+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
3 Март 2020, 12:00

Өйҙөң йәме, ҡото балаларҙа

Ғаилә – ул йәмғиәтебеҙ сағылышы һәм илебеҙҙең киләсәге, тиҙәр. Ауыл ерендә матур ғаилә ҡороп, ишле балалар үҫтереп, атай-олатай шөғөлөн дауам итеп йәшәгән ғаиләләр булыуы һөйөнөс. Улар телебеҙҙе лә, милләтебеҙҙе лә, ауылдарыбыҙҙы ла, мираҫыбыҙҙы ла һаҡлаусы, дауам итеүселәр булып тора. Сәйетбаба ауылында йәшәүсе Юлбарисовтар ғаиләһен тап шундайҙар рәтенә керетергә була.

Йорт хужаһы үҙенең ҡунаҡсыллығын күрһәтеп, урам алдын яңы яуған ҡарҙан ҡырып таҙартып, киң итеп көрәп ҡуйған. Өйгә кереү менән хужабикәнең йылмайып ҡаршы алыуынанмы, бер-бер артлы һаулыҡ һорашып, көләс йөҙҙәрен балҡытып торған балаларҙы күреүҙәнме, йәйғор аҫтында торғандай хис иттек үҙебеҙҙе.
Ысынлап та, өйҙөң йәме, ҡото балаларҙа, тип юҡҡа ғына әйтмәй халыҡ. Ләйсән менән Юлай Юлбарисовтар бер-бер артлы биш балаға ғүмер бүләк итеп, әле бөтәһе бергә матур итеп йәшәп яталар. Барыһын да ҡарашып, апай булған Алһыу Сәйетбаба урта мәктәбенең етенсе класында, унан килә Әлиә-бишенселә, Әлфиә икенсе класта уҡыһа, Солтанға-5, ә бәләкәйҙәре Юлдашҡа 3 йәш кенә әле. Бар яҡтан да уңған Юлбарисовтар ғаиләһе 70 башҡа яҡын ҡорт умартаһы тотоп, мал, ҡош-ҡорт аҫрап көн күрә.
- Береһенән-береһе күреп эшкә лә өйрәнәләр, ҡорттарҙы ҡарау, бал һурҙырыу ваҡытында ошо балалар беҙҙең ҙур ярҙамсылар инде. Уҡыуҙа ла һынатмаҫҡа тырышалар. Өйҙә үҙебеҙгә лә уйланып, ҡайғырып ултырырға ваҡыт юҡ, - ти һоҡланғыс әсә.
Юлбарисовтарҙың өйө лә бал ҡорто умартаһы кеүек балаларҙың шат тауыштарынан гөжләп тора. Халҡыбыҙға хас күңел киңлеге, ябайлыҡ бөркөлөп тора бында.
- Мин бәләкәйҙән олатайым Ғәйетхан Фәйруз улы Фәйрузов менән урманда йөрөй торғайным. Уның умарталығы бар ине. Шуға ла бал ҡорттары тотоуҙың борондан килгән тәртип- нескәлектәрен беләм тиһәң дә була, - ти ғаилә башлығы.
Юлай Юлбарисов 7 йыл рәттән район һабантуйында гер күтәреү буйынса еңеүсе лә булған. Хәҙер һабантуйҙарҙа ҡатнашмаһа ла, өйҙә шөғөлләнеүен ташламаған. Улдарын да баһадирҙай көслө, бил бирмәҫ егеттәр итеп тәрбиәләргә теләй.
Ҡунаҡсыл өйҙә күмәкләп кәрәҙле бал менән сәй эсеп, арыу-талыуҙы онотоп, күптәнге таныштар кеүек һаубуллаштыҡ Юлбарисовтар ғаиләһе менән. Нурлы йорт эсендәге сағыу балҡыш әле лә күҙ алдында тора. Ошондай еребеҙгә ныҡлы тамыр ебәргән, илебеҙҙең, еребеҙҙең таяныр, ышаныр күркәм ғаиләләре күберәк булһын ине.
Әлфиә ВӘЛИЕВА.
Читайте нас: