Турнирҙы Юлыҡ мәктәбе директоры Эльвира Ғафарова асып, спортсыларға уңыштар теләне. Ярыш бик сәмле барҙы. Еңеүгә тыуған стеналар ҙа ярҙам итте, тигәндәй, уйын һөҙөмтәләренә ярашлы, бәйге юлыҡтарҙың еңеүе менән тамамланды. Сәйетбаба ауылы командаһы – 2-се, красноусолдар 3-сө урын яуланы. Ҡауарҙыларға иһә 4-се урын менән сикләнергә тура килде. Командалар район спорт комитетының миҙалдары, Дипломдары менән бүләкләнде. “Иң яҡшы һөжүмсе” булып танылған Айгиз Кәримовҡа бүләкте Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Рафаил Юлмөхәмәтов тапшырҙы.
Ярышты ойоштороусылар командаларҙы әҙерләп ебәргән ауыл биләмәләре башлыҡтарына, Юлыҡ мәктәбе хакимиәтенә, ашнаҡсыларға, спортсыларҙың туҡланыуын ойоштороуҙа бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән мәктәп тренеры Кәрим Кәримовҡа (турнирҙы ойоштороусы ла) рәхмәтле.
И.ӘЛИБАЕВА.