+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
14 Март 2020, 12:10

Тормош йәме һеҙ, ҡатын-ҡыҙ!

6 мартта Красноусолдағы 1-се урта мәктәптең тамаша залында уҙған Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған байрам кисәһе районыбыҙҙың һәр төрлө тармағында эшләгән гүзәл заттарҙы бергә йыйҙы. Залда алма төшөрлөк тә урын булмағандыр. Ә ҡатын-ҡыҙ эшләмәгән бер генә өлкә лә юҡ. Бөйөк шағир әйткәнсә, изге әсә лә, гүзәл эшсе лә ул ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ. Шуға ла улар оло хөрмәткә, маҡтауға, ололоҡлауға лайыҡ.

Ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡотлау өсөн тәүге һүҙ район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙовҡа бирелде. Фәнзил Фәйез улы район хакимиәте һәм район Советы исеменән байрам уңайынан тәбрикләп, ҡатын-ҡыҙҙарҙың ғаилә усағын һаҡлаусы, йәшәйеште дауам итеүсе, матурлыҡтың, яҙ кеүек наҙлылыҡтың кәүҙәләнеше, хеҙмәт урынында алыштырғыһыҙ белгес булыуын билдәләне. “Районыбыҙ ҡатын-ҡыҙҙары араһында ауыр һуғыш йылдарында фиҙаҡәр хеҙмәт өлгөһө күрһәткән, үҙҙәренең нескә иңдәрендә барлыҡ ауырлыҡтарҙы күтәреп, Еңеү көнөн яҡынайтыу өсөн ал-ял белмәй эшләгән ҡатын-ҡыҙ - тыл ветерандары ла бар – улар 62 кеше, улар алдында түбәнселек менән баш эйәм”, - тине Ф.Сыңғыҙов һәм байрам кисәһенең иң түрендә – алғы рәттәрҙә урын алған олпат йәштәге инәйҙәр - тыл хеҙмәтсәндәрен Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилей миҙалдары менән бүләкләне. Район хакимиәте башлығы шулай уҡ районыбыҙҙың төрлө предприятие-ойошмаларында юғары хеҙмәт күрһәткестәренә өлгәшкән ҡатын-ҡыҙҙарға Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостан Республикаһының маҡтаулы билдә-исемдәрен (педагогтарға), Маҡтау грамоталарын, район хакимиәте, район Советының Маҡтау ҡағыҙҙарын, Рәхмәт хаттарын һәм, әлбиттә, сәскә гөлләмәләре тапшырҙы.Был көндө сәхнәләге моңло йырҙар, саксофон моңдары, балаларҙың дәртле, сағыу бейеүҙәре ҡатын-ҡыҙҙарға байрам бүләге булды. Кисәне район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре Гөлназ Мирхәйҙәрова менән Фәнзил Ғәлин йәмле һәм йәнле итеп алып барҙы.И.ӘЛИБАЕВА.
Читайте нас: