+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
3 Март 2020, 02:15

Еңеүҙең 75 йыллығына арналды

Шиғри оҫталыҡты, поэтик әҫәрҙе нәфис һәм музыкаль уҡыу маһирлығын билдәләү йәһәтенән уҙғарыла килгән “Тере һүҙ” республика йәштәр конкурсы быйыл “Мәҙәниәт” милли проекты бурыстарына ярашлы тормошҡа ашырылды.

1 мартта уның еңеүселәре билдәләнде. Төбәгебеҙҙә өсөнсө тапҡыр ойошторолған конкурс Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналды.

“Шиғри әҫәрҙе башҡорт телендә тасуири уҡыу” номинацияһында 16 – 21 йәшлектәр араһында Өфө ҡыҙы Әлиә Шиһапова еңеү яуланы. Рус телле ҡатнашыусыларҙан иһә – Өфө районынан Арина Клыш. 22 йәштән өлкәндәр араһында Заһит Ғүмәров (Баймаҡ ҡалаһы) лауреат булһа, рус шиғриәтен яратҡандарҙан – Өфө районынан Гүзәл Ғәлләмова. “Авторҙың шиғри әҫәрен тасуири уҡыу” номинацияһында 22 – 35 йәшлектәр категорияһында Өфөнән Ләйсән Шакирова лауреат булды.

“Ошондай конкурстар беҙгә, йәштәргә, айырыуса кәрәк, – тине Заһит Ғүмәров. – Үҙемә килгәндә, “Тере һүҙ” ижади мөмкинлектәремде үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе. Конкурста икенсе мәртәбә ҡатнашам. Сара йылдан-йыл ҡыҙыҡлыраҡ, программаһы байыраҡ була бара”.

Быйылғы конкурстың тәүге турына (ул ситтән тороп үткәрелә) 97 ғариза ҡабул ителгән. Икенсеһенә ете райондан 37 кеше һайлап алынған. Улар Өфөлә ике көн дауамында көс һынашты. Конкурс программаһына ярашлы, шулай уҡ жюри ағзалары оҫталыҡ кластары ла үткәрҙе.

“Мәҙәниәт” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырған “Тере һүҙ” ижади йәштәрҙе табыу һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән. Проектты ойоштороусылар – Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге.

Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” милли проекты өс федераль программаны үҙ эсенә ала: “Мәҙәни мөхит”, “Ижади кешеләр” һәм “Һанлы мәҙәниәт”.

#нацпроекты

Читайте нас: