+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
25 Февраль 2020, 12:00

Диктант яҙҙылар

21 февраль Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә диктант яҙыу ойошторолоп, ул “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә уҙҙы.

Тексы мәшһүр 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыуға бағышланып, районыбыҙҙың һәр бер белем усағында ла уҡыусылар башҡорт, татар, сыуаш, рус телдәрендә төҙөлгән диктант яҙҙы. Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телендә халыҡ-ара диктантта ҡатнашыусыларға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Э.Р.Айытҡолова, БР-ҙың мәғариф һәм фән министры А.В.Хажин, БР халыҡтары Ассамблеяһы Советы рәйесе З.Й.Рәхмәтуллина ҡул ҡуйған сертификат тапшырылды. Ә иң мөһиме – һәр кем үҙ телендә үҙҙәрен грамоталы яҙыуҙа һынап ҡараны.
Читайте нас: