+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
18 Февраль 2020, 12:20

Сәйетбабалар күңелле ял итә

Ҡыш көндәре аралашыу, мәҙәниәт йортонда булған сараларға йөрөргә айырыуса уңайлы ваҡыт.

Бильярд уйындарының тыуған яғы булып Ҡытай һәм Һиндостан иҫәпләнһә лә, Сәйетбаба ауылы ир-аттары ла был уйынды үҙ иткәндәр. Улар мәҙәниәт йортона бильярд, теннис уйнау өсөн махсус өҫтәлдәр алыуҙарына шатланып бөтә алмайҙар. Хәҙер ҡараңғы төшөр төшмәҫтән шунда йүгерәләр. Үҙҙәренә талап та ҡуйғандар: эсмәҫкә, тәмәке тартмаҫҡа. Бында йәштәр менән бергә олатай, ҡарт олатайҙар ҙа дәртләнеп йөрөй. Кий таяҡтары тотҡан ағайҙар шарҙарға тиҙлек өҫтәп төртөп, өҫтәл буйлап ебәреп, йүнәлеш бирәләр. Ә теннис өҫтәлендә ике кеше тиҙлек менән шарҙарҙы сеткаға тейҙермәй бер яҡтан икенсеһенә осора. Был уйындарҙы уйнау күңелгә үҙе бер ял бирһә, ҡарап тороуы ла күңелле.
Читайте нас: