Төп иғтибар - төҙөкләндереүгә
Биләмә башлығы отчетынан күренеүенсә, ауыл биләмәһе буйынса әлеге көндә 4755 йорт-хужалыҡ булып, уларҙа 13 525 кеше йәшәй, шуның 7338-е
- эшкә яраҡлы халыҡ, 2304-е - 18 йәшкә тиклемге балалар.
Ауыл биләмәһенең йөҙөн үҙгәртеү, төҙөлөш һәм йәмғиәттәге мөһим объекттарҙы һәм коммуникацияларҙы ремонтлау кеүек тормош шарттарын яҡшыртыуға ҡоролған эштәрҙе башҡарыу, дөйөм алғанда ауылдарҙы төҙөкләндереү урындағы бюджет торошона бәйле. 2019 йылда Красноусол ауыл биләмәһе бюджетына 91 727 643, 63 һум аҡса кергән, шуның 7 637 223, 39 һумы үҙ килеме.
Дамир Венер улының сығышында отчет осоронда аҡсаның ҡайҙа йүнәлтелеүе тулыһынса яҡтыртылды. Биләмәлә йәшәүсе халыҡты иң борсоған мәсьәләләрҙең береһе булып юлдар торошо ҡала. 2019 йылда уларҙы ремонтлауға, күтәртеүгә һәм тәртиптә тотоуға (ҡарҙан таҙартыу, юл разметкаһы һалыу, юл билдәләре урынлаштырыу) 50 064 772 һум, шуның 38 571 799 һумы республика бюджетынан бүленгән аҡса.
Уҙған йылда Красноусолда подрядсы “Агродорстрой” ЯСЙ-е тарафынан Спортивная, Патриотик, Богоявлен, Берҙәмлек, Киров, Тау, Еңеү, Пархоменко, Свердлов, Ясная Поляна, Пушкин, 2-се һәм 4-се Исемһеҙ, Еңеү, Пятяри тыҡрыҡтары юлдары ремонтланған. “Ингстрой” ЯСЙ-е Энтузиастар, 1-се Исемһеҙ тыҡрығынан Йәштәр биҫтәһенең Патриотик урамынан Берҙәмлек урамына тиклем, Ғарипов урамы, Һабантуй биҫтәһенең Ғарипов урамынан Яҡупов урамынаса һәм Яҡупов урамынан Сахалин урамынаса, Новоселка биҫтәһенең К.Маркс һәм Коммунистик урамынан алып, Юбилей урамы Юбилей тыҡрығынаса, Пятяри, Туҡай урамдары, Көнбайыш урамынан урау юлғаса 316 м; “Башстройресурс” ЯСЙ-е 2-се Исемһеҙ тыҡрығы, 2-се Исемһеҙ урамдан алып Чушкин һәм С.Юлаев урамдары, Сахалин, З.Әхмәтйәнов урамдары юлдарын ремонтлаған. “Красноусол коммуналь хужалыҡ” МУП-ы көсө менән Крас-ноусолда 2,7 км-ҙан ашыу юлдарға (отсыпка) ҡырсынташ түшәлгән.
2019 йылда Красноусол ауыл биләмәһе юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү йәһәтенән дә шөғөлләнгән, тап ошо маҡсатта К.Маркс менән Калмыков урамдары киҫешкән урында 769 991 һумға светофор, шулай уҡ 300 000 һумдан ашыу суммаға юл билдәләре һатып алып урынлаштырылған. Гагарин, Дача, Достоевский урамдары юлдарына өҫтәлмә ете яһалма тигеҙһеҙлек монтажланған.
Программалар тормошҡа ашырыла
Күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлауға килгәндә, ауыл биләмәһендә 69 күп фатирлы йорттарҙа дөйөм 217 подъезд иҫәпләнә. “Подъездарға капиталь ремонт” милли проекты сиктәрендә төбәк операторы тарафынан Гагарин урамы 54/1, Блюхер урамы 7/1, К.Маркс урамы, 20, Фрунзе урамы, 35/1-се һанлы йорттарҙа 12 подъезға ремонт уҙғарылған. Урамдарҙы яҡтыртыу йәһәтенән “Башҡортостан Республикаһында ауылдарҙа тышҡы яҡтылыҡ системаһын модернизациялау” милли проекты сиктәрендә Красноусол урамдарына былтыр барлығы 829 дана яҡтыртҡыс урынлаштырылған.
“Башҡорт ихаталары” программаһына ярашлы, “Инфодорстрой” ЯСЙ-е тарафынан район үҙәгендәге Ленин урамында 24-се, К.Маркс урамындағы 2-се һәм 4-се күп фатирлы йорттарҙың, “Башкир-
автодор” АЙ-е көсө менән Калмыков урамының 9-сы күп фатирлы йорт ихата биләмәләре төҙөкләндерелгән. “Энергетик төҙөлөш инвестиция компанияһы” ЯСЙ-е Красноусолдағы Соҡор урамының 2-се, К.Маркс урамының 5-се, 3-сө күп фатирлы йорттары ихата биләмәләрендә балалар спорт майҙансыҡтары урынлаштырыу менән бергә төрлө кимәлдәге эштәр башҡарған. “Заманса ҡала мөхите булдырыу” милли проектына ярашлы, ике йәмәғәт биләмәһе булдырылып, Коммунистик урамында Ял үҙәге - заманса күп функциялы майҙансыҡ, Аэродром урамында аллея төҙөлдө.
Халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе “Тепловодоснабжение” МУП-ы ярҙамында башҡарыла. Былтыр “ТВС” МУП-ы Йәштәр биҫтәһендә - 550 метр һәм Чушкин урамында 294 метр оҙонлоғонда һыу үткәргестәр һалыу менән мәшғүл булған. Көнбайыш тыҡрығында 165 метр, Төлкәҫ, Тыныслыҡ урамынан Аксаков урамына тиклем 675 метр оҙонлоҡта һыу үткәргестәр реконструкцияланған, Гагарин урамында 54/1 һәм 54/2-се йорттар янындағы 330 метр оҙонлоҡта ППУ изоляциялы йылылыҡ трассаһы алыштырылған. “Красноусол” балалар ял-һауыҡтырыу лагеры ҡаҙанлығы ремонтланған, “Миләшкәй” балалар баҡсаһы ҡаҙанлығы ҡаҙаны алыштырылған.
“ГИП-Электро” ЯСЙ-е менән урамдарҙағы яҡтыртыу системаһын һәм электр үткәргес линияларҙы техник хеҙмәтләндереү буйынса килешеү төҙөшөлгән. Электр селтәрҙәренең ышаныслы эшен һәм сифатын тәьмин итеү йәһәтенән Гвардия, Чапаев, Төньяҡ урамдарында, Гагарин урамының аҙағында электр селтәрҙәренә капиталь ремонт уҙғарылған. Леваневский, Крупская, Көнбайыш урамдарындағы һауа линияларының ағас бағаналары тимер-бетонға алыштырылған (барлығы 48 дана).
Сығыш яһаусы ауыл биләмәһендә бер нисә йыл рәттән эшләп килгән түбәндәге программалар проекттарының уңышлы тормошҡа ашырылыуын билдәләп үтте. “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы буйынса былтыр йыл аҙағында аҫылмалы ҡоролма менән “МТЗ-82” тракторы алыуға өлгәшелгән. “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының “Аныҡ эштәр” проекты сиктәрендә ауыл биләмәһенә
500 000 һумлыҡ финанс ярҙамы күрһәтелгән. Был аҡсалар биләмәләге йорттарҙың номерын һәм урам исемдәрен яҙҙырыуға, өс комплект балалар майҙансығы һатып алыуға йүнәлтелгән.
Ауыл биләмәһендәге эшҡыуарлыҡ үҫешендәге хәлдәрҙе барлап, биләмә башлығы үҙ эшен уңышлы алып барған барлыҡ эшҡыуарҙарға ла хеҙмәттәшлектәре һәм ярҙамдары, ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашыуҙары, уның үҫешендә үҙ өлөштәрен индереүҙәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Красноусол ауыл биләмәһендә барлығы 288 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты, 220 шәхси предприятие, 68 яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт теркәлеп, эшмәкәрлек алып бара.
Һәр йыл һуҙымында ауыл биләмәһе хакимиәте үҙҙәрен борсоған төрлө һорауҙар буйынса мөрәжәғәт иткән граждандар менән әүҙем эш алып бара. Отчет осоронда Красноусол ауыл биләмәһенә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса 101 ғариза ҡабул ителеп, 86 граждан торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтажлыҡ кисереүсе булып танылған, ә 15 кеше был хаҡта кире яуап алған.
Ауыл кешеләре менән малдарҙы көтөүҙе ойоштороуға, төҙөкләндереүгә, янғын хәүефһеҙлегенә, хоҡуҡ тәртибен һаҡлауға һәм башҡа мәсьәләләргә арналған 23 сход һәм йыйылыш уҙғарылған.
Сығышта шулай уҡ йыл һуҙымында төрлө иҫтәлекле ваҡиғалар сиктәрендә ауыл биләмәһе хакимиәтенең һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарын, ғаилә юбилярҙарын, ғөмүмән, барлыҡ өлкән быуын вәкилдәрен иғтибарҙан ситтә ҡалдырмауы ла һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
Артабан биләмә башлығы янғын хәүефһеҙлеге темаһына, имен булмаған ғаиләләргә контроль, ауыр тормош шарттарында ҡалған ғаиләләргә ярҙам мәсьәләләренә туҡталды, хәрби иҫәп һәм демографик күрһәткесте лә барланы.
Сығышы һуңында 2020 йылға бурыстарға туҡталып, Красноусол ауыл биләмәһе башлығы Д.Ҡунафин бюджет аҡсаларын маҡсатҡа ярашлы, эффектлы тотоноу, республика һәм федераль программалар сиктәрендә ауылдарҙы төҙөкләндереү, яңы биҫтәләрҙе инженерлыҡ инфраструктуралары менән тәьмин итеү кеүек мәсьәләләрҙе атаны. Красноусол ауыл биләмәһе ауыл Советының 2019 йылғы эшмәкәрлеге ҡәнәғәтләнерлек тип баһаланды.
Мөһим мәсьәләләр күтәрелде
Артабан 1-се Һамар һайлау округы депутаты Галина Петрова башҡарылған эштәргә байҡау яһаны, район һәм Красноусол ауылы етәкселегенә был төбәк халҡын борсоған проблеманы еткерҙе. Һамар биҫтәһенән үҙәктә урынлашҡан мәктәптәргә 89 бала йөрөп уҡыуын билдәләп, уларҙы йөрөтөү өсөн автобус маршрутын булдырыу мәсьәләһен хәл итеүҙәрен һораны.
Район башлығы Фәнзил Сыңғыҙов ҡыҫҡаса райондағы социаль-иҡтисади хәл менән таныштырҙы, шулай уҡ Красноусол ауыл биләмәһендәге ыңғай үҙгәрештәрҙе барланы. Фәнзил Фәйез улы сығышының һуңында сәләмәт, булдыҡлы быуын үҫтереүҙе күҙ уңында тотоп, райондағы бөтөн балалар ҙа (әле 80 %)
буш ваҡыттарын файҙалы үткәрергә, төрлө түңәрәк-секцияларҙа шөғөлләнергә тейеш, тигән талап ҡуйҙы.
Йыйылышта берәҙәк эттәр, эсәр һыу (таҙартыу, фильтр ҡоролмалары булмауы) мәсьәләләре күтәрелде. Красноусол ауыл Советы депутаттарының киңәйтелгән ултырышының ҡарары ҡабул ителде һәм ошоноң менән үҙ эшен йомғаҡланы.
Индира ИШКИНА.