Башҡорт төркөмдәрендә бик яҡшы, белемле тәрбиәселәр эшләй. Башҡорт телен өйрәнеүҙе нисек тә модалы итергә тырыша улар, балаларға бик күп башҡорт халыҡ әкиәттәре уҡыйҙар. Ҡапма-ҡаршы мәғәнәле һүҙҙәр, телтөҙәйткестәр, йомаҡтар, таҡмаҡтарҙы үҙ эштәрендә йыш ҡулланалар. Башҡорт теленә тәржемә ителгән әкиәттәрҙе лә балалар яратып тыңлай. Ата-әсәләр менән бик күп әңгәмәләр уҙғаралар. “Тамыр” балалар телеканалын, башҡорт телендә йәнһүрәттәрҙе йышыраҡ ҡарарға ла тәҡдим итәләр. Балалар менән “Бәпескә исем ҡушыу”, “Ҡаҙ өмәһе”, “Ҡар һыуына барыу” һәм башҡа йола байрамдарын йыш үткәрәбеҙ. Барлыҡ тәрбиәселәр, балалар менән Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейына ҙур сара уҙғарҙыҡ. Байрамды балаларыбыҙ көтөп ала. Туған телдә шиғырҙар уҡыу, йырҙар йырлау үҙе бер бәхет түгелме ни!
Үткән 2019 йыл “Театр йылы” ине. Унда ла ситтә ҡалманыҡ. Район, республика кимәлендә уҙғарылған сараларҙа тәрбиәселәребеҙ ҙә, балаларыбыҙ ҙа әүҙем ҡатнаштыҡ һәм призлы урындар яуланыҡ.
Луиза МӘҮЛЕТҠОЛОВА,
тәрбиәсе.