+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
13 Март 2020, 20:20

Тракторға арба, ҡар көрәгес кәрәк

Республикабыҙҙа бер нисә йыл инде “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы уңышлы ғәмәлгә ашырыла. Районыбыҙ биләмәләре был проектҡа әүҙем ҡушылып, байтаҡ ҡына файҙалы эш башҡарҙы, кәрәкле техникалар һатып алды.

Сәйетбаба ауыл биләмәһе лә ошо программала ҡатнашып, халыҡ мәнфәғәтенә эшләү өсөн үҙ тырышлығын һала. 23 ноябрҙә Ҡаранйылға ауыл клубында ауыл халҡы, ауыл Советы депутаттары, ойошмалар етәкселәре, эшҡыуарҙар ҡатнашлығында уҙған дөйөм йыйылышта “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында ҡатнашыу мәсьәләһе ҡаралды.
Сәйетбаба ауыл биләмәһе башлығы Айрат Әхиәт улы Сәйфуллин ҡыҫҡаса программа менән таныштырып үтте. Программаға ҡағылышлы мәсьәләләр, һорауҙар, ауыл халҡы менән эш алып барыу тураһында район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтова аңлатты.
- Һеҙ былтыр “МТЗ-82” тракторы алдығыҙ, ошо уңайлы мөмкинлекте тағы ла файҙаланып, быйыл тракторға тағылмалы арба һәм роторлы ҡар көрәгес алыу өсөн тырышырға кәрәк. Был ҡорамалдар бик кәрәк, сөнки улар менән ауыл биләмәһендә төҙөкләндереү, юлдар һалыу, ҡыш көндәрендә ҡар таҙартыу кеүек эштәр башҡарып буласаҡ. Тик прог-рамма тормошҡа ашһын өсөн бөтәбеҙҙең дә унда әүҙем ҡатнашыуы талап ителә, - тип үҙ фекерен әйтте Гүзәл Зөфәр ҡыҙы. Ауыл китапханаһы мөдире Г. М. Вәлиева, Ҡаранйылға башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы Р. М.Кинйәбаева сығыш яһап, хөкүмәт ярҙам ҡулы һуҙа икән, үҙ сиратыбыҙҙа, беҙ – ауылдаштар, уға ыңғай яуап бирергә тейешбеҙ, тип тракторға арба һәм роторлы ҡар көрәгес алырға тигән тәҡдимде хупланы.
Сәйетбаба урта мәктәбе директоры Р.Ә.Ғәзизова, Ҡаранйылға ауылынан 6-сы округ депутаты Ш.К.Вахитов һәм башҡалар был ҡоролмаларҙың ҡышын юлдарҙы ҡарҙан таҙартыуҙа, йәйгеһен ҡом-ҡырсынташ түшәп, тәртиптә тотоуҙа ҙур таяныс булыуын белгерттеләр. Йыйылған халыҡ та үҙ фекерен белдереп, тәҡдимде берҙәм яҡлап сыҡты.
Шулай итеп, быйылғы “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында ҡатнашып, трактор өсөн 1 миллион 025 мең һумлыҡ арба һәм роторлы ҡар көрәгес һатып алырға, республика бюджетынан бүленгән 700 мең һум субсидияға ҡалған 185 мең һумды - урындағы бюджеттан, 70 мең һумын бағыусыларҙан һәм 70 мең һумын халыҡтан йыйырға ҡарар ителде.
“Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһының эшен йәнләндереү һәм алып барыу өсөн 11 кешенән торған инициатив төркөм төҙөлдө.
Рәүилә ЛОҠМАНОВА.
Сәйетбаба ауылы.
Читайте нас: