Беҙҙең район театры тарихы тамырҙары ла 100 йыллыҡ үткәнгә барып тоташа. Ҡол Ғәлиҙең “Йософ һәм Зөләйха” спектакле Ҡыйғыла 1919 йылдың 6 ноябрендә күрһәтелә. Беренсе актерҙарҙың, режиссерҙарҙың һәм актер Зәйни Сөләймәновтың исеме һәр кемгә яҡшы таныш.
Ҡыйғы театры сәхнәһендә үҙҙәренең ижади юлдарын башлаған Фәриҙә Ҡудашева, Ғәфүр Латипов (Бағанай), Ирек Ибраһимов – Ф.Ғәскәров исемендәге халыҡ ансамбле бейеүсеһе, Шәмсинур һәм Закир Хановтар, Лиза һәм Хәй Фәхриевтар һәм башҡалар менән ғорурланабыҙ.
Беҙҙең театр талантлы режиссерҙарҙан да уңды. Өс йыл инде театрҙың режиссеры булып Альфира Мансур ҡыҙы Фәтҡуллина (Шәйхолова) эшләй. Ул ижади кеше, шиғырҙар, район кимәлендәге сараларға сценарийҙар яҙа, 17 спектаклдә уйнаған буласаҡ режиссер Н.Нәжмиҙең “Гармунсы дуҫ”, Т.Ғарипованың “Китмәгеҙ, торналар!”, С.Әбүзәровтың “Күрәҙәсе” спектаклен тамашасылар хөкөмөнә сығарҙы.
2015 йылда мин Ҡыйғы ижадсыларының “Ҡыйғы еренә мәҙхиә” шиғырҙар йыйынтығын әҙерләп баҫтырғайным. Шунда Альфира Фәтҡуллинаның да “Нигеҙ ташы”, “Ауылым зыяратында”, “Һағынам”, “Ҡайтам әле тыуған яҡҡа” шиғырҙары баҫылып сыҡты.
Альфира Фәтҡуллина сығышы менән Сәйетбаба ауылынан. Күп балалы колхозсы Альмира һәм Мансур Шәйхоловтар ғаиләһендә тыуып үҫкән. Урта мәктәпте тыуған ауылында тамамлағас, Стәрлетамаҡтағы мәҙәниәт-ағартыу училищеһының театр бүлегенә уҡырға инә. Уҡыуын һәйбәт тамамлаған белгесте Миәкә районының Ҡырғыҙ-Миәкә ауылына эшкә ебәрәләр. 1989 йылда яҙмыш елдәре уны Ҡыйғы районына илтә. Улар тормош иптәше менән Үрге Ҡыйғы ауылында төпләнә. Ике ул үҫтереп, матур тәрбиә лә биргәндәр. Өлкән улдары Илгиз әсәһе кеүек үк Стәрлетамаҡ сәнғәт колледжының театр бүлеген тамамлаған, кесеһе Айнур шул уҡ ҡалала төҙөлөш колледжының 4-се курс студенты. Былтыр әсә кеше өләсәй булыу бәхетен дә кисерҙе, уларҙың ейәндәре тыуҙы.
Альфира Мансур ҡыҙы бына хәҙер 30 йыл инде район мәҙәниәт йортонда эшләй. Хеҙмәттәштәре, халыҡ театры актерҙары, ҡыйғылар араһында ла ҙур хөрмәт һәм абруй ҡаҙанған. Уға һаулыҡ, ғаилә һөйөнөстәре, яңы уңышлы спектаклдәр һәм театр сәхнәһендә иҫтә ҡалырлыҡ образдар тыуҙырыуын теләп ҡалабыҙ.
Рәмил АСҠАРОВ,
тарихсы, тыуған яҡты өйрәнеүсе,
театр ветераны.