Ысынлап та, беҙҙең телебеҙ хазинаға тиң. Ул ата - бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, бай тарихын, изге йолаларын беҙҙең көндәргәсә алып килгән. Үҙ туған телебеҙҙә халҡыбыҙҙың аҡылын, зирәклеген, күңел күркен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен күрергә мөмкин. Беҙҙең халҡыбыҙ бер ҡасан да телһеҙ булмаған - үҙ телебеҙҙә һөйләгән, көйләгән. Боронғо замандарҙан килгән туған телебеҙҙәге мәҡәлдәрҙе, әйтемдәрҙе, әкиәт, хикәйәттәрҙе бөгөн дә ҡулланабыҙ. Туған тел ғүмеребеҙ буйы беҙҙең менән йәшәй. Беҙ бала саҡтан уҡ туған телде ишетәбеҙ, туған телдә телебеҙ асыла, шул телдә фекерләйбеҙ һәм һөйләшә башлайбыҙ.
Мин үҙемде бик бәхетле тип һанайым. Сөнки донъяға тыуғандан алып үҙ телемдә һөйләшергә өйрәткән атай-әсәйем бар. Шулай уҡ, исеме бөтә донъяға киң билдәле яҙыусы, ғалим, тел белгесе Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың ауылдашы булыуым менән дә ғорурланам. Ул полиглот булараҡ, күп телдәрҙә яҡшы һөйләшкән: башҡорт, рус, немец, инглиз телдәренән тыш, төрки һәм алтай телдәрен дә бик яҡшы белгән. Бөгөнгө көндә телдең бар нескәлектәренә төшөндөрөүсе, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем биреүсе уҡытыусым Фәнүзә Хөрмәт ҡыҙы Заһиҙуллинаға ла рәхмәтлемен. Ул беҙгә телебеҙҙе яратырға, хөрмәт итергә өйрәтә. Үҙ телебеҙҙә рәхәтләнеп шиғырҙар ятлайбыҙ, иншалар яҙабыҙ, хикәйәләр уҡыйбыҙ. “Ниндәй генә телдәрҙе өйрәнһәң дә, үҙ телеңде мәңге оноторға ярамай. Әгәр ҙә үҙ телеңде яҡшы беләһең икән, башҡа телдәрҙе лә өйрәнеүе еңел”, - ти ул.
Туған телебеҙҙең һаҡланып ҡалыуына, алдағы үҫешенә һәр кем үҙ өлөшөн индерергә тейеш. Телебеҙҙең таҙалығына, байлығына иғтибар итергә кәрәк. Телебеҙ ни тиклем бай булһа, фекерләүебеҙ ҙә бай була. Телебеҙҙе яҡларға һәм һаҡларға бурыслыбыҙ.
Азалия ВӘЛИЕВА,
Сәйетбаба урта мәктәбенең 6 “Б” класс уҡыусыһы.