0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
1 Март 2020, 16:15

Батырҙарыбыҙ - шиғырҙарҙа

Бөйөк Еңеүҙеү 75 йыллығына арнап уҡыусылар араһында “Һу-ғыш көйҙөргән шиғырҙар” район шиғыр һөйләүселәр конкурсы үткәрҙек.

Бөйөк Ватан һуғышы... Был халҡыбыҙ тарихындағы иң фажиғәле биттәрҙең береһе. Ул һәр йортҡа һуғылып, миллионлаған кешеләрҙең ғүмерен өҙгән. Беҙ тыныс тормошта йәшәһен өсөн яуға киткән, ошо ҡурҡыныс һуғышта һәләк булғандарҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ.
29 ғинуар Бурлы һәм Красноусолдың 2-се мәктәптәре базаһында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап район шиғыр һөйләүселәр конкурсы үтте. Ошондай саралар үҙ тыуған еренең тарихи үткәненә һөйөү һәм ғорурлыҡ хистәре тәрбиәләй. Балаларҙың шул тиклем талантлы булыуҙарына тағы ла бер тапҡыр инандыҡ бында.
Тасуири, хисле итеп шиғыр һөйләүҙә 11 йәштән 18-гә тик-лем 50-гә яҡын шиғыр һөйләүсе ҡатнашты.
Конкурс өс йәш категорияһында 5-6, 7-8, 9-11-се кластарға бүленеп үтте. Бәйгелә ҡатнашыусыларҙы уҡытыусыларҙан торған абруйлы жюри - Красноусолдың 3-сө мәктәбенән А.М.Зәйнешев, 2-се мәктәптән Л.В.Яковлева, 1-се мәктәптән Е.Н.Степанова, Ҡарағай мәктәбенән Г.А.Үтәгәнова, Бурлы мәктәбенән А.А.Ғиззәтуллина, Красноусол башҡорт гимназия-интернатынан З.А.Исиргакова, Йөҙимән мәктәбенән Э.Р.Ғөбәйҙуллина баһаланы. Улар айырыуса башҡарыу оҫталығына, сәхнә мәҙәниәтенә, әҫәргә ижади ҡараш булыуына ныҡлы иғтибар итте.
Конкурста ҡатнашыусылар һәм уларҙың етәкселәре шиғыр һайлауға етди ҡарағандар. Айы-рыуса Э.Асадов, Ю.Друнина, М.Йәлил, О.Берггольц, Л.Тасси, К.Симонов, А.Твардовский, Т.Черновская, В.Тушнова, Б.Окуджава кеүек билдәле авторҙарҙың шиғырҙары яңғыраны. Красноусолдың 2-се мәктәбенән Александра Рогожина Е.Исаевтың “Суд иҫтәлеге” шиғырын һөйләп, барыһын да хайран ҡалдырҙы һәм Гран-приға лайыҡ булды. Ангелина Басариева (3-сө мәктәп), Марина Холс-тинкина (2-се мәктәп), Марина Алексеева (Мораҡ), Лев Ситдиҡов (Табын), Илсиә Әбделмәнова (Йөҙимән), Юлиә Сәғәҙиева (КБГИ), Дина Урманшина (КБГИ), Рушана Тоҡомбәтова (Бурлы), Данил Исҡужин (Имәндәш), Рушана Ғәлиәкбәрова (Ҡарағай) төрлө йәш төркөмө буйынса конкурс еңеүселәре тип танылды.
Конкурста һуғыш тураһында һөйләнгән шиғырҙар һәр кемдә яҡты һәм шатлыҡлы тойғолар ғына ҡалдырғандыр. Иң мөһиме –
һуғыш шиғырҙарҙа, һүрәттәрҙә, картиналарҙа ғына ҡалһын, ысынбарлыҡта бер ваҡытта ла ҡабатланмаһын.
Бәйгелә ҡатнашыусылар үҙҙәренең иптәштәре һәм жюри алдында сығыш яһап, бай тәжрибә тупланы, бөтә уҡыусыларға ла Маҡтау грамоталары тапшырылды. Мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре балаларҙы конкурсҡа әҙерләгән етәкселәргә, барса ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ата-әсәләренә сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәре лә еткерә.
Айгөл ЗӘЙНЕШЕВА,
Курорт мәктәбе уҡытыусыһы,
мәғариф бүлеге методисы.
Читайте нас: