+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
10 Март 2020, 19:00

Бер төптән булғанда эштәр уңышлы бара

Табын ауыл Советы депутаттарының асыҡ ултырышы ауыл мәҙәниәт йортонда уҙҙы. Уның эшендә район Советы депутаты, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Фаил Зәйнетдинов, “Ғафури мәғлүмәт-консультация үҙәге” директоры Юрий Родионов, ауыл Советы депутаттары, биләмәгә ҡараған ауылдар халҡы ҡатнашты.

Табын ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фидан Ғүмәров 2019 йылғы эшмәкәрлеккә отчет тотто. Биләмә менән яңы ғына етәкселек итә башлаған йәш башлыҡ урындағы хәл-торош, халыҡтың көнитмеше менән хәбәрҙар булыуын күрһәтеп, ентекле рәүештә проблемаларҙы, алда торған бурыстарҙы барланы.
Табын ауыл биләмәһендә ыңғай яҡтар ҙа, кире күренештәр ҙә бар. Демографик хәлгә килгәндә, һуңғы бер нисә йылда төбәктә үлем менән сағыштырғанда тыуымдың артыуы һыҙыҡ өҫтөнә алынды. 2019 йылда 31 сабый донъяға килгән, 25 кеше мәрхүм булған. 2018 йылда 37 бала тыуған, үлем осрағы шулай уҡ кәмерәк.
- Халыҡ мәшғүллегенә килгәндә, төбәк халҡын эш урындары менән тәьмин итеүсе ойошма-предприятиеларҙың, фермерҙарҙың ярайһы ғына булыуына, шәхси ярҙамсы хужалыҡ асып эшләүҙәренә ҡарамаҫтан, эшһеҙҙәр һаман да бар, - тине биләмә башлығы. – Улар араһында эшкә һәләтлеләр әҙ түгел, эшләргә теләмәй, эскелек менән шөғөлләнеүселәр, араларында балаларын ҡарамаған бәлә-ата-әсәләрҙең булыуы аяныслы.
Ерҙә эшләргә, мал-тыуар аҫрарға теләүселәр һаны кәмей бара, был хаҡта һандар һөйләй. Ауыл биләмәһендә һыйыр малдары һаны кәмеп, улар 788 баш тәшкил итә. Ауыл кешеләре иһә мал аҫрау менән уның итен һата алмауҙарына, осһоҙ хаҡ менән тапшырыуҙарына зарланды. Шулай уҡ продукцияны мотлаҡ сертификациялау ҙа эште ҡатмарлаштыра.
Былтыр ауыл биләмәһе бюджеты 16 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән. Аҡсаны иң кәрәкле эшкә генә йүнәлтергә тырышалар. Сүп-сар реформаһын тормошҡа ашырып, былтыр биләмәлә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары түгеү өсөн контейнерҙар һатып алып, уларҙы урынлаштырыу, майҙансыҡтар булдырыу буйынса әүҙем эш алып барылған. Был эш быйыл да дауам итәсәк, контейнер майҙансыҡтары һаны артасаҡ. Был йәһәттән биләмәләге законһыҙ сүп-сар түгеү урыны бөтөрөлгән, унда һаман да түгеүҙе дауам итеү етди эҙемтәләргә килтерәсәк, тине ҡәтғи рәүештә биләмә башлығы.
“Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы-2019” конкурсында ҡатнашып, еңеү яулауҙары биләмә өсөн ҙур һөйөнөслө ваҡиға булған. Ауыл Советына ҡараған Табын һәм Родина ауылдары халҡы һәм бағыусылар тырышлығы менән программала ҡатнашып, өр-яңы “МТЗ-82” тракторы һатып алыуға ирешкәндәр. Фидан Фәнүр улы әйтеүенсә, әлеге мәлдә ауыл урамдарын ҡарҙан таҙартыуҙа был техниканың файҙаһы ҙур. Трактор һатып алыуҙан биләмә халҡы отто ғына. Был программала быйыл да ҡатнашырға уйлашып, тракторға тағылма һәм аҫылмалы ҡоролма һатып алырға планлаштыралар.
Былтыр ауыл биләмәһендә ярайһы ғына эштәр башҡарылған: урам яҡтыртҡыстарын урынлаштырыу, ауылдарҙы һыу менән тәьмин итеү мәсьәләләре хәл ителгән, төҙөкләндереү (зыяраттарҙың ҡоймаларын ремонтлау, юлдарҙы күтәртеү һәм башҡалар) буйынса бик күп эшләнгән. “Аныҡ эштәр” проекты сиктәрендә ике мәҙәниәт йортоноң иҙәндәре ремонтланған.
Эшҡыуарлыҡҡа килгәндә, былтыр Табын ауылында районыбыҙ өсөн бик тә мөһим булған барлыҡ талаптарға ярашлы яңы мал һуйыу цехы асылыуы эшҡыуарлыҡтың уңышлы эшләүен сағылдыра. Ауыл биләмәһе башлығы тиҙҙән дарыухана пункты асылып, биләмә халҡын хеҙмәтләндерә башлаясағын билдәләп үтте.
Кешеләр мәҙәни һәм спорт сараларында ҡатнашһын өсөн һәр төрлө саралар йыш уҙғарылыуы һыҙыҡ өҫтөнә алынды. 2019 йылда төрлө байрамдарға һәм башҡа төрлө иҫтәлекле көндәргә ҡарата йәмғеһе 48 сара уҙғарылған.
Биләмә башлығы шулай уҡ янғындарға бәйле хәл-торошҡа туҡталды. Биләмәлә 9 янғын сығып, унда бер кеше һәләк булған. Ошондай күңелһеҙ хәлдәр булмаһын өсөн ауыл хакимиәте тарафынан айырым категория граждандарға һәм ғаиләләргә бушлай янғын иҫкәртеү ҡоролмалары - Табын ауылында 129 ҡоролманың 124-е йорттарға урынлаштырылған.
Шулай итеп, урындағы власть тарафынан күп кенә мөһим мәсьәләләр хәл ителгән. Әммә сара барышында залдан бирелгән һорауҙарҙан сығып, араларында хәл итеү талап ителгәндәре лә булыуы күренә. Улар араһында үҙәк һыу үткәргестәрҙең тейешенсә эшләмәүе, берәҙәк эттәр, янғын ҡурҡынысы менән янаған хужаһыҙ йорттар, туҡталыштар, балалар учреждениелары янында юл билдәләре, яһалма тигеҙһеҙлектәр урынлаштырыу кеүек һәм башҡа мәсьәләләр бар.
Ултырыштың көн тәртибендәге бөтөн мәсьәләләр ҙә уртаға һалып тикшерелде. Сығыштарҙың барыһы ла тыңланды, шул иҫәптән район ветстанцияһының баш ветеринар табибы Фаил Зәйнетдинов йыйылышта ҡатнашыусыларға мөһим һәм кәрәкле мәғлүмәттәр еткерҙе.
Табын ауыл Советы депутаттарының киңәйтелгән ултырышы ҡарар ҡабул итте һәм ошоноң менән үҙ эшен йомғаҡланы.
И.ӘЛИБАЕВА.
Читайте нас: