+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
22 Февраль 2020, 16:05

“Тимер ат”тарҙы йүгәнләп

Һәр ауылдың үрнәк алырлыҡ, хөрмәт ҡаҙанған кешеләре була. Ҡотлоғужа ауылында әллә ҡайҙан йылмайып, һүҙ ҡушып, ихласлығы, алсаҡлығы, шаян һүҙле булыуы менән айырылып торған Винир Ғилметдин улы Әхмәтшин ана шундайҙарҙан. Ул матур хеҙмәт юлы үтеп, әле лә дөйөм эштәрҙең уртаһында ҡайнап йөрөгән ауылдың ышаныслы үҙ кешеһе.

Зәкиә Фирғәле ҡыҙы менән Ғилметдин Тажетдин улы Әхмәтшиндарҙың күп балалы ғаиләһендә иң кесеһе булып буй еткергән Винир бәләкәйҙән техникаға әүәҫ була. Шуға ла атай нигеҙен ташлап китеүҙе, үҙенең тормошон “тимер ат”һыҙ күҙ алдына ла килтермәй. Шофер һөнәре алып, яҙмышын тыуған төбәгенә бәйләргә ҡарар итә ул. Хеҙмәт бурысын да Мәскәү ҡалаһында шофер булып үтәй. Винир Ғилметдин улының хеҙмәт юлы “Победа” колхозы, “Иҙел” хужалығы, “Родина” агрофирмаһы менән тығыҙ бәйләнгән. Әрме хеҙмәтенән үҙен яҡшы яҡтан ғына күрһәтеп ҡайтҡан егетте “Победа” колхозы рәйесе Рәшит Сабир улы Йомағужин һис икеләнеп тормай “Волга” машинаһына ултырта. Ул ваҡыттағы юлдарҙы әлеге менән сағыштырып булмаһа ла, аҡҡоштай ап-аҡ машинаға бер саң ҡундырмай, боҙолоп ултырырға ла ирек бирмәй йәш шофер. Техникаларҙы һәр саҡ һүтеп-ҡороп, үҙе “дауалай”. Алда һанап кителгән ойошмаларҙа 44 йыл шофер булып эшләгән дәүерҙә бер тапҡыр ҙа юл ҡағиҙәһен боҙған, ватылып ултырған осрағы булмай уның. Шуға ла етәкселек төрлө йомош-юл менән республикабыҙҙан тыш илебеҙҙең башҡа ҡалаларына барырға кәрәк булғанда ла һәр саҡ рулде оҫта йөрөткән шоферға ышанып тапшыра.
Үҙ һөнәрен яратҡан, тырыш, уңған егеткә күп көттөрмәй ғаилә бәхете лә асыла. Ишембай медицина училищеһын тамамлап, Ҡотлоғужаға фельдшер булып эшкә килгән Ҡарлы ауылы ҡыҙы Ләлә Ҡадир ҡыҙы менән сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Бына хәҙер уларҙың бергә ғаилә ҡороуҙарына ла 45 йыл. Улар ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, балаларына ярҙам итеп йәшәйҙәр. Ҡыҙҙары Айгөл бер өй аша ғына йәшәһә, улдары Азат ғаиләһе менән Стәрлелә төпләнгән. Әхмәтшиндарға Хоҙай ейән-ейәнсәрҙәрҙе лә парлап, игеҙәк итеп биргән. Айнур, Айҙар яҡын йәшәгәс һәр саҡ олаталары-өләсәләре янында булһа, Артур, Зарема, Зарина ла ялда, каникулда улар эргәһендә булырға ярата.
Йәш саҡта икеһенең дә эше яуаплы булғанлыҡтан, Винир Ғилметдин улы еңел машинанан “ГАЗ-53” һөт ташыу машинаһына күсә. Шул тирәләге Антоновка, Рус Саскүле ауылдарынан да һөт ташый ул. Ауылдаштары уларҙы әле лә: “Ауырығанда ла, машина кәрәккәндә лә көнмө-төнмө уларға бара торғайныҡ, ашығыс ярҙам кәрәк булған ауырыуҙарҙы хатта район дауаханаһына һөт машинаһында алып барып, икенсе ғүмер бүләк иткән осраҡтары булды”, - тип хәтерләйҙәр.
- Винир Ғилметдин улы йәштәргә лә үрнәк булып тора. Ауыл-
да үткән бер өмәнән дә ҡалғаны юҡ. Машинаһы менән булһынмы, ейәндәрен алып сыҡһынмы, һәр саҡ башлап, эшкә өйрәтеп, әйҙәп йөрөй. Матур йәшәүҙәре менән дә өлгө булып торалар. Күрше-тирәһе менән дуҫ-татыуҙар”, - ти улар хаҡында ауыл старостаһы, күршеһе Марат Кәримов.
Бәхет тырыш хеҙмәт һәм өлгөлө, матур тормош юлы менән яулана. Винир Әхмәтшин намыҫлы хеҙмәте өсөн бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары, 1974 йылда “Райондың алдынғы игенсеһе”, 1978 йылда “Коммунис-тик хеҙмәт ударнигы” исемдәре, “Социалистик ярыш еңеүсеһе” билдәһе менән бүләкләнгән. Үтелгән юлдар, башҡарылған эштәр бушҡа булмаған. Бына хәҙер күпме йылдар, юлдар алыҫта ҡалһа ла, уның бары тик намыҫлы, бар эшкә етди ҡарап, файҙаға үткәнен иҫкә төшөрөп ҙур ҡыуаныс кисерәһең. Йөрөткән машиналарының күбеһе хәҙер юҡ инде, “мин тимерҙән дә ныҡ”, тип шаярта ул. Хаҡлы ялдамын тип ҡул ҡаушырып та ултырмай. Тормош иптәше менән мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап, бал ҡорттары тотоп, йәшелсә, емеш-еләк үҫтереп йәштәрсә дәрт, егеттәрсә аҙымдар менән алға бара етмешен тултырған шофер. Киләсәктә лә һәр атҡан таңға ҡыуанып, ғаилә бәхетенә, ауылдаштарыңдың хөрмәтенә төрөнөп, шатлыҡ-ҡыуаныста йәшәргә яҙһын.
Әлфиә ВӘЛИЕВА.
Читайте нас: