Ауыл биләмәһе халҡы “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында артабан да ҡатнашырға теләк белдерҙе һәм 2020 йылда хәл итергә кәрәкле иң көнүҙәк мәсьәләнең береһе – ике техника һыймалы гараж төҙөүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы. Былтыр Имәндәш ауыл мәҙәниәт йортонда үткән дөйөм йыйылышта урындағы халыҡ “Проект аҡсаһын автомашина менән трактор өсөн гараж төҙөүгә йүнәлтергә” тигән ҡарар ҡабул итте.
Ауыл хакимиәте бинаһы янына урынлаштырыласаҡ әҙер каркаслы гараждың хаҡы яҡынса 900 мең һум: бағыусылар ярҙамы – 65 мең һум, халыҡтан 65 мең һум аҡса йыйыу күҙаллана, ауыл хакимиәте 120 мең һум бирәсәк. Республика бюджетынан 650 мең һум күләмендә субсидия бүленәсәк.
И.ӘЛИБАЕВА.