+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
15 Февраль 2020, 11:00

Ҡурҡыу белмәҫ афған яугиры

Районыбыҙҙа афған һуғышында интернациональ бурысын үтәүселәр араһында Ҡарағай ауылында йәшәүсе Рәмил Кашфулла улы Йәғәфәров та бар.

Имәндәш ауылында тыуып үҫә Рәмил. Бала сағы, үҫмер йылдары башҡа тиҫтерҙәренән бер нимәһе менән дә айырылмай. Бәләкәйҙән техникаға мөкиббән егет 8-се класты тамамлағас, “Еҙем” колхозында “Т-150” тракторы штурвалы артына ултыра. Бер аҙ хеҙмәт сынығыуы алып, тәжрибә туплағас, водитель һөнәрен үҙләштерә. 1979 йылдың яҙында 20 йәше тулыуға әрме хеҙмәтенә саҡыралар. Калининград ҡалаһында учебкала була һәм көҙгә афғанға оҙаталар.
-Учебкала беҙҙең райондан 8 егет инек. Әммә барыһы ла афғанға эләкмәне, Башҡортостандан 600-ләп кеше оҙатылдыҡ, һалдаттар бөтөн райондарҙан да булды, бары тик Өфөнән генә юҡтар ине. Улар араһында Еҙем-Ҡарандан Мәҡсүд Шәйәхмәтов, Үзбәктән Ринат Ғәлин, Имәнлектән, Үтәктән, Яңғыҙҡайындан егеттәр бар ине, әммә күптәре арабыҙҙа юҡ. Әйткәндәй, тыуған ауылым Имәндәштән тиҫтәгә яҡын егет Афғанстанда интернациональ бурысыбыҙҙы үтәнек. Миңә механик-водитель булараҡ, хәрби автомашинала орудиелар тағып та, төргәктәр тапшырыу өсөн Афған ерҙәрен арҡырыһын буйға тиерлек иңләп сығырға тура килде. Көн дә тиерлек үлем менән осрашып, аҙым һайын хәүеф һағалап торған урындарҙан йөрөүе бик еңелдән булманы, әммә ундай саҡта ҡурҡыуҙы ла белмәйһең, үҙеңә йөкмәтелгән бурысты үтәргә кәрәк,- тип хәтер йомғағын һүтә афған яугиры.
Шул дәүергә 40 йыл ғүмер үткән. Тыуған ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас, ситкә бәхет эҙләп сығып китеүҙе хуп күрмәй, тыуған “Еҙем” колхозында эшен дауам итә. Мораҙ ауылынан Рима Фахразый ҡыҙы менән өйләнешеп, Ҡарағайҙа колхоз эшсеһе булараҡ төҙөп биргән йортта төпләнеп, ошонда бәхетле ғүмер кисерәләр. Ҡатыны Ҡарағай почта бүлексәһендә эшләп, хаҡлы ялға туҡтаған. Ике ҡыҙға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарғандар. Ҡыҙҙарының өлкәне Рина ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй, бер ҡыҙ әсәһе. Кесеһе Лена Ҡарағайҙа төпләнгән, Иҫке Тайыш башланғыс мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй, Ислам, Рамазан исемле улдары бар.
Тыныс ҡына йәшәүҙе хуп күргән, нимәлер даулап йөрөмәгән Рәмил Кашфулла улы быйыл пенсияға сыҡҡан. Йәғәфәровтар мал-тыуар аҫрай, үҙҙәре өсөн генә бал ҡорттары ҡарайҙар.
Индира ИШКИНА.
Читайте нас: