+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
18 Февраль 2020, 15:25

“Саф ел” йәштәрҙе йыйҙы

Күптән түгел Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында “Саф ел” тип аталған йәштәр мәғариф форумы үтте. Бында районыбыҙҙың етмешкә яҡын дәртле, йәш кешеһе йыйылды. Көнө буйы барған форумда йәштәргә үҙҙәрен төрлө яҡтан һынап ҡарарға, үҫеш юлдарын нисек булдырырға икәнлегенә төшөнөргә, аралашырға мөмкинлек ҙур булды.

Иң тәүҙә Ғафури йәштәре берлеге рәйесе, Имәндәш ауылы ҡыҙы Әлиә Рәшитова форумды асып, барыһын да йәштәр өсөн мөһим булған осрашыу менән тәбрикләне һәм ҡатнашыусыларға был сараға килгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Районыбыҙҙың йәш, оҫта йырсыһы һәм алып барыусыһы Фәнзил Ғәлиндың дәртле йыры барыһының да күңеленә хуш килде, кемдәрҙер ҡушылып йырлап та ултырҙы.
Артабан район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтова сығыш яһап, район йәштәрен берҙәм, әүҙем булырға саҡырҙы. Районда айырыуса уҡытыусы, табип һөнәрҙәре буйынса эшсе көстәргә ҡытлыҡ булыуын, эшкә ҡайтыусыларға һәр яҡлап ярҙам буласағын да белдерҙе, төбәгебеҙҙең киләсәге ошо йәштәр ҡулында икәнлеген дә әйтеп китте.
Ҡауарҙы ауылында тыуып үҫкән, “Юлдаш” радиоһы алып барыусыһы Алмаз Бәширов “Мотивация” блогында маҡсаттарға нисек ирешеү, үҫеш юлдары тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бирҙе. Ул үҙе 6-сы класҡа тиклем Ҡауарҙы мәктәбендә, һуңынан Стәрлетамаҡтағы 3-сө башҡорт, Өфөләге иҡтисади лицейҙарҙа уҡыһа, аҙаҡтан Башҡорт дәүләт университетының филология һәм журналистика факультетын тамамлаған. Башҡорт һәм урыҫ телен яҡшы белеүе менән айырылып тора. “Ниндәй төҫтә булыуына ҡарамаҫтан, йәштәргә эш табыу өсөн иң тәүҙә диплом алырға кәрәк”, - тигән фекерҙә ул.
Башҡортостан Йәш яҡташтар берлеге ассоциацияһы рәйесе, координация һәм проекттарҙы акселерациялау фондының башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү белгесе Байрас Азаматов “Социаль проектлау” блогында проекттарҙы яҡлау, эште башлап китеү юлдары менән таныштырҙы. Шул уҡ ваҡытта тик ултырырға ирек бирмәйенсә йәштәрҙе командаларға бүлеп, ҡыҙыҡлы, фәһемле һәм мауыҡтырғыс уйын-эш формаһында аралаштырҙы. Уның юғары ойоштороу һәләте, залдағы йәштәрҙе йәлеп итә белеүе командалар менән берлектә фекерләп, булған проблемаларҙы дөрөҫ итеп яҙып, әйттерә алыуында күренде.
Төштән һуң режиссер, сценарийҙар яҙыусы, “Һомай” театр-дефиле” студияһы директоры, матурлыҡ конкурстарын ойоштороусы Айгөл Үтәгәнованың сығышын да йәштәр мауығып тыңланы. Районыбыҙҙағы “Батыр” клубы етәксеһе Флорид Ғибаҙуллин сәләмәт йәшәү, нисек көслө булыу серҙәрен асты. “Башҡортостан” гәзите журналисы, шағирә Айгөл Йәмилева үҙенең сығышын “Профориентация” темаһына бәйләп үткәрҙе. Шул уҡ ваҡытта Өфө дәүләт нефть техник университеты доценты Рөстәм Хәсәнов та үҙе эшләгән йүнәлештә маҡсатҡа нисек өлгәшергә, бында ниндәй талаптар ҡуйылыуы тураһында ентекләп һөйләне.
Йәштәр форумы эшлекле шарттарҙа үтте. Сара йәштәргә үҙҙәрен күрһәтеү, яңы таныштар, дуҫтар табыу, өлгөлө йәштәрҙән үрнәк алыу өсөн мөмкинлек тә бирҙе. “Саф ел” тулҡынында район йәштәре нисектер уянып киткәндәй тойолдо. Уларҙың үҙ-ара аралашыуы, фекер уртаҡлашыуы, төрлө мәсьәләләрҙе күтәреүе әһәмиәтле булды.
Әлфиә ВӘЛИЕВА.
Читайте нас: