Нәфисәне ҡорамалап ултырғыс япмаһы тегеп ултырған сағында тап иттем. Өҫтәлдә сәскәләр, төрлө биҙәктәр менән тегелгән ҡорамаларҙың ниндәйе генә юҡ. Ситтәрәк ырғаҡ менән башланған бәйләме лә ята.
-Ҡыҙыҡ ҡына кеше инде мин, ҡул ҡаушырып тик ултырырға яратмайым. Саҡ ҡына буш ваҡытым булһа, ошондай эшкә тотонам. Бәйләнгән япма, пледтар, ҡорамалап эшләнгән әйберҙәр менән бер оло һандыҡ тулды инде. Һаман туҡтағы килмәй, яҙ етеп баҡса эштәре башланғансы ошолайтып күмелеп тик ултырам, - тип көлөп мине икенсе бүлмәгә саҡырҙы ул.
Боронғо ауыл өйө һүрәтләнгән музейҙа кеүек хис иттем үҙемде был бүлмәлә. Стенала төрлө сағыу ептәрҙән бәйләнгән оло келәм, һуғылған балаҫ түшәлгән карауатта ҡул эштәренең ниндәйе генә юҡ. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың боронғо биҙәүестәре ҡашмау, түшелдерек, стилләштерелгән селтәр-ҙәр, яғалар...
- Быларҙың барыһына ла ҡайҙан өйрәндең дә, нисек өлгөрәһең? - тим. - Өҫтәүенә, ихата тулы мал-тыуар...
- Ҡыш ул тиклем эш күп түгел бит. Иртәле-кисле һарайға һыйырҙарҙы һауырға ғына сығам. Ҡалған бар эш Ришатҡа ҡала. Ҡул эштәренә килгәндә инде, бәйләү-тегеүҙе бәләкәйҙән, мәктәптә уҡыған саҡтан беләм. Ә бына милли биҙәүестәргә тотоноуға ауылда "Ағинәйҙәр" ойошмаһы булдырылыуы, унан да бигерәк Өфөлә үткәрелгән тәүге милли кейемдәр парадында ҡатнашыуыбыҙ этәргес булды. Иң башта һәр беребеҙгә асыҡ һары төҫтән әберкәле күлдәк, зәңгәр камзулдар тектергәйнек. Үҙебеҙ өсөн ныҡ матур һымаҡ инде. Милли кейемдәр парады була тигәс, шундай матур кейемдәребеҙҙе күрһәтеп ҡайтмаҡсы булып, Өфөгә юлландыҡ. Унда барғайныҡ, башҡа райондарҙан килеүселәрҙең кейем-дәренән бигерәк ҡашмау, һаҡал, түшелдеректәрен күреп һушыбыҙ китте. Улар янында беҙҙең кейемдәребеҙ иң насары һымаҡ булды. Кире ҡайтышлай юлда уҡ үҙебеҙ ҙә шуларҙы эшләргә өйрәнәйек, тип һөйләшеп ҡуйҙыҡ. Яйын табып тыуған яғым, Баймаҡ районының Ярат ауылына барып, түшелдерек, ҡашмауҙы эшләргә өйрәнеп ҡайттым да, Юлыҡта сәмләнеп эшкә тотондоҡ. Әнисә Абдрахманова интернеттан үҙебеҙҙең ерлеккә тап килгән өлгөләрен тапты... Хәҙер инде Юлыҡ ағинәйҙәренең һәр береһендә тиерлек түшелдерек, ҡашмау бар. Күлдәктәребеҙ ҙә әллә нисәү.
Әйткәндәй, ағинәйҙәргә күлдәк-камзулдарҙы ла Нәфисә теккән. Уның оҫталыҡтары бының менән генә бөтмәй әле. Өсөнсө йыл ауыл ҡатын-ҡыҙҙарын үҙенә йыйып, кейеҙ баҫырға өйрәткәйне, йәйгә уларҙы тағы ла ошондай өмәгә саҡырырға ниәтләп тора. Былтыр һеңлеһе тыуған көнөнә станок бүләк иткәс, йәнә Баймаҡҡа ҡайтып, балаҫ (әрмәк), көйөҙ һуғырға өйрәнеп килгән.
- Һабантуй ваҡытында Сәйетбабалар тирмәһенә барып, Рабиға апайҙың биҙәктәрҙе нисек эшләгәнен ҡарап, һорашып-белештем дә үҙем дә эшкә тотондом. Ҡатмарлы, әлбиттә, шулай ҙа килеп сыға башланы,- ти Нәфисә Дәүләтҡол ҡыҙы тәүге эштәрен күрһәтеп.
Буҙаны ла ауылда беренсе булып Нәфисә әҙерләй башлай. Беҙҙең тарафтарҙа һирәк осраған ҡыҙыл эремсек эшләй, башҡаларҙы ла өйрәтә. Үҙем белгән бар эште ҡыҙҙарыбыҙ Альбина менән Юлиә лә белә, бергәләп эшләйбеҙ, ти ул.
Һәләт, отҡорлоҡ, тырышлыҡ уға һәр яҡлап өйөп бирелгән тиергә була. Бынан егерме йыл самаһы элек редакциябыҙ ойошторған "Табын" таҡмаҡтары" конкурсында беренсе урын алып, үҙен иң оҫта таҡмаҡсы, гармунсы итеп тә танытҡайны Нәфисә.
- Бала саҡтан уҡ гармунсыларға, мандолинасыларға күҙем ҡыҙып, "их, шулайтып уйнай белһәң ине" тип хыяллана инем, яйлап гармунға өйрәндем. Хәҙер мандолина һатып алдыҡ, ауылдың оҫта мандолинасыһы Рәмилә Самат ҡыҙынан уныһына ла өйрәнгем килә, - тип хыялы менән уртаҡлашты ул.
Егәрленең ҡулы етәү, тип Нәфисә кеүек ҡатындарға ғына төбәп әйтелгәндер тип уйлап ҡуйҙым Ҡужиндар ғаиләһе менән хушлашҡанда.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.