+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
4 Март 2020, 16:45

Тәкә Стәрлебашҡа “китте”

22 февралдә “Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы сиктәрендә Ғафури районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты призына милли көрәш бәйгеһе үтеүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Бәйгене асыу тантанаһында районыбыҙ ҡунағы – БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Фаил Зәйнетдинов, Республика Милли көрәш Федерацияһы рәйесе Вәкил Ильясов, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Вилдан Шәрипов, Ғафури Табындары ойошмаһы идараһы рәйесе Ғәлинур Ҡалмырҙин һәм башҡалар ҡатнашты. Ярышҡа үҙебеҙҙең район көрәшселәренән тыш Стәрлебаш һәм Ишембай районы бәйгеселәре лә килде.

Бәйгене асып, Ғафури районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Фаил Зәйнетдинов көрәшселәрҙе тәбрикләне, үҙ сығышында милли көрәштең әһәмиәте хаҡында һөйләне:
- Халҡыбыҙҙа элек-электән милли көрәш ат сабышы, уҡ атышы менән берлектә төп спорт төрҙәренең береһе булған. Халҡыбыҙ һабантуйҙарҙа ғына түгел, төрлө йыйындарҙа, байрамдарҙа көрәш ярышы ойоштора торған булған. Тарих төпкөлөнә бик йыраҡ төшмәй, башҡорт ерендә нигеҙләнгән Ырымбур ҡалаһына нигеҙ һалыныуҙың 100 йыллығына арналған байрам сараһында, йәғни 1834 йылда ҙур йыйын үтә. Ошо йыйынға Табын ырыуы исеменән Ҡолҡан ауылы егете, көрәшсе булараҡ дан алған Әбрәй батыр бара. Ул барлыҡ дәғүәселәрен еңеп, финалда сынйырҙа бәйле торған (көрәшселәргә психологик атака, ҡурҡыу һалыу өсөн нуҡталап, сын-
йырлап килтергәндәр) ҡаҙаҡ батыры менән осраша һәм уны еңеп, Табын ырыуына ғына түгел, барлыҡ башҡорт халҡына дан алып ҡайта. Ошо йыйында шул уҡ Ҡолҡан ауылынан Зөлҡәрнәй исемле кешенең Аласабыр исемле аты ла ат сабышында беренсе урынды ала.
Көрәшкә килгәндә инде, Әбрәй батырҙың данын дауам иттереүсе көрәшселәребеҙ күп булды ауылдарыбыҙҙа. Мәҫәлән, Яугилде ауылынан Тимерйән Аҫылғужа улы Ғәлиәхмәтов милли көрәш һәм билбаулы көрәш буйынса БАССР чемпионы булып, республика данын сит төбәктәрҙә танытты, Союз кимәлендәге ярыштарҙа ла һынатмай, СССР-ҙың спорт мастеры дәрәжәһенә тиклем күтәрелде. Шулай уҡ көрәшсе булараҡ тирә-яҡҡа даны таралған, алтмыш йәшкә кергәнсе арҡаһы ер күрмәгән, Ҡауарҙы ауылы уҙаманы Ишмырҙа Исхаҡов хаҡында ла әлеге көндәргә тиклем легендалар йөрөй. Уларҙың данын дауам иттереп Сәйетбабанан Мөҙәрис Йәнешев, Илһам Фәттәхов, Заһир Ишмырҙин, Ҡаранйылғанан Марс Вәлиев, Ҡауарҙынан Ришат Исхаҡов, Рифат Исхаҡов, Нәзир Ғәзизов, Фәнзил Сөләймәнов, Юлыҡтан Нәжип Сәфәрғолов, Рим Ильясов, Уразбай Собханғолов, Еректән Зәки Сәлихов, Яугилденән Рәмил Ишмөхәмәтов, Ҡарағайҙан Вадим Килмөхәмәтов, Уҫмандан Рәфит Мөхәмәтҡолов, Айрат Рәхимов, бер туған Фәхриевтар кеүек көрәшселәр район тарихына үҙ исемдәрен яҙҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа милли көрәш ра-
йонда һүнеп ҡалғандай булды. Ун йыл самаһы элек ай һайын тип әйтерлек ярыш үтә ине. Оптималләштереү һөҙөмтәһендә һәм башҡа сәбәптәр менән мәктәптәрҙә милли көрәш тренерҙары бөтөрөлдө. Тренерҙар булмағас көрәшселәр ҙә юҡ, шул сәбәпле ярыштар ҙа уҙғарылманы. "Табын" район гәзите, район хакимиәте башлығы, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты приздарына уҡыусылар араһындағы, уҡытыусылар араһында спартакиада сиктәрендә уҙғарылған милли көрәш ярыштарын һағынып һөйләргә генә ҡалды. Әммә артабан былай дауам итергә тейеш түгел. Районыбыҙға хакимиәт башлығы булып Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов килгәндән һуң хәл ҡырҡа үҙгәрҙе. Күреп тораһығыҙ, милли көрәш кенә түгел, яңыраҡ ҡына дзю-до буйынса “Олимп” клубы асылды, ДОСАФФ базаһында автоспорт мәктәбе булдырыла, “Батыр” клубының матди-техник базаһын нығытыу өҫтөндә лә эш алып барыла. Милли көрәш ярышын йылына бер тапҡыр уҙғарҙыҡ та, һабантуйҙа көрәштек тә, бөттө түгел. Милли көрәш менән даими шөғөлләнергә тейешбеҙ. Бының өсөн ра-йон мәктәптәрендә тиҫтәләп келәмдәр бар һәм уларҙың бөгөнгө торошо төрлөһөнөкө төрлөсә. Уларҙы ҡайтанан ҡарап сығып, тәртипкә килтереп, тренерҙар йәлеп итеп, эште тергеҙергә тейешбеҙ. Был йәһәттән район хакимиәте башлығы һәм ҡоролтай һеҙгә ярҙам итергә һәр саҡ әҙер. Бөгөнгө ярышҡа килгәндә, киләсәктә бындай ярыштарҙы даими уҙғарып торорбоҙ, тип ышанам, барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ, сағыу еңеүҙәр, ҙур уңыштар теләйем, - тине Фаил Һәҙиәт улы.
Район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов бәйгелә ҡатнашыусыларға изге теләктәрен еткереп, уңыштар, еңеүгә ынтылыш теләне. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов та ҡотлауҙарға ҡушылды һәм Красноусолда ғүмер итеүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Вилдан Әйүп улы Шәриповҡа “Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы” юбилей миҙалын һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.
Бәйге бер юлы ике келәмдә барҙы. Келәмдең береһендә (судья – Азат Хәбибуллин) мәктәп уҡыусылары 35, 40, 45, 50, 55, 65, 70, 75 кг һәм 75-тән юғарыраҡ ауырлыҡ үлсәмендә, икенсеһендә (судья - Камил Латипов) ир-егеттәр 60, 70, 80, 90 кг һәм 90 кг-дан ашыу ауырлыҡ үлсәмендә бил һынашты. Ике келәмдә лә ярыш ҡыҙыу һәм сәмле барҙы. Өҫтәренә ҡыҙыл һәм йәшел көрәш кейеме һәм билдәренә шундай уҡ билбау бәйләгән көрәшселәр бер-бер артлы үҙҙәренең таҫыллығын, ғәйрәтен күрһәтте.
Көрәш бәйгеһенең баш судьяһы Динар Ноғайғолов, секретарь-судья Дамир Сәфиуллин, судья-мәғлүмәтселәр Азат Хәбибуллин, Камил Латипов, келәмдәге судьялар Илһам Яҡшыбаев, Юлай Шәрипов бәйгеселәргә ғәҙел баһа биреп, ярыш юғары кимәлдә үтһен һәм барыһы ла ҡәнәғәт ҡалһын өсөн тырышлыҡтарын һалдылар.
Ярыш тамам. Һәр ауырлыҡта еңеүселәр лайыҡлы бүләген алды. Абсолют чемпион Стәрлебаш районынан Илдар Моратов тәкәне елкәһенә һалды. Киләһе бәйгелә абсолют чемпион исемен үҙебеҙҙекеләр яулар, тигән ышаныс-
та ҡалды көрәшселәр.
И.ӘЛИБАЕВА.
Читайте нас: