкир ҡыҙы менән Хәйрулла Нәбиулла улы Шафиҡовтарҙың ишле ғаиләһендә 11-се бала булып донъяға килә. Эшкә лә, уҡыуға ла тырыш Ләлә бәләкәйҙән ауыл медпунктында барыһын да дауалаған фельдшер-табип булыу хаҡында хыяллана. 8-се класты тамамлағас, Стәрлетамаҡта эшләп йөрөгән Мәлихә апаһына серен сисә һәм уныһы һеңлеһенә медицина училищеһына уҡырға барырға кәңәш итә. Тап шулай итә лә Ләлә, имтихандарҙы уңышлы тапшырып, училищеға уҡырға инә һәм 1989 йылда уны тамамлап, Үҙәк район дауаханаһының балалар бүлегенә эшкә ҡайта. Күп тә үтмәй, һәр кемгә иғтибарлы, йомшаҡ һүҙле, баҫалҡы, иң мөһиме "еңел ҡуллы" шәфҡәт туташы булараҡ бүлектә дауаланыусы балалар ғына түгел, уларҙың ата-әсәләренең дә ихтирамын яулай.
- 1990 йылда балалар менән дауаханала ятырға тура килгәйне. Укол һалыр ваҡыт етһә, балалар тик Ләләнән яһатабыҙ, ул ауырттырмай ғына һала, тип сират тора инеләр. Ысынлап та, саҡ эшләй башлауына ҡарамаҫтан, яңы тыуған сабыйҙарҙың да ҡан тамырын тиҙ таба, уколды ла еңел генә һала ине, - тип хәтерләй бер әсә.
- Көйһөҙ, бер кемгә лә баш бирмәгән баланың күңеленә лә үтеп инә ала, һәр береһе менән уртаҡ тел таба, - тиҙәр уның хаҡында коллегалары.
Ләлә Хәйрулла ҡыҙы эш урынында маҡтаулы, ихтирамлы шәфҡәт туташы булһа, ғаиләһендә уңған хужабикә, яҡшы ҡатын, хәстәрлекле әсә. Тормош иптәше Марсель Рәсүл улы менән матур ғаилә ҡороп, өс бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Ҡыҙҙары Әлиә М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының сит телдәр факультетын тамамлап, магистратурала уҡыуын дауам итә, игеҙәк улдары Ринат менән Радик Өфө дәүләт авиация-техник университетының 4-се курсында уҡып йөрөй. Әйткәндәй, былтыр Ләлә менән Марсель Ғүмәровтар ғаилә ҡороуҙарының 25 йыллығын – көмөш туйҙарын билдәләгәндәр.
- Икеһе лә туғансылдар, ихлас-алсаҡтар, киң күңеллеләр, ишектәре һәр кемгә асыҡ. Барыбыҙ өсөн дә кәңәшсе, терәк-таяныс булып торалар, - ти улар хаҡында туғандары.
- Ләләгә һоҡланып бөтә алмайбыҙ инде. Барыһына ла өлгөрә, бөхтә, йыйнаҡ. Йыл әйләнәһенә тәҙрә төптәре, иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем баҡсаһы шау сәскәгә күмелеп ултыра. Ләлә лә, Марсель дә бик ярҙамсылдар. Үҙ-ара беҙҙең врачыбыҙ тип йөрөтәбеҙ Ләләне. Сирләп торғаныңды белеп ҡалһа, тиҙ үк килеп етеп дауалай башлай, - ти ағаһы Миңнулла.
Яҡындарына, кешеләргә шулай ярҙамсыл, алсаҡ, эскерһеҙ булғанға ла Ләлә Хәйрулла ҡыҙын йылдар урап үтәлер. Алдағы йылдарҙа ла яҡындарыңдың ихтирам-хөрмәтенә күмелеп, кешеләргә яҡшылыҡ-изгелек эшләүҙән йәм, ғәм табып йәшәргә һәм эшләргә яҙһын һиңә, Ләлә Хәйрулла ҡыҙы.
М.МЫРҘАЯНОВА.
Читайте нас: