+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
18 Февраль 2020, 14:10

Һыйырҙың һөтө – телендә

Ауыл хужалығының малсылыҡ тармағы игенселек, үҫемлекселектән башҡа йәшәй алмай. Ныҡлы аҙыҡ базаһы булдырмай тороп, малсылыҡты тергеҙеп, үҫтереп булмай.

Һуңғы йылдарҙа мал аҙығы культураларына иғтибар әкренләп булһа ла арта. Сәсеү яҡынлашҡан һайын күп йыллыҡ үлән орлоҡтарына хаҡтар геомет-рик прогрессияла арта, ҡиммәт хаҡҡа ла табып булмай башлай. Бигерәк тә люцерна һәм күстерә (кострец) орлоҡтары бик ҙур һорау менән файҙаланыла.
Люцерна – юғары аҡһымлы мал аҙығы культураһы, уңдырышлы ерҙә үҫһә, тейешле тәрбиә булһа, йылына дүрт тапҡырға тиклем сабып алырға мөмкин. Люцернаны хаҡлы рәүештә үләндәр батшабикәһе тип йөрөтәләр. Таралыу ареалы бик киң, ер йөҙөндә күп йыллыҡ үләндәрҙең иң күп майҙандары люцернаныҡы. Люцернаны күстерә йәки тимофеевка менән ҡушып сәсеү ҙә бик отошло. Люцернаның яҡшы тороштағы сәсеүлектәре “ШЭ Ғафаров Р.Ғ.” КФХ-һында урынлашҡан. 2019 йылда “ШЭ Әфләтуллин Н.М.” КФХ-һында ла люцерна сәселде.
Ҡуҙаҡлыларға ингән эспарцет (йылҡы борсағы) туҡлыҡлылығы буйынса люцернанан әллә ни ҡалышмай. Ҡуҙаҡлы күп йыллыҡ үләндәр араһынан малдарҙа тимпания сирен (ашҡаҙан камераһында газ йыйылыу) булдырмаусы берҙән-бер культура. Юҡҡа ғына бит ул француз теленән “сәләмәт бесән” тип тәржемә ителмәй. Эспарцет бесәнен малҡайҙар бик яратып ашайҙар, бөртөгөн дә ҡалдырмайҙар. Бесән ҡалдыҡтары бөтөнләй ҡалмай, йомшаҡ, һарыҡтар ҙа кинәнеп ашай. Ҡоролоҡҡа бирешеп бармай, эзбизлы тупраҡты ярата. Ун йылға тиклем үҫә. Бурлы ауыл биләмәһенең халыҡ телендә Һоло түбә тип йөрөтөлгән яланында 2011 йылда сәселгән эспарцет ҡатыш күстерә әле лә арыу ғына торошта. Бында, әлбиттә, урындағы халыҡтың һаҡсыл ҡарашына һоҡланырға була.
Эспарцеттың тамырында һауанан азотты фиксациялаусы махсус бактерия-лар күпләп барлыҡҡа килә. Бактериялар ҙурлығы менән люпин тамырындағы бактерияларҙан ғына ҡалыша.
Козлятник (кәзә үләне) – ҡиммәтле мал аҙығы, составында юғары кимәлдә протеин бар. Бер урында 20 йылға тиклем үҫергә мөмкин. Йәшел массаның уңышы юғары, шуға күрә күп йыллыҡ үләндәр араһында уның үҙҡиммәте иң түбәне. Кәзә үләне орлоғона скарификация эшләп сәсергә кәрәк, сөнки орлоҡтоң тышҡы ҡатламы бик ҡаты, бер нисә йыл сыҡмай ятырға мөмкин. Скарификациянан (орлоҡтарҙың шытыуын тиҙләтеү) һуң инокулянт менән мотлаҡ эшкәртергә кәрәк. Ризоторфинды ҡулланыу ҙа яҡшы һөҙөмтә бирә. Инокулянт бөтөнләй булмаһа, 4-5 йылдан да кәм булмаған кәзә үләне үҫкән тупраҡты алып, орлоҡтар менән бутап сәсергә мөмкин. Инокулянт менән эшкәртелгән орлоҡтарҙы ҡояш ҡыҙҙырған мәлдә сәсергә ярамай, сөнки яҡтылыҡта бактериялар һәләк булырға мөмкин. “Урожай” ЯСЙ-е КХ-һы кәзә үләнен үҫтереү тәжрибәһенә бай һәм иң ҙур майҙандар ҙа был хужалыҡта.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы Тимерхан Салауатов элекке “Ленинизм” колхозында клеверҙың “Архангельский местный” сортын үҫтереп, орлоғон һатып, ҙур килем алғандарын ғорурланып һөйләй торғайны: “Клевер орлоғон һатып, хатта “Беларусь” тракторы һатып алдыҡ, орлоҡ эшкәртергә үҙебеҙҙең “клеверотерка” ла (клевер ыуғыс) бар ине. Өҫтән бирелгән план менән сәсеү үткәрелгән заманда ла беҙ клеверҙы күпләп сәсә инек. Шуның өсөн беҙҙе әллә күпме тәнҡитләнеләр”. “Архангельский местный” туғай клеверының халыҡ селекцияһы сорты 1939 йылда ҡулланышҡа индерелгән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы арала ҡандала үләненә (донник) иғтибар кәмене.Ул ярлы тупраҡта ла һәйбәт үҫә һәм яҡшы сидерат була ала, тик тупраҡтың әселеген өнәмәй.
Бер йыллыҡ ҡуҙаҡлы үләндәрҙән 2018 йылда Ленин исемендәге колхозда “Львовская-22”, 2019 йылда “Урожай” ЯСЙ-е хужалығында “Никольская” элита сортлы вика сәселде. Районда онотолоп барған был культураларҙың тергеҙелеүе бик яҡшы күренеш. Ленин исемендәге колхозда виканы төрлө иген культуралары менән ҡушып сәсеп, ярайһы ғына уңыш алдылар, был, үҙ сиратында, сифатлы фураж, бесәне-һаламы ла, халыҡ әйтмешләй “елле” генә.
Күп йыллыҡ үләндәрҙең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ, һыу эрозияһынан, бигерәк тә һуңғы йылдарҙа көсәйгән ел эрозияһынан һаҡлай, тупраҡты байыта, “терелтә”, структураһын тергеҙә, бына тигән бал биреүсе культуралар. Эспарцет, донник, фацелиянан алынған бал маҡтауға лайыҡлы. Глобаль проблемаға әйләнеп барған бал ҡорттарының һәләкәтен, бәлки, ошо культуралар күберәк сәселһә, ниндәйҙер кимәлдә туҡтатып булыр ине, минеңсә.
Күп йыллыҡ үлән орлоҡтарының хаҡы “тешләшә”, әлбиттә, шулай ҙа ул үҙенең хаҡын күп тапҡыр ҡайтара. Тик орлоҡто һатып алғанда отолмағыҙ, уның сифатын билдәләүсе документтарын (Тикшереү протоколы, сертификаттар) һорап алып, ентекләп уҡып сығығыҙ.
Лиза ХӘЙРЕТДИНОВА,
“Россельхозцентр” ФДБУ-һы Ауырғазы район-ара бүлегенең
баш агрономы.
Читайте нас: