+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
10 Март 2020, 15:00

Фольклор төркөмдәре гимназия сәхнәһендә

27 февраль көнө Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында “Башҡортостан ынйылары” зона конкурс-фестивале үтте. Унда Шишмә, Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы һәм Ғафури райондарынан дүрт театрлаштырылған фольклор төркөмө башҡорт халҡының тарихын, мәҙәниәтен, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, уйындарын белеүҙә, өйрәнеүҙә һәм таратыу маҡсатында сағыу тамаша күрһәтте.

Район мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Ғәбдрәшит улы Солтанморатов йыйылыусыларҙы тәбрикләп, ошондай матур сараға килеүселәргә рәхмәт белдерҙе.
- Халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын өйрәнеү балаларға тәрбиә һәм фәһем бирә. Ошо мәғәнәле, әһәмиәтле сарала ҡатнашыуығыҙ үҙе ҙур еңеү, - тип тамамланы һүҙен ул.
Конкурс-фестивалдә ҡатнашыусы уҡыусыларҙы Юлай Мәүлетҡолов (Ғафури), Альбина Әхмәтшина (Шишмә), Гөлнур Шәмсетдинова (Ҡырмыҫҡалы), Дилара Мөхәмәтшинанан (Ауырғазы) торған абруйлы жюри ағзалары баһаланы. Беренсе булып Шишмә районынан килгән “Тамсыҡай” фольклор ансамбле (етәкселәре А.Әхмәтшина һәм Ғ.Әхмәтгәрәев) сағыу сығыштарын күрһәтһә, һуңынан ауырғазыларҙың “Өршәк” (етәкселәре Д.Мөхәмәтшина һәм Ә.Мөхәмәтйәрова), ҡырмыҫҡалыларҙың “Аманат” (Г.Шәмсетдинова) һәм Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының “Рух” төркөмө (етәкселәре Д.Абдуллина һәм С.Игелекова) сығыш яһаны.
Һәр төркөмдөң сығышы үҙенсәлекле булды. Балалар ихлас, берҙәм, сәхнәлә ышаныслы баҫып йөрөүҙәре менән айы-
рылып торҙо. Онотола барған “Ҡойроҡ”, “Наза” уйындарын, мунса ташын алып килеү, әтәс булып ҡысҡырыу кеүек наказдарҙы һәм башҡа ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе иҫкә төшөрҙөләр. Улар Рәшит Назаров ижадын, Нияз Мәжитов яҙмышын, Дим, Ҡарлыман буйҙарын кәүҙәләндергәндәр. Мәртәбәле бәйгелә Красноусол башҡорт гимназия-интернатының “Рух” төркөмө еңеүсе тип табылды. Етәкселәре Динә Ғилман ҡыҙы Абдуллина менән Сайма Мотаһар ҡыҙы Игелекова ла был конкурс-фестивалгә ижади һәм талапсан ҡарағандары өсөн маҡтауға лайыҡ. Ә инде икенсе - ауырғазыларҙың “Өршәк”, өсөнсө урын ҡырмыҫҡалыларҙың “Аманат” һәм шишмәләрҙең “Тамсыҡай” фольк-лор төркөмдәренә бирелде. Еңеүсе төркөмдәргә район мәғариф бүлегенең Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Конкурс-фестивалде музыкаль яҡтан биҙәгән гимназия уҡыусылары ла һоҡланғыс сығыш яһаны. Талантлы уҡыусыларға яңы үрҙәр, халҡыбыҙҙың бай йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен киләсәктә лә өйрәнегеҙ, ҡулланығыҙ, мәктәп сәхнәләре таланттар үҫтерһен тип теләп ҡалабыҙ.
Әлфиә ВӘЛИЕВА.
Читайте нас: