50-гә яҡын ҡатнашыусы араһында унда райондашыбыҙ – Сәйетбаба ауылынан Рәйлә Сабитова еңеп сығып, Гран-при яуланы.
Бәйгене Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Тәнзилә Үҙәнбаева етәкселегендә танылған ҡурайсылар Азат Айытҡолов, Венер Йылҡыбаев, Юлиә Барлыбаева, Хәлис Килдеғошовтан торған жюри баһаланы. Рәйлә Хәбир ҡыҙын ҙур еңеүе менән ҡотлайбыҙ, артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ.