+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
6 Март 2020, 11:20

Үҙ эшенең оҫтаһы

Илдар Мәхмүтов Ҡарағай фельдшер-акушерлыҡ пунктында теш табибы булып эшләй. Имәндәш ауылында тыуып-үҫеп, урта мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡтағы медицина колледжында стоматолог һөнәрен үҙләштереп тыуған яҡтарына эшкә ҡайта. Бына 20 йыл инде Имәндәш һәм Сәйетбаба ауыл биләмәләренә ҡараған ауылдар халҡын хеҙмәтләндерә. Өлкәндәрҙең дә, шулай уҡ балаларҙың да тештәрен дауалай.

Ҡарағай мәктәбе бинаһының бер өлөшөндә урынлашҡан ФАП-та стоматология кабинеты эшләй, барлыҡ шарттар булдырылған, медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Үҙәк район дауаханаһынан заманса яңы стоматологик ҡоролма ҡайтарылған, был тештәрҙе сифатлыраҡ, йәғни ауыртыуһыҙ дауалау өсөн мөмкинлек бирә. Унда көн дә тиҫтәнән ашыу кеше ҡабул ителә.
I категориялы стоматолог Илдар Жәннәт улы үҙен профессиональ йәһәттән камиллаштырыу өҫтөндә даими эшләй, һайлаған һөнәре буйынса һәр яңылыҡты өйрәнеп, уны эшендә ҡулланырға тырыша. Үҙ эшенә яуаплы ҡараған табипты ауыл халҡы хөрмәт итә.
-Теш дауалаусыға күренергә ҡурҡып, аҙаҡҡа тиклем һуҙып йөрөргә ярамай. Был, әлбиттә, яҡшы түгел, сөнки теш боҙола, ваҡытында дауаламағас, ауырыу тәрәнгә китә һәм теште алдырырға ғына ҡала. Шуға ла теште ваҡытында дауалау мөһим. Хәҙер заманса алымдар теште бер ниндәй ауыртыуһыҙ дауалау мөмкинлеге бирә, - ти табип.
Илдар Жәннәт улы ғаиләһе менән Имәндәштә йәшәй. Тормош иптәше Светлана Йосоп ҡыҙы менән Сыңғыҙ һәм Арыҫлан исемле улдар үҫтерәләр. Ҡатыны ла медицина хеҙмәткәре. Юрмаш ауылы медпунктына йөрөп эшләп, халыҡҡа медицина хеҙмәте күрһәтә.
И.ӘЛИБАЕВА.
Читайте нас: