+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
23 Февраль 2020, 12:15

“Үлемһеҙ йырҙар”

Тыуған еребеҙ күптән инде Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләргә әҙерлек эше башланы. Ә Еңеү бит беҙгә еңел генә бирелмәгән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостаныбыҙ Еңеү өсөн бар көсөн һалған.

Белем усағыбыҙ гимназияла Бөйөк Ватан һуғышы темаһына бәйле 5-6-сы кластар араһында “Йөрәктәрҙә ҡалыр Еңеү көнө” темаһына “Үлемһеҙ йырҙар” исемле бәйге ойошторолдо. Беҙгә, уҡыусыларға, Бөйөк Ватан һуғышының аяуһыҙлығы тураһында төшөндөрөү, Тыуған ил яҙмышына битараф булмаған яҡлаусы, һаҡлаусы ил улдары, ил ҡыҙҙары тәрбиәләү һәм Бөйөк Ватан һуғышы осоронда башҡарылған йырҙарҙың үлемһеҙ булыуын аңлатыу бәйгенең маҡсаты булып торҙо. Беҙ уға етди әҙерләндек. Бөйөк Ватан һуғышы осорон һүрәтләүсе йырҙарҙың тарихын, йөкмәткеләрен өйрәндек. Шулар араһынан “Шул яҙ хаҡында...” исемле йыр – хәҙерге заман балаларының һуғыш осорон үҙ күҙҙәре менән күргәндәй, йөрәктәре аша тойғандай итеп эшләнеүе менән оҡшаны. Был йырҙың йөкмәткеһен сәхнәләштерҙек һәм оло ғорурлыҡ менән йырланыҡ. Сараға ҙур теләк менән әҙерләнеүсе класташтарым: Р.Әхмәтшина, А.Баймырҙина, И.Вәлиев, Д.Ғәзизов, Ф.Ишҡолов, А.Йәноҙаҡов, Ә.Йәғәфәрова, Н.Зәйнуллина, А.Дәүләтшин, А.Ҡунафина, А.Нәзиров, М.Садиҡова, Д.Сафин, И.Хәсәнова, Э.Йосопова.
Ҙур тырышлыҡ һөҙөмтәһеҙ булмай, тиҙәр бит. Был бәйгелә беҙ, 6 “Б” класс уҡыусылары, 1-се урын алыуға өлгәштек. Еңеү байрамына арналған бәйге фәһемле һәм иҫтә ҡалырлыҡ булды.
Регина ӘХМӘТШИНА,
6 “Б” класы уҡыусыһы.
Читайте нас: