+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
17 Март 2020, 18:40

Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө республика кимәлендәге төрлө спорт бәйгеләренә бай булды. Өфө ҡалаһындағы “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғысылар араһында Башҡортостан Республикаһы Чемпионаты үтте. Унда районыбыҙ саңғысылары ла ҡатнашты. Спортсылар 5 һәм 10 саҡрым араға ирекле стилдә уҙышты.

Районыбыҙҙан 1966-1970 йылғы ҡатын-ҡыҙҙар араһында Розалия Дәүләтбаева республика Чемпионкаһы булып танылды. Ир-егеттәр араһында 1970-1950 йылғыларҙан Мөхәмәт Хисаметдинов – 2-се, ә Фәтҡулла Әхмәтйәнов (1956-1960 йылғылар) 10 саҡрым араға уҙышыусылар араһында – 3-сө, ошо уҡ йәш төркөмөндә Ғайса Кейекбаев етенсе урын яуланы. Чемпионатта иң күп ҡатнашыусылар төркөмөндә (1981-1990 йылғылар) Илнур Кейекбаев финиш һыҙығын 16-сы булып үтте.
Ғафуриҙар Чемпионатта үҙҙәренең ныҡлы әҙерлекле булыуҙарын күрһәтте.
Волейболсы ҡыҙҙарырыбыҙ иһә Ҡырмыҫҡалы районының Прибельский ауылында уҙған республика турнирында ҡатнашты. Ярышта Өфө, Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы, Архангел һәм Ғафури райондары волейболсы ҡыҙҙар командалары үҙ-ара көс һынашты. Һәм көсөргәнешле бәйге районыбыҙҙың йыйылма командаһы (тренер – В.В.Үтәғолов) еңеүе менән тамамланды. 2-3-сө урындарға турнир хужалары лайыҡ булды. “Иң яҡшы бәйләүсе” булып Вероника Сибәғәтуллина (Красноусолдағы 3-сө мәктәп) танылһа, “Турнирҙың иң универсаль уйынсыһы” титулын Яна Йосопова (Н.Мәжитов исемендәге КБГИ) яуланы.
И.ӘЛИБАЕВА.
Читайте нас: