+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
22 Февраль 2020, 11:00

Ғафуриҙар - өсөнсө

14-16 февралдә районыбыҙҙың “Имәнкәй” ял лагерында XXVIII Ауыл спорт уйындары сиктәрендә ҡышҡы туризм (саңғыла) буйынса Башҡортостан Республикаһы чемпионаты үтте.

Чемпионатта респуб-ликаның иң көслө 14 йыйылма командаһы составында 117 кеше ҡатнашты. Беҙҙең район командаһы Георгий Афанасьев, Илдус Уразғолов, Радмир Мәрҙәнов, Шамил Хәкимов, Рифат Иждиһатов, Эдуард Өмөтбаев, Виктория Батыршина, Лиана Хәкимова, Марина Собарева, Дарья Романова, Елена Логинова, Айгүзәл Фәхретдинованан торҙо.
Ярыштар “связка” һәм “төркөм” оҙайлы дистанцияларҙа барҙы. Спортсылар саңғы дистанцияларында үҙҙәрен ысын оҫталар итеп күрһәттеләр һәм техник этаптарҙы ла уңышлы үттеләр.
Дөйөм команда иҫәбе бу-йынса районыбыҙ командаһына бронза миҙал яуланы. Мишкәләр чемпионатҡа көслө команда килтергән һәм беренселекте лә тап улар яуланы, Краснокама йыйылма командаһына икенсе урын бирелде.
Шәхси беренселектә “связка”ла В.Батыршина менән Л.Хәкимова 3-сө урынға лайыҡ булһа, “төркөм”дә И.Уразғолов, Р.Мәрҙәнов, Г.Афанасьев, Ш.Хәкимов – 3-сө, Л.Хәкимова, В.Батыршина, М.Собарева, Д.Романованан торған ҡатын-ҡыҙҙар командаһы иң яҡшылары тип табылып, 1-се урын яуланы.
Читайте нас: