+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
3 Март 2020, 13:30

Ил хәстәре - иңендә, Ижад сәме - күңелендә

Олпат кәүҙәле был ир тәү ҡарашҡа аҙ һүҙле һымаҡ күренһә лә, аралаша торғас, уның һәр һүҙе бер әйтем, фәһем шишмәһе икәнен аңлайһың. Яҙыр мәҡәләм урман-тауҙар итәгендә урынлашҡан Ташбүкән ауылы егете Хәсән Ҡотов тураһында.

Ун бала тәрбиәләп үҫтергән Абдулла һәм Зарифа ғаиләһендә 1945 йылдың 2 мартында икенсе бала булып донъяға килә Хәсән. Ете йәшендә тыуған ауылында уҡырға төшә, 1959 йылда Маҡар урта мәктәбендә уҡыуын дауам итә. Сос, уҡырға тырыш баланың ижади һәләте 6-сы класта асыла. Әлбиттә, шиғырҙар, мәҡәләләр яҙған бала иғтибарһыҙ ҡалмай.
Хеҙмәт юлын Ташбүкән 8 йыллыҡ мәктәбендә башлай. 1965 йылда “Йондоҙ” исеме менән яңынан сыға башлаған район гәзитенә тәржемәсе итеп эшкә саҡыралар. Ижади мөхит күңеленә яҡын булһа ла, мәктәп, уҡытыусылыҡ үҙенә нығыраҡ тартҡанын аңлай йәш егет. Редакцияла бер йыл эшләгәндән һуң Юлыҡ 8 йыллыҡ мәктәбенә тарих, география фәндәренән уҡытырға ебәрелә. Артабан хеҙмәт юлын Ҡурғашлы 8 йыллыҡ мәктәбендә физкультура, хеҙмәт дәрестәрен уҡытыу менән дауам итә. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. 1977-1986 йылдарҙа директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләй, 1986 йылдан 2006 йылдың авгусына тиклем Ҡурғашлы мәктәбе директоры вазифаһын башҡара. Етәкселек дилбегәһен йәштәргә тапшырып, тағы өс йыл уҡытыусылыҡ эшен дауам итә.
2003 йылда республикабыҙ етәкселеге хәстәрлеге менән Ҡурғашлыла 120 урынлыҡ, заман талаптарына яуап биргән мәктәп төҙөлә, бында тынғыһыҙ һәм үҙ эшенә яуаплы ҡараған директорҙың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Талапсан, коллективта ҙур абруй ҡаҙанған, төплө белемле, тәрән аҡыллы, ата-әсәләр менән дә уртаҡ тел таба белгән директорҙың эш һөҙөмтәләре район кимәлендә ыңғай баһалана. Ул эшләгән осорҙа мәктәп районда алдынғылар рәтенә сыға.
Мәктәп уҡыусылары башҡорт теле һәм әҙәбиәте фәне буйынса район олимпиадаларында еңеп сығып, бер нисә тапҡыр республика олимпиадаларында ҡатнаша. Башҡа фәндәр буйынса ла призерҙар әҙерләнә. Художестволы үҙешмәкәрлек түңәрәге әүҙемләшә, бында ла район, рес-
публика кимәленә күтәреләләр. Районда тәүгеләрҙән булып, һынау рәүешендә тип әйергә лә булалыр, Хәсән Абдулла улы Ҡурғашлы мәктәбендә умартасылыҡ дәрестәре индерә. Хәҙер иһә шул ваҡытта ҡортсолоҡ нигеҙҙәрен өйрәнгән күптәрҙең ауылда умарта тотоп йәшәүенә бик шат уҡытыусы-ветеран.
Заманында интеллигенция вәкилдәренә йөкмәтелгән йәмәғәт эштәренән Хәсән Абдулла улы ла ситтә ҡалмай. Айырыуса урман хужалығы производствоһы гөрләп торған 70-80-се йылдарҙа пропагандист, урман пунктының партбюро секретары, унан тыш агитатор, политинформатор кеүек эштәрҙе башҡара.
“Ай һайын урманға, эшселәр янына барып партйыйылыш, политуҡыуҙар үткәрәбеҙ, ил, донъя хәлдәре, етештереү күрһәткестәре менән таныштырабыҙ, етешһеҙлектәрҙе асып, үҙенә күрә тәрбиә эше лә алып барабыҙ, партия сафына кандидат, ағзалар ҡабул итәбеҙ, - тип иҫкә ала ул йылдарҙы Х.Ҡотов. – Ауыл геүләп торҙо. Леспромхоздың урман участкаһы булып торған Ҡурғашлыла ағас эшкәртеү цехы 3-әр смена туҡтамай эшләй, ҡеүәтле “КрАЗ”-дар көнө-төнө урмандан ағас ташый. Бригадалар үҙ-ара ярышып эшләй. Ә беҙ, пропагандистар, ай һайын стена гәзиттәре, “Боевой листок”тар, “Молния”лар сығарабыҙ, матбуғат баҫмаларына мәҡәләләр ебәреп торабыҙ. Ауыл тормошонда ҡайнап йәшәнек”. Был осорҙа мәктәптә уҡыусылар һаны ла күп була, класс һайын 30-40 бала.
Хәсән Абдулла улы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн күп маҡтауҙарға лайыҡ булған. Уға 1989 йылда “Хеҙмәт ветераны” миҙалы, 1996 йылда “БР-ҙың мәғариф алдынғыһы” исеме бирелгән. Территориаль һайлау комиссияһының, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының, район Советы һәм хакимиәтенең, мәғариф бүлегенең һ.б. Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары уның төрлө яҡлы эшмәкәрлегенә баһа ла, байҡау ҙа булып тора.
Х.А.Ҡотов тормош иптәше Фәнизә Сабирйән ҡыҙы менән 52 йыл татыу ғүмер итәләр. Фәнизә Ҡурғашлы мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡты. Улар өс улға ғүмер бүләк итә. Улдары Земфир менән Венир атай-әсәйҙәре эргәһендә генә йорттар һалып, ғаиләләре менән
донъя көтәләр. Земфир менән Зиниәнең ҡыҙы Юлиә БДУ-ла белем алды, тормошта, Өфөлә йәшәйҙәр, яңыраҡ ҡына улдары тыуҙы. Венир менән Мәрйәмдең ҡыҙы Альбина Өфө нефть-техник университетын тамамлап, ғаиләһе менән Нижневартовск ҡалаһында төпләнгәндәр. Кесе улдары Айрат ата-әсәһе юлын дауам итеп, уҡытыусы һөнәре һайлаған. Әлеге көндә Нижневартовск ҡалаһында һөнәре буйынса эшләп йөрөй. Ҡатыны Лилиә менән өс ҡыҙ үҫтерәләр: Дилиә – медуниверситет студенты, Әминә менән Наилә мәктәптә уҡыйҙар.
Өлкән Ҡотовтар балаларының матур йәшәүҙәренә һөйөнөп бөтә алмай. Үҙҙәре лә мал-тыуар аҫрап, ата-бабаларҙан килгән ҡортсолоҡ һөнәрен тотоп, улдары-килендәренә терәк булып, ейәнсәрҙәренә күңел йылыһы биреп, ауылдаштары өсөн өлгө булып ғүмер итәләр. Тағы бик күп йылдар шулай дауам итһен әле, тип теләйем мин дә.
Мәҙинә КЕЙЕКБАЕВА.
Ташбүкән ауылы.
Читайте нас: