- Сергей Олегович, һеҙ етәкләгән предприятие иңенә ниндәй хеҙмәттәр һалынған?-Районыбыҙҙағы иң ҙур предприятиеларҙың береһе – 99 кешене берләштергән “Тепловодоснабжение” МУП-ы – күп тармаҡлы хужалыҡ. Предприятие халыҡты эсәр һыу, йылылыҡ менән тәьмин итеү, тотонолған һыуҙарҙы таҙартыу, күп фатирлы йорттарҙы хеҙмәтләндереү һәм идаралыҡ итеү кеүек эшмәкәрлек алып бара.- Йылылыҡ селтәрҙәренә айырым туҡталып үтһәгеҙ ине.- Йылылыҡ селтәрҙәре эшмәкәрлегенә ныҡлы иғтибар бирелә. Предприятиебыҙ балансында 12 ҡаҙанлыҡ булып, шуның 9-ы диспетчерлаштырылып, автоматик режимда эшләй, барлыҡ мәғлүмәт диспетчер пунктына тапшырыла. 12 ҡаҙанлыҡты ремонтлау йәһәтенән халыҡты һәм социаль объекттарҙы өҙөклөкһөҙ йылылыҡ менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән саралар күҙаллана. Магистраль йылылыҡ трассаларына һәм селтәрҙәренә опрессовка уҙғарылды. Беҙҙең баланстағы ике торбалы йылылыҡ селтәрҙәре 9,3 км тәшкил итә. Йылытыу миҙгеленә әҙерлек барышында Гагарин урамында урынлашҡан 2-се ҡаҙанлыҡҡа тоташҡан 162 м оҙонлоҡтағы йылылыҡ трассаһын яңыға алыштырылды, тап ошо ҡаҙанлыҡтағы 2-се һанлы ҡаҙанға капиталь ремонт уҙғарылды. Шулай уҡ 30 дана һыу йылытҡыс ҡаҙандар 7 (2 дана), 8, 11-се (1-әр дана) һанлы ҡаҙанлыҡтарҙың пластинкалы йылылыҡ таратҡыстары йыуҙырылып, әҙерлек һыҙығына ҡуйылды. Шулай уҡ мәғариф бүлегенең 30 газ ҡаҙанлығы, мәҙәниәт бүлегенең – 6, Табын коррекция мәктәбе ҡаҙанлығын хеҙмәтләндереү - предприятиебыҙ ҡарамағында. Ҡаҙанлыҡтарҙың барыһы ла эшсе персоналдан башҡа, йәғни операторһыҙ эшләй һәм мәғлүмәттәр диспетчерлаштырыу саралары аша беҙҙең диспетчер пунктына тапшырыла. Алда һанап үтелгән ҡаҙанлыҡтар йылытыу миҙгеленә “ТВС” МУП-ы көсө менән әҙерләнде. Йылылыҡ селтәрҙәрен яңыртыу, ремонтлау буйынса ла эштәр дауам итте. “Миләшкәй” балалар баҡсаһы ҡаҙанлығындағы ҡаҙанды алыштырыуға - 53392 һум, Игенйылға мәктәбендә 103918 һум аҡса сарыф ителде. Родина ауылы мәҙәниәт йортондағы йылытыу системаһы насостарын ремонтлауға 12615 һум, Үзбәк мәктәбендә – 14019 һум һәм Имәндәш мәктәбе ҡаҙанлығына 14893 һум аҡса тотонолдо. “Красноусол” балаларҙы ял-һауыҡтырыу лагерындағы ҡаҙанлыҡтың ҡаҙаны 22338 һумға ремонтланды. Мәҙәниәт бүлегенең Ҡаранйылғалағы бинаһының (33723 һумға), Антоновка ауылы клубының (19165 һумға), Табын урта мәктәбенең (22448 һумға), Үзбәк мәктәбенең (18023 һумға), Туғай ауылы балалар баҡсаһы бинаһының (71209 һум) эске электр селтәрҙәре ремонтланды. Яугилде мәктәбенең (25673 һум), Рус Саскүле мәктәбенең (19847 һум), Родина ауылындағы “Малыш” балалар баҡсаһының (40233 һум), Үтәк мәктәбенең (33863 һум) йылытыу системалары ремонтланды.-Һыу үткәргестәр-канализация хужалығы хаҡында ни әйтерһегеҙ?- Предприятиебыҙ балансын-дағы һыу селтәрҙәренең дөйөм оҙонлоғо 80 км булһа, канализация селтәрҙәре 8,9 км тәшкил итә.2019 йылдың июнендә беҙҙең тарафтан яңы “Йәштәр” биҫтәһендә 5716 метр оҙонлоғонда, Берҙәмлек урамында 550 м арауыҡта һыу үткәргестәр һалынды (суммаһы - 310521 һум). Шулай уҡ августа Чушкин урамында - 294 м, Яңы урамда 300 м (торбалар диаметры - 63 мм) оҙонлоҡта һыу үткәргестәр төҙөлдө.Һыу үткәргестәрҙе яңыртыу “2017-2019 йылдарҙа Красноусолда һыу менән тәьмин объекттарын реконструкциялау” инвес-тиция программаһына ярашлы, былтыр Көнбайыш тыҡрығында (0,165 км оҙонлоҡта, торбалар диаметры – 63 мм, ПНД материалдан, суммаһы – 420045 һум), Дуҫлыҡ урамында (0,518 км, торба диаметры – 110 мм, 908710 һумлыҡ), Төлкәҫ-Тыныслыҡ урамдарында (0,675 км, торба диаметры – 110 мм, 1426159 һумлыҡ) һыу үткәргестәр реконструкцияланды.-Идарасы компания булараҡ, күп фатирлы йорттар менән идара итеү бурысын үтәү йәһәтенән эштәр нисек?- 2019 йыл аҙағына беҙ дөйөм майҙаны 15,334 мең кв.метр тәшкил иткән күп фатирлы 19 йортто хеҙмәтләндерә инек. 2020 йылдың 1 февраленән беҙҙең иҫәпкә йәнә бер, Красноусолда К.Маркс урамындағы 5-се һанлы күп фатирлы йорт (майҙаны 519,9 кв.м.) өҫтәлде. Бынан тыш, 2019 йылда торлаҡ-коммуналь хеҙмәткә түләүҙәр өсөн беҙҙең ойошма менән туранан-тура килешеүҙәр буйынса Гагарин урамы, 54/2 һәм Кейекбаев урамы, 50 Б һанлы йорттар күсте.Күп фатирлы йорттарҙы тотоу йәһәтенән эштәрҙең минималь теҙмәһе буйынса бөтә эштәр ҙә башҡарылды, шулай уҡ ишектәр яңыға, йылыға, подъезд тәҙрәләре заманса пластикка, яҡтыртҡыстар диодлы яҡтылыҡ һәм тауыш тапшырғыслыға алыштырылды, йылылыҡ пункттары һәм йылылыҡ селтәрҙәренең өҫкө разводкалары, һыу үткәргестәр ремонтланды, Пугачев урамындағы 45-се, Лесная, 21, Курорт, Фрунзе, 35/1 һанлы йорт ҡыйыҡтарына ағымдағы ремонт уҙғарылды һәм башҡа эштәр.-Матди-техник базаны тулыландырмай тороп эштәрҙе сифатлы һәм үҙ ваҡытында башҡарып сығып та булмайҙыр?-Эйе, әленән-әле матди-техник базабыҙҙы яңы техника менән тулыландырырға тырышабыҙ. 2019 йыл аҙағында лизингҡа "JCB" маркалы экскаватор-тейәгес һатып алынды. Был техника, һис шикһеҙ, сираттағы ҡышҡы йылытыу миҙгеленә әҙерлек ваҡытында һәм инвестиция программаларында раҫланған эштәрҙе сифатлы һәм оператив башҡарып сығырға мөмкинлек бирер.-Һөнәри байрамығыҙ уңайынан теләктәрегеҙ ҙә барҙыр?-Форсаттан файҙаланып, барлыҡ коллективты, колле-галарҙы, ветерандарыбыҙҙы һөнәри байрамыбыҙ – Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Ныҡлы сәләмәтлек, эштәрендә уңыштар, ғаиләләрендә именлек, күтәренке кәйеф теләйем. - Һеҙҙең ҡотлауҙарға беҙ ҙә ҡушылабыҙ. Әңгәмә өсөн рәхмәт.Индира ИШКИНА.