+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
28 Февраль 2020, 13:10

Хәтер сараһы хәтерҙә оҙаҡ һаҡланыр Бурлы мәктәбендә Рәсәй Геройы Фәрүәт Яҡуповҡа бюст асылды

22 февралдә Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан районыбыҙҙа бик күп әһәмиәтле саралар үтте. Красноусолдағы “Еҙем”физкультура-һауыҡтырыу комплексында Ғафури районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты призына милли көрәш бәйгеһе һәм башҡа ярыштар уҙҙы, Бурлы ауылында Рәсәй Геройы Фәрүәт Абдулла улы Яҡуповҡа тантаналы шарттарҙа бюст асылды.

Был көндәге саралар Рәсәй Геройы Фәрүәт Яҡупов тыуып үҫкән Бурлы ауылынан башланды. Тантанала мәртәбәле ҡунаҡтар - БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Хәйервара улы Сәғитов, район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, район һәм урындағы власть вәкилдәре, хәрби хеҙмәткәрҙәр, ауыл биләмәләре башлыҡтары, Ф.Яҡуповтың класташтары, йәмәғәтселек, мәктәп уҡыусылары, ауыл кешеләре һәм башҡалар ҡатнашты. Фәрүәт Яҡуповтың атаһы Абдулла Хәмзә улы һәм һеңлеһе Фәрзәнә Абдулла ҡыҙы ла сараның уртаһында булды. Бурлы ауылы зыяратында Фәрүәт Абдулла улының ҡәберенә зыярат ҡылып, сәскәләр һалғандан һуң, барыһы ла мәктәпкә килде. Ҡунаҡтар бында ойошторолған күргәҙмәләр, мәктәп музейы (Герой ауылдаштары Фәрүәт Яҡуповҡа арналған айырым мөйөш булдырылған) менән танышты.
Артабан сара белем биреү учреждениеһы ихатаһында дауам итте. Тантаналы митингыла өлкәндәр менән бер рәттән Бурлы һәм яҡын-тирә ауылдар мәктәптәренән йыйылған уҡыусылар алдында БР Хөкүмәте Премьер-министры урын-баҫары Ирек Сәғитов сығыш яһап, ул Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров исеменән төбәк өсөн иҫтәлекле ваҡиға – Рәсәй Геройы Ф.А.Яҡупов иҫтәлегенә бюст асылыуы менән тәбрикләне.
- Ғафури районының Фәрүәт Яҡупов кеүек Геройҙары булыуы бик ҡыуаныслы, кешеләр уны белергә һәм онотмаҫҡа, ғорурланырға тейеш. Миңә бөгөнгө көн бик ҡәҙерле, сөнки Фәрүәт Яҡупов тыуып үҫкән, уҡыған ерҙә булыуым менән бәхетлемен. Коллега булараҡ, уның менән бер үк подразделениела хеҙмәт иттек, тик ул – Мәскәүҙә, ә мин – Башҡортостанда. Ул лайыҡлы һәм сағыу ғүмер юлы үтте. Афғанстанда һәм Төньяҡ Кавказда хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашып, ғүмерлеккә үҙенең тыуған районын данға күмде. Ф.А.Яҡуповҡа Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме 1995 йылда үҙе иҫән саҡта бирелде. “Ҡыйыулыҡ өсөн”, “Шәхси батырлыҡ өсөн” ордендары, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн”, “Батырлыҡ өсөн” миҙалдары менән бүләкләнде. Отставкалағы милиция подполковнигы Ф.Яҡупов 2008 йылда ауырып мәрхүм булды, уға 51 йәш тә юҡ ине. Был һәр кем өсөн ҙур юғалтыу булды. Герой үҫеп килгән йәш ғафуриҙар өсөн батырлыҡ, ҡыйыулыҡ, тәүәккәллек һәм илһөйәрлек өлгөһө булып тора. Яҡташтары уның иҫтәлеген онотмай оҙаҡ йылдар һаҡлар, уның яҙмышы ғафуриҙар өсөн генә түгел, ә бөтөн республика кешеләре өсөн өлгө булыр, тигән ышаныста ҡалам, - тине Ирек Хәйервара улы һәм геройҙың атаһы Абдулла Хәмзә улына лайыҡлы, намыҫлы, илебеҙҙең ысын патриоты, ҡаһарман ул тәрбиәләп үҫтергәне өсөн рәхмәт белдерҙе һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.
Район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов үҙенең сығышында Ф.А.Яҡупов иҫтәлегенә һәйкәл асыу тантанаһының тап Хәтер һәм Дан йылында һәм Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан үтеүе менән әһәмиәтле һәм иҫтәлекле булыуын билдәләне. “Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләгән быйылғы йыл, 23 февраль көнө һәр бер Ғафури, Бурлы кешеһе, һәр бер ғаилә өсөн ҡәҙерле, сөнки һәр беребеҙҙең атай-олатайҙарыбыҙ, уландарыбыҙ Ватан һуғышында булһынмы, локаль һуғыштарҙа - Тыуған илебеҙҙе батырҙарса һаҡлап, илебеҙгә азатлыҡ бүләк иттеләр. Еңеүгә үҙ өлөштәрен ғафуриҙар ҙа индерҙе, 5 яҡташыбыҙ Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булды. Районыбыҙҙа бөгөн 6 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны иҫән-һауҙар. Улар ғәйрәтлелек, сыҙамлылыҡ, батырлыҡ өлгөһө булып торалар. Фәрүәт Яҡупов та ошондайҙарҙың береһе булды. Ул барыһы ла тыныс тормошта йәшәһен өсөн үҙен аяманы”, - тине Фәнзил Фәйез улы. Фәнзил Сыңғыҙов Рәсәй Геройы Ф.А.Яҡупов бюсы авторы Руслан Рифҡәт улы Йомағолов менән һәйкәлде урынлаштырыуҙа ҙур ярҙамы өсөн Фәнил Халиҡ улы Хәлиловҡа район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Тантаналы сарала Рәсәй Геройының атаһы Абдулла Яҡуповҡа ла төбәп күп йылы һүҙҙәр әйтелде. Абдулла Хәмзә улы һәм ҡыҙы Фәрзәнә лә сарала ҡатнашыусыларҙың һәммәһенә лә, мәктәп коллективына, Рәсәй Геройы Ф.А.Яҡупов исемендәге хәрби бәрелештәр ветерандары ойошмаһына үҙҙәренең яҡындарын ошолай ҙурлауҙары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. “Бигерәк тә Фәнзил Фәйез улына баламдың һәйкәлен эшләтеүҙе ойошторғаны өсөн рәхмәт, баламды күргәндәй булдым, рәхәт күрһен, донъяла оҙаҡ йәшәһен”, тигән теләген еткерҙе Абдулла ағай.
Рәсәй Геройы Ф.Яҡупов исемендәге хәрби бәрелештәр ветерандары ойошмаһы исеменән Марс Хәйруллин тәбрикләп, йыр бүләк итте. Ф.Яҡуповтың класташтары тарафынан әҙерләнгән фотоһүрәттәр коллажы мәктәп музейына (бында Геройға арналған мөйөш булдырылған) тапшырылды.
Тантаналы – бюст асыу мәле етте. Уны район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов менән БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары И.Х.Сәғитов асты. Бына өс тапҡыр автомат залпы яңғырай. Һәйкәлгә веноктар, ҡыҙыл ҡәнәферҙәр һалынды. Бер минут тынлыҡ иғлан ителә. Батырға мәңгелек дан!
Бурлылағы тантананан һуң, Өфө ҡунағы И.Х.Сәғитов район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов менән берлектә Красноусолдағы “Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Ғафури районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты призына Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына һәм Ватанды һаҡлаусылар көнөнә бағышланған милли көрәш бәйгеһен һәм башҡа спорт ярыштарын ҡараны, район эске эштәр бүлегендә, янғын-ҡотҡарыу хеҙмәтендә булды, Татар Саскүле ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны – быйыл 101 йәшен билдәләйәсәк Низаметдин Вахитовтың йортонда булып, уны байрамдар менән ҡотланы. Байрам саралары ошолай тамамланды.
Индира ИШКИНА.
Читайте нас: