- Улар үҙ эштәрен һәр саҡ яуаплылыҡ тойоп, күңел биреп башҡаралар. Был тәжрибәнән дә киләлер инде, - ти бүлексә начальнигы Лилиә Рәфис ҡыҙы Хәлитова улар тураһында.
“Мин 20 йәштән ошо эшкә килдем, хәҙер 37 йыл инде бер урындамын. Өйрәнгән эш булғас, пенсияла булһам да эшләп йөрөйөм. Мин үҙемдең участкалағы кешеләрҙе, улар мине ярата”, - ти Рәүилә Вәлиева. “Беҙ үҙебеҙҙең кешеләрҙе, улар беҙҙе белеп тора. Был эштә 10 йыл эшләйем”, - тип һүҙгә ҡушыла Римма Ишкина. Яратҡан эш ялҡытмай, тигәндәй, Римма Рәшит ҡыҙы был эштән китеп ҡараһа ла, барыбыр кире килгән.
Эш ауыр булһа ла, кемгәлер шатлыҡ алып килеү үҙе ҙур изгелек бит. Киләсәктә лә арыу-талыу белмәй эшләргә яҙһын.
Ә.РАМАЗАНОВА.